Һыйырҙың һөтө – телендә

9-01-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
“Уңыш” крәҫтиән хужалығында малсылыҡ тармағына ҙур иғтибар бирелә. Районда иң күп һыйыр малы бында аҫрала – хужалыҡтың баш зоотехнигы Әнүәр Ҡорманғолов билдәләүенсә, әле 1200 баш самаһы иҫәпләнә.


Шуларҙың 365 башы – һауын һы­йыры. Байым­бәт фермаһында 215 баш ҡара-сы­бар тоҡомлоһо булһа, Березовкала 150 баш. Йылҡы әллә ни күп түгел, 64 баш ат аҫрала. Хужа­­лыҡ­тың алдынғы мал­сы­һы Марат Ҡор­манғоловҡа, һыйыр малын тәрбиә­ләүҙән тыш, ат ҡарауҙы ла йөкмәтеп ҡуй­ғандар.
Байымбәттә берҙәм, татыу коллектив туплан­ған. Ферма мөдире Мөхәмәт Үзбәков етәксе­ле­гендә һөт етештереү тотороҡло бара. Бар­лығы биш һауынсы эшләй. Ғаилә династиялары ла бар. Мәҫәлән, Нәбиул­лин­дарҙан ғаилә башлығы Салауат төнгө ҡарауыл­да торһа, хәләл ефете Мәүлиҙә – ал­дын­ғы һауынсы. Улар биш бала тәрбиә­ләп үҫтергән. Улдары Илдар фермала малсы булып эшләп йөрөй, ҡыҙ­ҙары Зөлфиә Фәхретдинова әсәһе һөнәрен дауам итә. Ағалы-ҡустылы Ҡор­манғо­ловтар ҙа фермала эшләй.
“Уңыш” крәҫтиән хужалығында былтыр 10 айҙа 13339,16 центнер һөт, 696,09 центнер ит етештерел­гән. Ун айҙа һәр һыйырҙан уртаса 3655 килограмм һөт һауып алынған. Йыл аҙағын­да иһә дүрт мең рубежын үтте­ләр.
Һимертеү төркөмөндә тәүлегенә 440 грамм артым алына. Һыйырҙың һөтө те­лендә икән­леген яҡшы аң­лап эш итәләр бында. Шуға ла мал аҙығы етер­лек күләмдә тупланған. Барлығы 1100 тонна бесән, 6023 тонна силос, 18106 тонна сенаж, 2710 тонна һалам әҙер­ләнгән. Һәр шартлы мал башына 28 центнер аҙыҡ тура килә. Бынан тыш, фураж һәм шәкәр сө­гөл­дөрө һарҡындыһы бирелә.
Һыйырҙар күптән инде ҡышҡы шарт­тарҙа аҫрала. Бының өсөн ҡура­лар һәм кәртәләр алдан ремонтланған. Фермалағы ремонт эштәренә Хәлил Ғәлин яуаплы. Тиреҫ түгеү ҡоролмаһы йә һауын аппараты ватыла ҡалһа, ул тиҙ арала ремонтлап та ҡуя. Үҙе слесарь, үҙе иретеп йәбештереүсе, кәрәк икән, балта оҫтаһы ла булырға тура килә уға. Хужалыҡ етәкселеге уны маҡтап ҡына телгә ала.
Алдынғылар етерлек “Уңыш”та. Һауынсы­ларҙан Валентина Фәтҡул­ли­на, Виктория Ғилманова, Вәсимә Хажи­мөхәмәтова, Наталья Фәхретдинова, малсы­лар­ҙан Азат Садиҡов, Илһам Ҡорманғолов, Денис Са­диҡов кеүек эшһөйәрҙәр дөйөм уңышҡа тос өлөш индерә. Уларҙы эшкә дәртләндереп, хеҙмәт хаҡы үҙ ваҡытында түләнә.
– Эш хаҡын айҙыҡын айына бирә бара­быҙ. Әл­биттә, бөгөн ауыл хужалы­ғында эш­ләү еңел­дән тү­гел. Шуға ла беҙгә берлә­шер­гә, кооперациялар тө­ҙөргә, ауыл хужа­лығы продукция­һын эшкәртеп һа­тырға өйрә­нергә кәрәк. Юғиһә сағыштырмаса осһоҙ хаҡҡа һатып ебәрергә мәжбүрбеҙ. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Ғафури һөтө” коопера­цияһы төҙөргә булдыҡ та инде. Йыл аҙағына тиклем һөт эшкәртеү цехын эшләтеп ебә­рер­гә ниәтләнә­беҙ. Кооперациялар бул­дырыуҙы республика Баш­лы­ғы Рөстәм Хәмитов та хуплай һәм һәр йәһәттән ярҙам итергә әҙер. “Бер кооперация мал аҙығы, икен­сеһе мал­сы­лыҡ продукцияһы етештерһә, өсөнсө­һө эшкәртеү менән шөғөлләнһә, күпкә еңе­лерәк булыр ине. Быны миҫал өсөн генә әй­тәм. Ялансы­лыҡ­та ла ошондай бүленеш булырға тейеш, сөнки бар йүнәлештәрҙе лә бөтә нескәлегенә тиклем өйрә­неп бөтөп булмай. Һәр кем бер тармаҡты ныҡлы үҙ­ләш­тереп, ошо өлкәнең һөнәри оҫтаһына әйләнергә тейеш. Ошо йәһәттән башҡараһы эштә­ребеҙ етерлек тип уйлайым”, – ти крәҫ­тиән хужалығы етәксеһе Нә­жип Хисаметдинов.

Ғафури районы.