Уңайһыҙ ботинка, ағыулы күлдәк...

9-01-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Хәҙер сауҙа кәштәләрендә кейемдең ниндәйе генә юҡ. Уларҙың ҡайҙа етештерелгәне менән ҡыҙыҡһына башлаһаң, ҡайһы илдә тегелгәнен дә белеү мөмкин түгел. Араларында сифатһыҙ, әллә ҡайҙан насар еҫе бөркөп торғандары ла йыш осрай. Бары табыш алыуҙы маҡсат иткән намыҫһыҙ ойошмалар ниндәй генә ялғанлыҡҡа бармай. Рәсәйҙә тегелгән тигән кейемдең дә бер аҙҙан әлеге лә баяғы Ҡытайҙан килтерелгәнлеге асыҡлана.


“Роспотребнадзор” хеҙмәткәрҙәре, ике ай эсендә эре сауҙа селтәрҙәрен, павильондарҙы, ҡайһы бер магазин­дарҙы тикшереп, сифатһыҙ һәм хә­үеф­ле тауарҙан тегелгән 110 меңдән ашыу кейем төрөн асыҡлаған.
Өйрәнелгән 70 меңдән ашыу сауҙа партияһының 33 меңенең сифаты тейешле талаптарға яуап бирмәгән. Ә иң ныҡ таралған етешһеҙлек – күндән һәм тиренән тегелгән кейем­дәр­ҙең маркировкаһы юҡ, булһа ла, дөрөҫлөккә тап килмәй. Мәғлүм булыуынса, былтырҙан башлап был төр тауарҙар махсус чип менән тамғаланырға тейеш. Һатып алыусы йорт шарттарында тегелгән билдәһеҙ тунға өҫтөнлөк биреп, үҙен ҙур хәүеф аҫтына ҡуя – кейемдең йөнө ҡойо­лоуы, төҫө үҙгәреүе ихтимал.
“Роспотребнадзор” сифатһыҙ тип билдәләгән кейемдең һәр өсөнсөһө Ҡытайҙа етештерелгән. Уларҙан ағыулы, насар еҫ килә, дымды насар үткәрә. Бындай кейемдәр аллергия тыуҙыра һәм һыуыҡ алдырыуға булышлыҡ итә. Ҡытайҙа тегелгән аяҡ кейеменең табансаһы ла тейешле талаптарға яуап бирмәй, шуға ла улар яҫы табанлыҡтың үҫешенә килтерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡта бындай тауарҙарға ихтыяж бар. Нимә генә тимәйек, арзан әйбергә ҡыҙыға­быҙ шул. Был – илдең иҡтисади күр­һәткесенең көҙгөһө. Барлыҡ кешенең дә сифатлы материалдан тегелгән һәм ҡыйбатыраҡ торған кейемде алырлыҡ мөмкинлеге юҡ. Әлегә Рәсәйҙә бәләкәй эшҡыуарлыҡ арзан аяҡ һәм өҫ кейеме менән тәьмин итергә ашыҡмай. Бер нисә ай кейеп ташлау өсөн шуныһы ла ярап торған, тип уйлағандар ҙа юҡ түгел.
“Көрсөктән һуң Рәсәй халҡының 30 проценты тирәһе кейемгә сығым­ды ҡыҫҡартты, тағы 20 проценты арзан әйбергә өҫтөнлөк бирә башланы, – ти “Деловые люди” тигән ҙур булмаған тегеү заводы етәксеһе Ольга Косец. – Мәктәп формаһына ла ихтыяж кәмене. Әгәр ҙә ата-әсәләр балалар кейеменә лә аҡсаһын йәлләй башлаған икән, тимәк, ғаилә килеме кәмей бара. Әммә нимә булһа ла кейергә кәрәк бит, тап шуға ла улар иң арзан, сифатһыҙ әйберҙе һатып ала, ә предприятиелар өсөн был файҙаға ғына. Тауары үткәс, улар мохтаж ҡатламдың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша. Бер ҙә булмаһа, шундай уҡ насар кейемде Ҡытайҙан ташып һаталар.