Бурысты түләргә тура киләсәк

9-01-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Дәүләт Думаһы Абхазияның Рәсәйгә бурысын ҡабаттан ҡарауҙы хуп­ланы. Һүҙ былтырғы йыл башына был илдең сираттағы түләнмәгән бурысы менән йыйылған Рәсәйгә кире бирергә тейешле 1,7 миллиард һум аҡса хаҡында бара.


Абхазияға 2010 йылда уҡ ике миллиард һум күләмендә дәүләт кредиты бирелгәйне. Ул тимер юлды терге­ҙеүгә һәм яңыртыуға планлаш­ты­рылғайны.
Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән документ кредитты түләү ваҡытын алты йылға – 2023-тән 2029 йылға тиклем оҙайта.
Шулай уҡ йыл һайын максималь түләүҙе кәметеү ҙә күҙаллана (368 миллиондан 143 миллион һумға тиклем). Бынан тыш, дуҫтарыбыҙға ва­ҡытында ҡайтарылмаған 131,5 миллион һумын, шулай уҡ штраф проценттарын да түләргә тура киләсәк. Абхазияның Финанс министрлы­ғында, Рәсәйҙең бындай ҡарары республика ҡаҙнаһындағы көсөргәнеште кәметеү­гә булышлыҡ итәсәк, тип хәбәр итәләр. Быйыл улар яңы график буйынса 76 миллион һум бурысын бирәсәк.