Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күләгәнән” сығарылғандар артҡан
“Күләгәнән” сығарылғандар артҡанРәсми теркәлмәйенсә эшләгән, “конвертта” эш хаҡы алырға риза булғандар үҙҙәрен ҡартлыҡта пенсиянан мәхрүм итәсәге тураһында уйланырға тейеш. Ошо шарттарҙа эшләткән эшҡыуар, етәкселәр һеҙҙең киләсәгегеҙҙе ҡайғыртмай.


“Күләгәләге” хеҙмәтте рәсмиләштереү йүнәлешендә республика кимәлендә эш алып барыла. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр төбәктә хеҙмәт килешеүе төҙөмәйенсә эшләгән 34110 кеше асыҡлан­ған, шул иҫәптән 301 эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекты. Власть органдары күргән саралар һөҙөмтәһендә 33921 кеше хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштергән. Ағиҙел һәм Күмертау ҡалаларында, Дыуан, Учалы, Федоровка, Әлшәй, Көйөргәҙе, Салауат, Йылайыр һәм Стәрлебаш райондарында бизнесты “күләгәнән” сығарыу эше яҡшы ойошторолған.
Республика Рәсәй төбәктәре рейтингында етенсе урында торһа, Волга буйы федераль округында икенсе баҫҡысты биләй. Дөйөм алғанда, һуңғы өс йылда беҙҙә 185 меңгә яҡын хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсми теркәгән. Ошо һөҙөмтәләргә бәйле, бюджетҡа 2,5 миллиард һум ингән, шул иҫәптән Пенсия фондына 664 миллион һум страховка иғәнәһе, физик шәхестәрҙән 882 миллион һум һалым йыйылған. Шул уҡ ваҡытта республика бюджетынан Медицина страховкаһы фонды аша эшкә яраҡлы йәштәге эшһеҙҙәрҙе тәьмин итеү маҡсатында аҡса күсереү түбәнәйгән. Мәҫәлән, 2015 йылда эшкә яраҡлы йәштәге эшһеҙҙәр һаны 60 мең кешегә кәмегән, 2016 йылда тағы ла 40 меңгә. Ошоға ярашлы, Медицина страховкаһы фонды бюджеты 700 миллион һумға аҙыраҡ сарыф ителгән. Шуға ла илдә эшһеҙҙәр булмауы ил ҡаҙнаһына ла бар яҡлап та отошло: һалым, страховка иғәнәләре түләнә, иң мөһиме – йәмғиәттең социаль климат торошо, халыҡтың именлеге яҡшыра.
Быйыл да республикаға мәшғүлдәрҙе “күләгәнән” сығарыу буйынса контроль күрһәткес бирелгән. Уға ярашлы власть эшмәкәрҙәре алдында 30185 кешенең хеҙмәтен рәсмиләштереү маҡсаты ҡуйыла.
– Граждандарҙың хоҡуҡи аңын үҫтереү мөһим, шул иҫәптән эшселәр менән хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштермәгән намыҫ­һыҙ эш биреүселәргә ҡарата түҙеп торғоһоҙ мөнәсәбәт тәрбиәләү зарур. Был мәсьәлә буйынса киң матбуғат саралары аңлатыу эшен әүҙемерәк алып барырға тейеш, – ти республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Әлбиттә, киләсәген уйлаған һәр кем эшкә төшөр алдынан хеҙмәт килешеүе төҙөргә тейеш. Әммә әле беҙҙең йәмғиәт ул кимәлгә тиклем үҫешмәгән. Эш биреүсенең вәғәҙә­ләренә ышаныу, шарттарына буйһоноу, бөгөнгөнө генә хәстәрләп йәшәү, иң мөһиме – был тәҡдимгә алмаш булырҙай йәки эш урынын һайлау мөмкинлеге тыуҙырған шарттар булмауы ошо аҙымға этәрә лә инде халыҡты. Эйе, ғаиләһен ҡарайым тигән кеше эшҡыуарҙың бөтә шарттарына ла риза.
Әммә ҡоллоҡтан сығырға ваҡыт. Нисек? Ундай эш биреүселәр тураһында урындағы етәкселәргә, һалым органдарына, проку­ратураға хәбәр итергә була. Бындай осраҡта улар аноним мөрәжәғәттәрҙе лә тикшерә. Ошондай саралар күргәндә, “конвертта” эш хаҡы тапшырыусылар күпкә кәмер ине, ә иң мөһиме – һеҙ бар яҡлап та социаль яҡлаулы буласаҡһығыҙ.
Эшләп тә “күләгәлә” ҡалғандар арабыҙҙа күп. Ошо арҡала барлыҡҡа килгән тигеҙһеҙлек Пенсия фондына килгән иғәнәләрҙең кәмеүенә килтерә. Хөкүмәт иһә ошо хәлде тигеҙләү маҡсатында, киләсәктә пенсия йәшен арттырыу сәйәсәтен алып бара ла инде. Беҙ, әлбиттә, пенсия йәшен арттырыуға ҡаршы. Әммә арабыҙҙа үҙенең бөгөнгөһө менән генә йәшәгәндәрҙең, шулай уҡ эшселәре алдында социаль йөкләмәләрен үтәмәгән ҡайһы бер намыҫһыҙ эшҡыуар­ҙарҙың эшмәкәрлеге Хөкүмәтте ошо аҙымға этәрә лә инде. Дәүләт алдында иһә керем сығанаҡтары табып, халыҡ алдында социаль йөкләмәләрҙе үтәү бурысы тора. Ваҡытлыса ғына эшкә яллағандар бар, уларҙың хеҙмәткәрҙе теркәмәүен аңларға мөмкин, сөнки документ мәшәҡәте лә иҫ китмәле, бер айға теркәйем тип ҙур мәшәҡәттәргә күмеләһең. Әммә даими эшләтеп тә теркәмәгәндәрҙе аҡлау мөмкин түгел.

Автор: Р. Мусина.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына 21.09.2018 // Иҡтисад

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми...

Тотош уҡырға 30

Сифатҡа баһа бирелә

Сифатҡа баһа бирелә 20.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста...

Тотош уҡырға 38

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн 19.09.2018 // Иҡтисад

Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге...

Тотош уҡырға 111

Тырышлығыңа күрә – хаҡы

Тырышлығыңа күрә – хаҡы 19.09.2018 // Иҡтисад

200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш...

Тотош уҡырға 75

Халыҡ башланғыстары хуплана

Халыҡ башланғыстары хуплана 19.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы...

Тотош уҡырға 62

“Витязь” ҡеүәтен арттыра

“Витязь” ҡеүәтен арттыра 18.09.2018 // Иҡтисад

“Витязь” машиналар эшләү компанияһының тәжрибә цехына Силәбе механика заводынан КС-5772 технологик...

Тотош уҡырға 48

Һандар телендә

Һандар телендә 18.09.2018 // Иҡтисад

Быйылғы йылдың өсөнсө кварталына республиканың ҡала биләмәләрендә, муниципаль округтарҙа һәм...

Тотош уҡырға 32

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ...

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ... 18.09.2018 // Иҡтисад

Күптән түгел Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт...

Тотош уҡырға 31

Төҙәтмәләр индерелһә

Төҙәтмәләр индерелһә 18.09.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә....

Тотош уҡырға 37

Стратегик документ тикшерелде

Стратегик документ тикшерелде 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикабыҙ делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында эшен дауам итә. Икенсе көн Башҡортостан...

Тотош уҡырға 54

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикала һөт продукцияһының “Башҡортостандан” брендын булдырыуҙы планлаштыралар....

Тотош уҡырға 45

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 13.09.2018 // Иҡтисад

Быйыл һигеҙ айҙа республикала 319,7 тонна яңы иген уңышы һатылған. Был былтырғы ошо осор менән...

Тотош уҡырға 55