Немецтар беҙҙең һыйырҙарҙы үрсетәсәк

20-02-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Немецтар беҙҙең һыйырҙарҙы үрсетәсәкРәсәйҙең ауыл хужалығында тоҡомло малдарҙы башҡа илдәрҙән һатып алыу — төп проблема. Ул йылына 100 мең баш самаһы иҫәпләнә. Ошо көндәрҙә Германия малсылары Калининград өлкәһендә һөтсөлөк селекция-генетика үҙәге төҙөүҙе тәҡдим итте.

Бөгөн илдең тоҡомсолоҡ базаһында 1230 көтөү һәм 436 тоҡомсолоҡ заводы булһа ла, улар етерлек кү­ләмдә түгел. Яңы заводтар төҙөү, булған малсылыҡ комплекстарын яраҡлаштырыу, йүнәтеү сәбәпле, юғары продукциялы малдарға ҙур дефицит килеп тыуҙы. Был осраҡта Германияның алдынғы селекционерҙары Калининград өлкәһендә заман шарттарына махсуслаш­ҡан тоҡомсолоҡ үҙәге төҙөү проекты идеяһы менән сыҡты. Уның дөйөм хаҡы 629 миллион һум тирәһенә баһалана.
Киләсәктә был Рәсәйҙең генетик фонд һыйырҙарын формалаштырыуға булышлыҡ итәсәк. Бәхәсһеҙ, ул илдә малсылыҡты үҫтереүгә, ит, һөт етештереүгә, һө­ҙөм­тәлелекте, һәләтлелекте арттырыуға етди этәргес бирәсәк. Ә иң мөһиме — шул уҡ Германиянан һыйыр малы алыуға конкурентлыҡҡа альтернатива буласаҡ.