Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эх, быймаһы, быймаһы...
Эх, быймаһы, быймаһы...Йылы һәм йомшаҡ быймаларҙы һәр кем кейеп үҫкәндер, моғайын. Әле лә сифатлы аяҡ кейеменә ихтыяж ҙур: кесеһе лә, олоһо ла быйма кейә. Ә бына сибайҙар республикала тәүгеләрҙән булып Быйма байрамы үткәрҙе. Быйма һаттылармы, тип уйлаһаң, хөрмәтле гәзит уҡыусым, тәрән яңылышаһың. Сараның тәүге шарттарының береһе – быйма кейеп килеү һәм ярыштарҙа ҡатнашыу.


Үҙенсәлекле, йылы һәм уңайлы аяҡ кейеменә дан йырлаусылар ҙа, быймаларҙан күргәҙмә эшләүселәр ҙә, хатта иң бәләкәй һәм иң ҙур был аяҡ кейемен яһаусылар ҙа, уның менән шөғөлләнеүсе оҫталар ҙа бер майҙанға йыйылғайны. Кемдер тәү ҡарашҡа ябай күренгән быймаларҙың төрлөлөгөнә, уға эшләнгән биҙәктәргә хайран ҡалһа, икенселәре киләһе ҡыштың ҡаты булыуын иҫәпкә алып, әле үк йомшаҡ һәм йылы быйма алып ҡыуанды. Быйма кейеп килеүселәр, уйындың шарты буйынса, мини-футбол, хоккей, арҡан тартыу буйынса төрлө спорт уйындарында ҡатнашты. Быйма байрамының төп өлөшө һәм иң ҡыҙығы алыҫлыҡҡа быйма ырғытыу булды. Быйма ырғытып, йылы һәм йомшаҡ аяҡ кейемен бүләккә алырға теләүселәр күп ине. Тәүҙә – балалар, аҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар быйма ырғытыу буйынса көсөн һынап ҡараны. Ә бына ир-егеттәр майҙанға сыҡҡас, алыш сәмле һәм ҡыйыу төҫ алды. Бер-береһенән ҡалышмай, алыҫыраҡ һелтәргә тырышыусылар һаны бермә-бер арта барҙы. Шулай ҙа иң етеҙ, дәртле һәм сәмлеләрҙе асыҡлауы ҡыйынға тура килмәне. 24,1 метр алыҫлыҡта быйма ташлап ярыштың енеүсеһе булып Сибайҙан Дамир Рахманғолов танылды. Уға шәхси эшҡыуар Венера Бикованың өр-яңы быймаһы бүләккә тапшырылды.
– Мин үҙем Баймаҡ районынан, спорт менән бала саҡтан дуҫмын. Әле вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләйем, ялға ҡайтҡас, ғаиләм менән байрам күрергә сыҡтыҡ. Быймалы булырмын тип һис тә уйламағайным. Йылы һәм йомшаҡ быйманы эшкә алып барырмын, — ти еңеүсе.
Уның шатлығын ҡатыны Альбина һәм ҡыҙҙары Эмилия ла уртаҡлаша.
Сибай ҡала хакимиәтенең физкультура һәм спорт комитеты рәйесе Фәнил Әминев әйтеүенсә, тәүге тапҡыр үтеүенә ҡарамаҫтан, Быйма байрамы юғары кимәлдә ойошторолдо. “Киләсәктә уны йыл һайын үткәреүҙе дауам итәсәкбеҙ һәм яңынан-яңы спорт төрҙәрен үткәреү планлаштырыла. Быйма ырғытыу буйынса балалар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр араһында айырым ярыш үткәреү кәрәк­леген аңланыҡ, сөнки теләүсе­ләрҙең күп булыуын үҙегеҙ ҙә күрҙегеҙ. Баш­ланғыс бар, уны дауам итергә генә кәрәк”, – тине ул.
Эх, быймаһы, быймаһы...Ысынлап та, байрам бик үҙенсәлекле үтте. Беренсенән сәләмәт тормошто һәм спортты пропагандалауға йәнә бер матур башланғыс һалынһа, икенсенән, боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүсе, быйма баҫыусыларға ла үҙҙәре етештергән әйберҙәрен һатыу мөмкинлеге тыуҙы. Йылы һәм йомшаҡ быйма кейергә теләүсе бала-сағалар ҙа, ололар ҙа күбәйҙе. Баймаҡтан килгән эшҡыуар Шәһит Сөләймәнов та Быйма байрамынан ситтә ҡалмаған, үҙҙәре етештергән йылы аяҡ кейемдәрен һатыуға сығарған. Ә бына Сибайҙан Нәсимә Ишбирҙина өйҙә кейеп йөрөү өсөн йөндән йомшаҡ аяҡ кейеме – тапочкалар тәҡдим итте. Уның тауарын күберәк оло йәштәгеләр һатып алды. Байрамда ҡаланың “Әкиәт”, “Ләйсән”, “Ҡурай”, “Ҡарһылыу” балалар баҡсаһы коллективы үҙҙәренең бай күргәҙмәләре менән һоҡландырҙы.
Быймалар шәп атлатып, йылы һәм уңайлы ғына булманы был көндө, ә күңелдәргә байрам кәйефе өҫтәне, халыҡты берләштерҙе һәм иң мөһиме – спорттың яңы бер төрөнә башланғыс һалды.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 52

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 79

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 106

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 79

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 96

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 89

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 82

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 91

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 91

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 59

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 64

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 92