Нефть, нефть, нефть...

27-02-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Нефть, нефть, нефть...Әлеге ваҡытта донъя тотҡаһы булып торған нефть илдәргә лә, кешеләргә лә идараны дауам итә. Ҡайһы ил ҡара алтынға бай, шул – көслө, уға ымһыныусылар ҙа быуа быуырлыҡ. Донъя баҙарын көйләгән байлыҡты сама менән тотоноу хаҡында оноторға ла ярамай. Энергия сығанаҡтарын күҙәтеүселәр нефтте сығарыу һорауҙан артып китеүе ихтималлығын белдерә.


Һорау тәҡдимде арттыра

Халыҡ-ара энергетик агентлығының февралдәге күҙәтеүҙәрендә ОПЕК-ка ҡараған илдәр нефтте сығарыуҙы сикләү тураһындағы килешеүҙе теүәл үтәй. Әммә нефть баҙарындағы өҫтәмә тәҡдимдәр, бигерәк тә Америка Ҡушма Штаттары яғы­нан сланец нефтен сығарыу, күҙалла­нылған һорауҙан артыуына килтереүе ихтимал.
Әйткәндәй, ОПЕК-ка 14 ил ҡарай: Алжир, Ангола, Венесуэла, Габон, Иран, Ираҡ, Кувейт, Катар, Ливия, Берләште­релгән Ғәрәп Әмирлектәре, Нигерия, Сәғүд Ғәрәбстаны, Экваториаль Гвинея һәм Эквадор. Улар донъялағы ҡара алтындың өстән ике өлөшөн контролдә тота. Әле донъяла экспортҡа сығарылған ҡара байлыҡтың 35 проценты ошо илдәргә тура килә. Шулай уҡ уларҙа “бар” тип иҫбат ителгән нефть һаҡламы 1199,71 миллиард баррель тәшкил итә.
ОПЕК илдәренең нефть менән тәьмин итеүе ғинуарҙа ла декабрҙәге кимәлдә һаҡланған, йәғни тәүлегенә 32,16 миллион баррель. Картелгә ҡарамаған илдәр иһә ҡара байлыҡты сығарыуҙы тәүлегенә 175 мең баррелгә кәметһә лә, былтырғы ошо мәлдәге күрһәткестән – тәүлегенә 1,3 миллион баррелдән күп “һуралар”. ОПЕК һәм картель илдәре нефть сығарыуҙы 137 процентҡа кәметеп, яңы рекорд ҡуйған.
Халыҡ-ара энергетик агентлығы күҙаллауы буйынса, быйыл донъяла нефткә һорау артасаҡ һәм тәүлегенә 99,2 миллион баррелгә етеүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта Америка Ҡушма Штаттарында сланец нефтен сығарыу­ҙа сығымдарҙың кәмеүе илде яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе арттырасаҡ. Әле унда ноябрҙән ғинуарға тиклем нефть сығарыуҙы тәүлегенә 846 мең баррелгә тиклем арттырғандар. Был иһә барлыҡҡа килгән һорау менән тиңләшә. Ғөмүмән, килешеүгә инмәгән илдәрҙә нефть сығарыуҙың үҫеүе һорауға ҡарағанда етештереүҙең артыуына килтереүе ихтимал.
Артыҡ нефть сығарыуҙы сикләү ҡара алтындың хаҡы төшмәүенә лә булышлыҡ итә. Һорау тәҡдимде арттырһа, артыҡ етештереү тауар хаҡын төшөрөүгә булышлыҡ итә. Шуға күрә ҡара алтын хаҡының төшөүе ошо тармаҡтан төп килем алған илдәр өсөн файҙаға түгел.
Тик мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: илдәр аҡса артынан ҡыуып, саманы онотоп нефть һурған саҡта, ҡара алтындың һаҡламы кәмей. Мәҫәлән, былтыр Ер шары 154 миллион баррель ҡара алтынын юғалтҡан. Ә бит әле донъяла нефтте эшкәртеү һәм химик етештереү сәнәғәте ҙур аҙымдар менән алға бара, үҫешә, һәм улар ҙур күләмдәге сеймалға мохтаж. Сама белмәй Ерҙе талаһаҡ, киләсәгебеҙ, экологиябыҙ нисек булыр икән?

Илдең йәшәү сығанағы

Нефть һәм уны эшкәртеү Рәсәй иҡтисадының нигеҙе булып тора. Сит илгә сығарылған төп экспорт тауарҙарын улар тәшкил итә. Илебеҙ йылына яҡынса 200 миллион тонна эшкәртелмәгән нефть һата, һәм был күрһәткес йылдан-йыл үҫә.
Беҙҙә 240-тан ашыу предприятие нефть сығарыу менән шөғөлләнә. Бөтә күләмдең 95 процентын 11 нефть сығарыусы холдинг тәьмин итә. Улар араһында иң эреләре – Роснефть, ТНК-ВР, Лукойл. Сығарыу күләме буйынса алдынғы рәттә барған компаниялар – В.Д. Шашин исемендәге “Татнефть”, “Ырымбурнефть”, “Самотлорнефтегаз”.

Ҡайһы төбәк ҡара алтынға бай?

Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә сығарылған нефть һәм газдың 80 проценты СССР заманынан билдәле ятҡылыҡтарҙан сыға­рыла. Әммә әлеге ваҡытта ла компаниялар табышлы урындарҙы эҙләү, сығарыу технологияларын үҫтереү өҫтөндә әүҙем эш алып бара.
Рәсәй нефть сәнәғәте индустрияһының мөһим үҙәге – Көнбайыш Себер. Унда ҡара алтындың 65 процентын табалар. Был төбәктә сығарылған нефттең 80 проценты Ханты-Манси автономиялы округына тура килә. Икенсе урында – Ямал-Ненец автономиялы округы. Шулай уҡ Томск өлкәһендә лә нефть күпләп табыла.
Илдең Европа өлөшөндә Башҡорт­остан, Татарстан республикалары, Һамар өлкәһе нефть сығарыуҙа ҡеүәтле төбәктәр булып тора. Шулай уҡ уларҙың иҫәбен Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы тулыландыра.
Көнсығыш Себерҙә – Красноярск крайы, Саха (Яҡут) Республикаһы, Иркутск өлкәһендә лә ҡара алтын табалар. Ғалим-геологтар белдереүенсә, был макро-төбәк яңы ятҡылыҡтар табыу йәһәтенән иң өмөтлөләрҙән иҫәпләнә. Көнсығыш Себерҙә структураларҙы ҡаҙған саҡта ятҡылыҡтарҙы табыу 26 процентҡа тиң, йәғни ил тарихында башҡа урындарҙа бындай уңышҡа өлгәшмәгәндәр.
Төньяҡ Кавказда ла үткән быуаттан нефть сығарыла. Чечня һәм Адыгей республикалары нефть һәм газға бай төбәктәр.

Ҡайҙа китә ҡара алтын?

Рәсәй нефть һәм газын төп ҡулланыусы – Европа. Экспорттың 90 проценты шунда оҙатыла. Улар иҫәбенә Көнбайыш Европа, Урта диңгеҙ буйындағы илдәр, БДБ илдәре лә индерелгән. Азия – Тымыҡ океан төбәген тәьмин итеү буйынса күләмдәр арта. Америка ла әҙләп булһа ла Рәсәй нефтен алды.
Киләсәктә Рәсәй Азия – Тымыҡ океан төбәктәрендә һәм Америка Ҡушма Штаттарында нефть сығарыуҙа илдең позицияһын нығытырға ниәтләнә.
Илдә күпме нефть бар?

Төрлө баһа бирәләр. Эйе, нефть Рәсәйҙә бар, әммә ер аҫтында. 90 проценты “сығарып алғыһыҙҙар” рәтенә ҡарай, ә ҡалғаны – нефть һаҡламдары.
Ятҡылыҡтар тулыһынса өйрәнелмәгән. Тәбиғәт ресурстары министрлығы баһаһы буйынса, ҡаҙып тикшерелгән нефть һаҡламдарының күләме 2014 йылда 18 миллиард тонна тәшкил иткән. Фән нигеҙендә иҫәпләп сығарылған участкалар категорияһы ла бар. Уларҙа 11 миллиард тоннаға тиклем ҡара алтын сығарыу мөмкин, тип фаразлана. British Petroleum компанияһы баһалауынса, Рәсәйҙәге бындай һаҡламдар 12,7 миллиард тонна тәшкил итә.

Күпмегә етер?

Был иһә сығарыу технологияһына бәйле, сөнки ҡайһы бер ятҡылыҡтарҙан еңел табыла, ә ҡайһыларынан ауырға тура килә. Ауыр юл менән сығарылғаны 60 процент самаһы тәшкил итә. Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской баһаһы буйынса, әлеге ваҡыттағы кеүек, йылына 500 миллион тонна сығарғанда, нефть ун йылға етәсәк. Әгәр ҙә ошо ваҡытта нефтселәр “ауыр” ятҡылыҡтарҙы үҙләштерһә, тағы ла 30 йылға һуҙылыр.

Нефтһеҙ нисек йәшәрбеҙ?

Ошо һорау һәр кемде борсойҙор, сөнки тормошобоҙ ҡара алтынға шул тиклем бәйле. Ул бөтһә, хатта донъя туҡтар кеүек.
Әле нефть һаҡламдары даими тулыландырылып тора. Һуңғы ваҡытта илебеҙ йыл һайын нефть сығарыуҙы арттыра. 2020 йылға һаҡлам күләме алты миллиард тоннаға күп буласаҡ, тип белдерҙеләр был һорауҙы көйләүсе ведомствола. Был тулыландырыуҙың 20 проценты ҡағыҙҙағы иҫәпләүҙәрҙән, 15 – 20 проценты яңы асылған ятҡылыҡтарҙан сығып баһалана. Ә һаҡламдар күпселектә элекке ятҡылыҡ­тарҙы заман технологияларына таянып, яңынан эшкәртеүҙән тулыландырыла. Был технологиялар менән эшләү уларҙың ғүмерен тағы ла 5 – 10 йылға оҙайтыуы бар, тип иҫәпләй белгестәр.

Нефть, һин ҡайҙа?

Донъялағы иң ҙур дәүләттәрҙең береһе булған Рәсәй нефть һәм газ ятҡылыҡ­тарының ҙур өлөшөн үҙ эсенә ала. Нефть компаниялары разведка эштәренә аҡса һалырға әллә ни теләмәй. Роснедраның элекке етәксеһе Александр Попов һуңғы 20 йылда илдә ҡара алтын сығарыуға бер районды ла әҙерләмәүҙәре тураһында белдерә. 2010 – 2012 йылдарҙа бырау­лауҙы 25 процентҡа кәметкәндәр. Шул уҡ ваҡытта ил етәкселеге нефть сығарыу мөмкинлеге булған ҡитға шельфын киңәйтеү өсөн даими көрәш алып бара.
2014 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Рәсәйҙең Охотское диңгеҙен­дәге анклавҡа ғаризаһын хуплай, хәҙер был урындағы шельф илдеке тип иҫәпләнә. 2015 йылдың яҙында Арктика шельфын киңәйтеүгә заявка бирә. Баһалауҙар буйынса унда биш миллиард тонна яғыулыҡ булыуы ихтимал, әммә күпме нефть барлығы билдәһеҙ.
Һуңғы ваҡытта донъяла нефть һәм газ ятҡылыҡтары булған ерҙәр өсөн сәйәси көрәш киҫкенләшә бара. Ҡайһы бер дәүләттәр, “Себер Рәсәйҙеке генә булырға тейеш түгел” тип, нефть һәм газ ятҡылыҡтары өсөн асыҡтан-асыҡ дәғүә белдерә. Хәҙер иһә диңгеҙҙәге шельфтар, Арктика ерҙәре өсөн илдәр араһында дәғүәселәр күбәйеп китте.
Был сәйәси мөхиттә Рәсәйгә еңел түгел, әммә илебеҙҙең ошо мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү йүнәлешендә булыуы һәм донъяла үҙенең абруйлы йоғонтоһон көсәйтеүе ҡыуаныслы.
Ҡыуаныслы, тим, сөнки әлеге ваҡытта илебеҙҙең иҡтисадын, бюджетын нефть, газ һәм уларҙы эшкәрткән предприятиелар – төп тулыландырыусылар, ҡеүәтләү­селәр. Уларҙы юғалтһаҡ, илдең киләсәге ниндәй булырын күҙ алдына баҫтырып булмай. Шуға ла барҙың ҡәҙерен белһәк ине.