Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уйҙары ла, эштәре лә яҡтылыҡҡа ҡоролған
Уйҙары ла, эштәре лә яҡтылыҡҡа ҡоролғанЭнергетика ҡеүәттәре кешелектең уңайлы һәм мәҙәниәтле йәшәйешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Ә инде был ресурстарҙы файҙалы һәм һаҡсыл файҙаланыу тармаҡтағы предприятиеларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Улар үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәте менән төбәктең иҡтисади-социаль үҫешен тиҙләтә. Бөгөн “Нефтекама район-ара электр селтәрҙәре предприятиеһы” муниципаль унитар предприятиеһы менән таныштырмаҡсыбыҙ.


Үткән йыл предприятие үҙенең ярты быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Нәҡ илле йыл элек ул эшмәкәрлеген төньяҡ район-ара электр селтәрҙәре ойошмаһы булараҡ башлай. Унан һуңғы тиҫтә йыл дауамында төрлө үҙгәреш кисерә, әммә тәғәйенләнеше һәм төбәктең көнитмешендәге әһәмиәте үҙ юғарылығында ҡала. Ул энергияны һатыу-һатып алыу өлкәһендә төбәк селтәр ойошмаһы булып тора, энергия менән тәьмин итеүсе – ҡулланыусы даирәһендә аралашсы ролен үтәй. Предприятиеның хеҙмәтенә төп заказсылар булып Нефтекама ҡала хакимиәте һәм ҡалалағы сәнәғәт һәм коммуналь комплекс предприятиелары һанала.
Һуңғы йылдарҙа электр энергияһын ҡулланыу күләме арта. Был ҡалала бәләкәй һәм урта бизнес иҫәбенә етештереү ҡеүәттәренең артыуы, торлаҡ төҙөлөшөнөң киңәйеүе менән аңлатыла. Энергетиктар ҡулланыусыларҙың үҫә барған ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Коллективта 227 кеше эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы – үҙ эшенең оҫтаһы. Етмешкә яҡын хеҙмәткәр махсус юғары белемле, йәнә ун биш кеше юғары уҡыу йорттарында белем ала. Йәштәргә белемен камиллаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыла, уларҙың киләсәге тураһында ҙур хәстәрлек күрелә.
Уйҙары ла, эштәре лә яҡтылыҡҡа ҡоролғанКоллективта кадрҙар әҙерләү, уларҙың һөнәри оҫталығын камиллаштырыу көнүҙәк бурыс итеп ҡуйылған. Ул билдәләнгән план буйынса ғәмәлгә ашырыла. Даими рәүештә хеҙмәт урындары аттестациялана, сөнки заман энергетикаһы бик тә ҡатмарлы, юғары технологияларға ҡоролған. Был өлкәлә белемле, төплө әҙерлекле кадрҙар кәрәк.
Бында күп коллективтарҙа онотолоп барған хеҙмәт династиялары менән дә ғорурланалар. Исемдәре бөтә ҡалала билдәле Палоошевтар, Мусиндар, Двоеглазовтар, Милюковтар, Ҡорбановтар, Сәләховтар, Ғәскәровтарҙың бер нисә быуыны ҡала энергетикаһын үҫтереү өсөн тиҫтәләрсә йыл дауамында фиҙакәр хеҙмәт һала. Абруйлы династиялар йәштәргә матур өлгө булып тора. Был йәһәттән шуны ла билдәләргә кәрәк: яңы килгән хеҙмәткәрҙәр коллективҡа оҙаҡҡа берегә икән, тимәк, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай. Предприятие етәкселеге хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәрлекте производство бурыстары менән бер рәткә ҡуя. Хеҙмәткәрҙәрҙең социаль-көнкүреш мәсьәләләренә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Уларға уңайлы көнкүреш бинаһы булдырылған, буфет эшләй, һәм унда көн һайын йылы аш килтерелә, медицина пункты бар. Энергетик­тарҙың сәләмәт тормош рәүешен тәьмин итеүгә, уларҙы спортҡа йәлеп итеүгә етди иғтибар йүнәлтелә, сөнки энергетика тармағында белемле булыу менән бергә, ныҡлы физик әҙерлекле, ҡыйыу һәм сыҙамлы һөнәр эйәләре генә эшләй ала. Предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡала һәм республика күләмендәге һөнәри бәйгеләрҙә һәм спорт сараларында ла һынатмай.
Әйтеп үткәнсә, Нефтекама энергетиктары өсөн үткән йыл иҫтәлекле булды. Юбилей йылын бөтә күрһәткестәр буйынса ла уңышлы тамамланылар. Әммә улар өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәтләнә торғандарҙан түгел. Бөгөн предприятиела электр энергияһын ҡулланыусыларға тапшырыуҙы тотороҡло һәм хәүефһеҙ итеү, селтәрҙәрҙе яңыртыу, хеҙмәтләндереү сифатын бар яҡлап та заман талаптарына яуап бирерлек дәрәжәгә еткереү өсөн селтәрҙәрҙе яңыртыу һәм ҡорамалдарҙың ҡеүәтен үҫтереү буйынса ҡоласлы эш алып барыла. Инвестициялар йәлеп итеү хәстәрлеге лә күрелә. Йыһаздарҙы яңыртыу инвестиция программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул ҡаланың үҫеш перспективаһын һәм электр селтәрҙәрен үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Иҡтисади талаптар энергетика ресурстарын һаҡсыл файҙаланыуҙы талап итә. Электр энергияһын ҡулланыусыларға технологик тоташтырыу, иҫәпләү, ҡоролмаларҙы ремонтлау өсөн алдынғы компьютер программаһы индерелә. Шулай уҡ селтәрҙәрҙе тотош паспортлаштырыу һәм яңыртыу, хужаһыҙ объекттарҙы балансҡа ҡуйыу буйынса планлы саралар билдәләнгән.
Предприятиеның матди-техник базаһы ҡеүәтле. Үҙҙәренең 22 мең 177 квадрат метр майҙанда етештереү базаһы бар. Уны яңыртыу бурысы ҡуйылған. Яҡын киләсәктә трансформаторҙар өсөн ангар төҙөү, етештереү, административ биналарҙы һәм техника өсөн боксты ремонтлау ҡаралған. Техника паркы ла яңырасаҡ.
Ышанып әйтергә мөмкин: алға ҡуйған бурысты тормошҡа ашырырға энергетиктарҙың мөмкин­лектәре лә, тырышлыҡтары ла етерлек. Эйе, заман нәҡ улар кеүек булдыҡлыны үҙ итә. Был коллективтың хеҙмәт уңыштарында ла асыҡ сағыла. Предприятие күп наградаларға эйә. Улар юғары күрһәткестәре өсөн республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары араһында III дәрәжә диплом менән бүләкләнгән, шулай уҡ Баш­ҡортостан Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булған. Предприятиеның Нефтекама ҡалаһы сәнәғәт предприятиелары араһында йыл күрһәткестәре буйынса күп тапҡыр еңеүсе булыуын да билдәләргә кәрәк.
Булдыҡлы коллективҡа һуңғы биш йылда энергетика өлкәһендә бай хеҙмәт тәжрибәһе туплаған, талапсан, шул уҡ ваҡытта кешелекле һәм кеселекле директор, Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре Шамил Хәйруллин етәкселек итә. Уның дөрөҫ иҡтисади сәйәсәт алып барыуы, юғары ойоштороу һәләте менән предприятиены яңы бейеклеккә күтәреүгә өлгәшелде. Иң мөһиме – энергетика баҙарында уларҙың үҙ урыны, үҙ йөҙө бар.



Шамил Фәйзи улы Хәйруллин Өфө ҡалаһында тыуа. Нефтекама ҡалаһында урта мәктәпте тамамлай һәм Урал политехник институтына уҡырға инә. Унан һуң армия сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Хеҙмәт юлын ”Башсельмаш” заводында электротехника лабораторияһы начальнигы булып башлай. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында “Интеграл” һәм “Хладон” пред­приятиеларында эшләй. 1993 йылдан башлап хеҙмәт эшмәкәрлеге “Нефтекама ра­йон-ара электр селтәрҙәре предприя­тиеһы” менән бәйле. Шамил Хәйруллин, инженер, участка мастеры, баш инженер баҫ­ҡыстарын үтеп, 2013 йылда предприятие директоры итеп тәғәйенләнә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына 21.09.2018 // Иҡтисад

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми...

Тотош уҡырға 66

Сифатҡа баһа бирелә

Сифатҡа баһа бирелә 20.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста...

Тотош уҡырға 47

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн 19.09.2018 // Иҡтисад

Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге...

Тотош уҡырға 122

Тырышлығыңа күрә – хаҡы

Тырышлығыңа күрә – хаҡы 19.09.2018 // Иҡтисад

200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш...

Тотош уҡырға 87

Халыҡ башланғыстары хуплана

Халыҡ башланғыстары хуплана 19.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы...

Тотош уҡырға 70

“Витязь” ҡеүәтен арттыра

“Витязь” ҡеүәтен арттыра 18.09.2018 // Иҡтисад

“Витязь” машиналар эшләү компанияһының тәжрибә цехына Силәбе механика заводынан КС-5772 технологик...

Тотош уҡырға 56

Һандар телендә

Һандар телендә 18.09.2018 // Иҡтисад

Быйылғы йылдың өсөнсө кварталына республиканың ҡала биләмәләрендә, муниципаль округтарҙа һәм...

Тотош уҡырға 40

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ...

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ... 18.09.2018 // Иҡтисад

Күптән түгел Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт...

Тотош уҡырға 39

Төҙәтмәләр индерелһә

Төҙәтмәләр индерелһә 18.09.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә....

Тотош уҡырға 44

Стратегик документ тикшерелде

Стратегик документ тикшерелде 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикабыҙ делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында эшен дауам итә. Икенсе көн Башҡортостан...

Тотош уҡырға 62

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикала һөт продукцияһының “Башҡортостандан” брендын булдырыуҙы планлаштыралар....

Тотош уҡырға 50

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 13.09.2018 // Иҡтисад

Быйыл һигеҙ айҙа республикала 319,7 тонна яңы иген уңышы һатылған. Был былтырғы ошо осор менән...

Тотош уҡырға 61