Помидор етмәй әле

15-05-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
2020 йылға тиклем Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге доктринаһының төп күрһәткестәренең үтәлеше хаҡында сығышта бөгөн Рәсәйҙең иген, ит, үҫемлек майы, шәкәр етештереү буйынса импорттан азат булыуы, шулай ҙа мәсьәләне тулыһынса хәл итеү өсөн шаҡтай көс һалырға кәрәклеге хаҡында әйтелде.


“Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге күрһәткесе 2017 йыл буйынса, иген — 99,3 процент (95 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш), шәкәр 94,3 (план — 80 процент) тәшкил итә. Әйткәндәй, ит һәм ит аҙыҡтары етештереү планы 15 процентҡа тиерлек арттырып үтәлгән. Төп мәсьәлә — быйыл да өлгәшелгән үҫеште һаҡлап ҡалыу”, — ти ведомство етәкселәре.
Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр бар әле. Һуңғы йылдарҙа теплицаларҙа йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү йүнәлеше үҫешһә лә, халыҡ ихтыяжын тулыһынса ҡаплай алмайбыҙ. Былтыр үҙебеҙҙе тәьмин итеү ни бары 53 процент тәшкил иткән. Беҙгә йәнә кәм тигәндә бер мең ярым гектар майҙанда теплица төҙөү зарур “Рәсәй аграрийҙары помидор баҙарында өҫтөнлөк алһын өсөн тағы өс йыл кәрәк. Әйткәндәй, бөгөн беҙ импортты икеләтә ҡыҫҡарттыҡ, хәҙер үҙебеҙҙең помидор өлөшө 40 проценттан артты”, — ти белгестәр.
Бынан тыш, һөт һәм тоҙ етештереү буйынса ла доктринала ҡуйылған күрһәткескә өлгәшә алмағанбыҙ. Үҙебеҙҙең дөйөм ҡулланған һөт өлөшө 80—82 процент тирәһе (план 90 процент). Аш тоҙо йәһәтенән дә шаҡтай көс һалыу мөһим — 62 процент (85 булырға тейеш).
Тоҙ етешмәүҙең сәбәбен белгестәр тимер юл вагондарының етерлек күләмдә булмауы менән аңлата. Шуға ла был мәсьәләне хәл итеү анһат, сөнки үҙебеҙҙең предприятиелар иртәгә үк барлыҡ ихтыяжды ҡапларға мөмкинлек бирә.