Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көндө төнгә ялғап…
Көндө төнгә ялғап…Куйбышев исемендәге кооператив баҫыуҙарында трактор тауышы тәүлек әйләнәһенә туҡтамай, сөнки тап әлеге ваҡытта район хужалыҡтарында сәсеү эштәренең иң ҡыҙған мәле. Ауыл хеҙмәтсәндәре уны ырамлы ғына башлап ебәрҙе.


Яҙҙың һуңлап һәм һалҡын килеүе сәбәпле, баҫыуға, нигеҙҙә, май башында ғына сыҡҡан аграрийҙар йылы һәм ҡоро көндәрҙең һәр сәғәтен һөҙөмтәле файҙа­лана, мөһим кампанияны үҙ мәлендә башҡарып сығыу өсөн бөтә көсөн һала.
Халыҡса әйткәндә, һәр тарафта сәмле хеҙмәт ҡайнай. Бында хужалыҡ ида­ралығының ныҡлы контроле, белгестәрҙең баҫыуҙағыларға урынлы һәм өлгөр ярҙамы, игенселәрҙең тырыш­лығы һиҙелә. Уңышлы, ырамлы эштең сәбәбе шунда: яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыу тәүлек әйләнәһенә ойошторолған.
Дым ҡаплатыуҙы уңышлы теүәлләп, Азат Гәрәев, Айнур Йосопов, Рәсил Әкрәмов, Рәшит Сәйетгәрәев, Азат Кашапов, Алик Сөләймәнов, Мөҙәрис Йосопов атлы егеттәр һәм башҡалар фиҙакәр хеҙмәт күрһәтеп, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Хәҙер иһә сәсеүлектәрҙе культивациялау, катуклау, яңы уңышҡа нигеҙ һалыу бара. Әйткәндәй, Илештә быйыл да юғары уңыш биргән сорттар игеләсәк. Бының өсөн сәсеүлектәрҙең һәр гектарына тәьҫир итеүсе матдә иҫәбенән 80 килограмм минераль ашлама индерелгән.
Көндө төнгә ялғап…Культивациялауҙа уңған механизаторҙар Марсель Ғаянов, Марат Хәйретдинов, катуклауҙа Илнур Йосопов, Мөҙәрис Йосопов, Рүзил Разов, Азат Авзалов өлгөрлөк күрһәтә. Ер эшкәртеү бурысы тәжрибәле механизаторҙар Исмәғил Фәтхелисламов менән Рәмил Заһитовҡа ышанып тапшырылған. Быйыл арпа 1026 гектар майҙанды биләй. Уның “челябинская-99”, “саша” (супер-элита) сорттарына нигеҙ һалынған. Борсаҡ 126 гектар майҙанға сәселгән, “шишмә-229” сортына өҫтөнлөк биргәндәр. Шулай уҡ 225 гектарҙа бер йыллыҡ үлән һәм 300 гектарҙа вика үҫтерелә.
Сәсеүҙә дүрт агрегат етештереүсәнле эшләп, көнөнә 300 гектарҙан артыҡ майҙанға уңыш һалына. “Куйбышевтар” бойҙайҙы 1079 гектар майҙанда сәсеүҙе планлаштырып, уның “экада-70”, “архат” сорттары игелә. Бойҙай сәсеүҙә орлоҡ ташыусылар Илшат Фәтхетдинов, Рим Ғәбделхаҡов, Рөстәм Абдуллин, Илдан Мурзин, Айҙар Ғарипов, минераль ашлама ташыусы Дамир Яхин, Филүс Шакирйәнов, “Джон-Дир”, “Омичка СКП-2” агрегаттарын, “Беларусь-12.21” техникаһын хеҙмәтлән­дереүселәр Әнфир Шайморатов, Василий Соборь, Роберт Саматов, Азат Кашапов, Азат Гәрәев, сәсеүселәр Рәмил Хәми­ҙуллин, Гилүс Камалетдинов, Рәшит Юнысов, Илмир Тимерханов һәм башҡа игенселәр һынатмай, планды арттырып үтәй. Рапс сәсеүҙә механизатор Рәсил Әкрәмов, ярҙамсылары Рәшит Сәйетгәрәев, Илшат Саҙретдинов, Фәйләс Миһранов уңғанлыҡ күрһәтә.
– Яҙғы ҡыр эштәренә көҙҙән үк әҙерлек алып барҙыҡ, ­– ти кооперативтың баш агрономы Искәндәр Афзалов. – Яғыулыҡ, минераль ашлама етерлек күләмдә туп­ланды. Шуны ла билдәләү мөһим: баҫыу эштәренең беренсе көнөнән үк үҙ-ара ярыш ойоштороу, етештереүсәнле эшләү өсөн тейешле шарттар тыуҙырыу хәстәрлеге күрелә, шулай уҡ көнөнә ике тапҡыр туҡланыу ойошторола. Ашнаҡ­сылар Зөлфирә Мөһийәрова менән Илмира Дауытова игенселәрҙе тәмле ҡайнар аштары менән һыйлай. Вахта сменаһын йөрөтөүсе водитель Ринат Мырҙайәнов, иретеп йәбештереүселәр Раушан Иҙелбаев, Ришат Сафиуллин үҙ эшенә яуаплы, теүәл ҡарай.
Бына шулай, һәр ваҡыттағыса, сәсеү кампанияһында яҡшы, һөҙөмтәле эш өлгөһө күрһәтә Куйбышев исемендәге хужалыҡ уңғандары. Уларҙың был көндәрҙәге тәүлек әйләнәһенә фиҙакәр хеҙмәттәре көҙ келәт тулы ашлыҡ булып ҡайтыр тип ышанғы килә.

Илеш районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 49

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 43

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 50

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 60

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 39

Ташламалар ике йылға оҙайтыла

Ташламалар ике йылға оҙайтыла 11.12.2018 // Иҡтисад

Электрон рәүештә түләнгән дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама 2021 йылға ҡәҙәр оҙайтылды....

Тотош уҡырға 48

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай 11.12.2018 // Иҡтисад

Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереү...

Тотош уҡырға 37

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла 10.12.2018 // Иҡтисад

Һуңғы йылдарҙа республика муниципалитеттарында мөлкәт һалымын йыйыу әллә ни артмай, 50 процент...

Тотош уҡырға 43

Алданған өлөшсөләр иғтибарына!

Алданған өлөшсөләр иғтибарына! 10.12.2018 // Иҡтисад

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡайһы бер ҡала, райондарында алданған...

Тотош уҡырға 41

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ!

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ! 10.12.2018 // Иҡтисад

“Иномарка”нан текәһе юҡ”, ти торғас, артыҡ маҡтауҙан ялығып киттек ахыры. Рәсәйҙәр быйыл үҙҙәрендә...

Тотош уҡырға 42

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ"

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ" 09.12.2018 // Иҡтисад

“Ҡуштауҙы эшкәртеү хаҡындағы ҡарар 2,5 мең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙы БСК...

Тотош уҡырға 90

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла 07.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 58