Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләбеҙ
Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләбеҙРеспублика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йыл башында тәғәйенләнгән Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Нго Дык Мань менән осрашты. Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади, фән һәм мәҙәниәт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.


— Илдәребеҙ халыҡтары араһындағы дуҫлыҡтың ҡәҙерен беләбеҙ, Советтар Союзы менән Вьетнам араһындағы мөнәсәбәттәр тарихын ихтирам итәбеҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөгөн Рәсәй — Вьетнам хеҙмәттәшлегенә стратегик партнерлыҡ үҙенсәлектәре хас. 2019 йыл Вьетнамда — Рәсәй, ә Рәсәйҙә Вьетнам йылы тип иғлан ителде.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан менән Вьетнам араһындағы мөнәсәбәттәр нығый, үҫә. Бариа-Вунгтау провинцияһы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Былтыр йыл башында Башҡортостан делегацияһы Вьетнамға сәфәр ҡылды.
— Ҙур TH Group корпорацияһы менән мәнфәғәттәребеҙ уртаҡ. Ул республикабыҙҙа һөтсөлөк комплекстары төҙөргә ниәтләй, — тине Рөстәм Зәки улы. — Беҙгә Евразия иҡтисади союзы менән Вьетнам араһындағы ирекле сауҙа тураһындағы килешеү мөмкинлектәрен файҙаланырға кәрәк. Әлбиттә, үҙ-ара сауҙала ҡатнашыусылар өсөн ул асҡан өҫтөнлөктәрҙе киңерәк ҡулланыу шарт.
Республика Башлығы яҡын киләсәктә Башҡортостанда үтәсәк ҙур халыҡ-ара саралар тураһында һөйләне һәм Вьетнам делегацияһын унда ҡатнашырға саҡырҙы.
— Башҡортостан — мин илсе сифатында килгән Рәсәйҙең тәүге төбәге, — тине Нго Дык Мань. — Вьетнам менән Рәсәй — мөнәсәбәттәрендә ҙур үҫеш ҡеүәте тупланыуы тураһындағы фекерегеҙ менән тулыһынса килешәм. Шуға күрә барлыҡҡа килгән яҡшы бәйләнештәрҙе яңы кимәлгә күтәреү йәһәтенән бергәләп эшләргә тейешбеҙ. Хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн мөмкинлектәр бар. Вьетнамдың TH Group корпорацияһының бында күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашыра башлауы үҙе үк республикала беҙҙең эшҡыуарҙар өсөн яҡшы шарттар булдырылыуы хаҡында һөйләй.
Илсе билдәләүенсә, әле Башҡортостан менән Бариа-Вунгтау провинцияһы араһында аныҡ хеҙмәттәшлек планы төҙөлә. Провинция делегацияһының быйыл республикаға килеүе лә ихтимал.
— Һеҙ бында йәшәгән Вьетнам граждандарына булышлыҡ итәһегеҙ. Белеүегеҙсә, улар ҡасандыр студент, эшсе сифатында килгән. Советтар Союзы тарҡалғас, ошонда төпләнгән, — тине Нго Дык Мань. — Уларҙың күптәре Рәсәй гражданына әүерелеп, урындағы иҡтисадты үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. Ошоноң өсөн шәхсән Һеҙгә һәм республика Хөкүмәтенә ҙур рәхмәт. Минеңсә, был дәүләттәребеҙ араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн үҙенсәлекле күпер буласаҡ.
Әйткәндәй, Башҡортостан менән Вьетнам араһындағы тышҡы сауҙа тауар әйләнешенең иң ҙур күләменә 2015 йылда өлгәшелгән. Ул 15,1 миллион доллар тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта был күләмдең төп өлөшө экспортҡа тура килә.
Башҡортостан биләмәһендә Вьетнам капиталы ҡатнашлығында ойошторолған һәм туризм, йәмәғәт туҡланыуы, аҙыҡ-түлек етештереү, сауҙа өлкәһендә эшләгән биш предприятие бар.

Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡайһы предприятиеларға ышаныс бағлайбыҙ?

Ҡайһы предприятиеларға ышаныс бағлайбыҙ? 23.03.2019 // Иҡтисад

“Айырым компанияларҙы – үҫеш драйверҙарын – һанап үтергә мөмкинме? Бөгөн Башҡортостан башҡа...

Тотош уҡырға 30

100 йыллыҡҡа –  төп ун төҙөлөш

100 йыллыҡҡа – төп ун төҙөлөш 22.03.2019 // Иҡтисад

Оло байрам айҡанлы төбәктә 102 яңы объект төҙөлә. Был проект “Республиканың 100 йыллығына – 100...

Тотош уҡырға 56

Хеҙмәт батырҙары һынатмай

Хеҙмәт батырҙары һынатмай 22.03.2019 // Иҡтисад

Төбәктең “Шаранагрогаз” йәмғиәте — хәҙерге технологиялар нигеҙендә ныҡлы етештереү базаһына эйә...

Тотош уҡырға 28

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла 22.03.2019 // Иҡтисад

Өҫтәлде байрам табындарын колбаса һәм колбаса ризыҡтарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай....

Тотош уҡырға 45

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы?

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы? 21.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Иглин районында тәүге “Инвестиция сәғәте” үтте....

Тотош уҡырға 43

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ 21.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостандың Арбитраж суды һалым хеҙмәтенең “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән...

Тотош уҡырға 38

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа...

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа... 20.03.2019 // Иҡтисад

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар...

Тотош уҡырға 65

Апрелдән компенсация түләнә

Апрелдән компенсация түләнә 20.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттарын раҫланылар. Документ граждандарҙың...

Тотош уҡырға 111

Ишембай үҫешергә әҙер!

Ишембай үҫешергә әҙер! 20.03.2019 // Иҡтисад

Быйыл Башҡортостанда беренсе махсус иҡтисади биләмә булдырырға әҙерләнәләр. Уның урыны билдәле –...

Тотош уҡырға 50

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 55

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 55

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 55