Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пенсияға тиклем йәшәрбеҙме?
Рәсәйҙә 65 йәштән хаҡлы ялға сығырға теләүселәр табылыуы икеле
Рәсәйҙә һәр кешенең пенсия күләме уның уртаса килеменән сығып билдәләнергә тейеш. Мәҫәлән, Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы менән Пенсия фондында тап шулай тип иҫәпләйҙәр. Улар тәҡдим иткән пенсияның өр-яңы реформаһының “эш варианты” менән Дмитрий Медведев танышып та өлгөргән инде.
Социаль өлкәләге реформаларҙан Рәсәй халҡы, дөрөҫөн генә әйткәндә, “дер ҡалтырап” тора. Үткән быуаттың 90-сы йылдары, Зурабов реформалары күптәрҙең ышанысын ныҡ ҡаҡшатты. Шуға ла көтөлгән үҙгәрештәрҙе ҡайһы берәүҙәр үтә шикләнеп ҡаршылай.
Яңы тәҡдимдәр араһында пенсия йәшен арттырыу ҙа бар. Ил етәкселеге был йәһәттән ниндәй генә вәғәҙәләр бирмәһен – илдә халыҡ һанының кәмеүе һәм уның һөҙөмтәһе булараҡ эшсе ҡулдарға ҡытлыҡ тап ошондай аҙымға этәрә. Бөгөн мигранттарға ғына күҙ төбәп тороу — аҡылһыҙлыҡ, уларҙың күбәйгәндән-күбәйеүе урындағы халыҡтың ризаһыҙлығына килтерәсәк. Шуға ла пенсияның яңы реформаһы был мәсьәләләрҙе лә күҙ уңында тоторға мәжбүр.
Яңы реформаның авторҙары фекеренсә, пенсия йәше яйлап артырға тейеш, һәм 2047 йылдан Рәсәй халҡы 65 йәштән пенсияға сығасаҡ тип көтөлә. Ҡатын-ҡыҙҙың пенсия йәше 2015 йылдан арта башлаясаҡ һәм 2029 йылда 60 йәшкә етәсәк. Бөгөн иһә Рәсәйҙә ирҙәр 60 йәштән, ҡатын-ҡыҙ 55-тән хаҡлы ялға сыға.
Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудрин фекеренсә, быны беҙҙән иҡтисадтың бөгөнгө хәле талап итә. Уның иҫәпләүҙәре буйынса, Пенсия фондының 2012 йылдағы дефициты триллион һумдан ашып китәсәк. Шулай уҡ ул пенсияға хоҡуҡ биргән хеҙмәт стажын әлеге 5 йылдан 30 йылға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Кудриндың тағы бер тәҡдиме – хеҙмәт йәшенән үтеп эшләп йөрөгәндәргә пенсия түләүҙе ялға сыҡҡансы туҡтатып тороу.
Ә бына Владимир Путин пенсия йәшен арттырыуға юл ҡуймаясағы тураһында бер нисә тапҡыр белдерҙе. Уныңса, әгәр ил етәкселеге был турала уйланһа, Рәсәйҙә күптән инде ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ирҙәр ҙә 65 йәштән пенсияға сыҡҡан булыр ине. Матбуғат секретары Дмитрий Песков та: “Путин, тәжрибәле менеджер булараҡ, Конституциябыҙҙың төп нигеҙҙәренә эҙмә-эҙлекле таянып эш итә. Ә унда, Рәсәй – социаль дәүләт, тип әйтелгән”, – тигәйне март айында.
Әммә пенсия йәшен арттырырға теләүселәр был фекерҙе “тоҙларға” ашыҡмай. Бизнес та ошондай үҙгәреш яҡлы. Ни тиһәң дә, илдә әлеге мәлдә уға көслө баҫым яһала – мәҫәлән, бөгөн страховка иғәнәләре күләме генә 30 процент тирәһе тәшкил итә. Пенсия йәшен арттырыу бизнестың хәлен аҙмы-күпме еңеләйтәсәк тип өмөтләнеүселәр бар.
Яңы реформа авторҙары Алексей Кудриндың фекерҙәштәре түгелме икән тигән һорау ҙа тыуып ҡуя. Улар пенсия йәшен арттырыуҙа ғына туҡталып ҡалмаған. Мәҫәлән, авторҙар, Кудрин кеүек үк, пенсия күләмен иҫәпләү өсөн яңы формула ҡулланырға тәҡдим итә. Уға ярашлы, пенсияға хоҡуҡ биреүсе стажды арттырыу көтөлә. Иң бәләкәй социаль пенсияға өмөт итеү өсөн хәҙер 15 йыл хеҙмәт стажы кәрәк булыуы бар. 1967 йылдан алда тыуғандарға эш хаҡының 40 проценты самаһы пенсия алыу өсөн 30 йыл хеҙмәт стажы талап ителәсәк. Ә 1967 йылдан һуң донъяға килгәндәргә эш хаҡының 45 процентына тиклем пенсия алыу өсөн кәмендә 40 йыл “тир түгергә” тура киләсәк.
Тәҡдим ителгән тағы ла бер үҙгәреш – эш хаҡынан Пенсия фондына 2012 — 2013 йылдарға тиклем ваҡытлыса билдәләнгән 22 процент күләмендәге һәм үтә ҙур эш хаҡына (2012 йылда – 512 мең һум) 10 процент күләмендәге өҫтәмә түләү киләсәктә лә һаҡланасаҡ. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәре пенсияға ваҡытынан алда сыҡҡан (ундайҙар бөгөн 10,7 миллион кеше, шуларҙың 4,9 миллионы эшләүен дауам итә) ойошмалар өсөн страховка түләүҙәре 15 процентҡа күберәк буласаҡ, тип көтөлә.
Дөйөм алғанда, был реформаның киләсәге әлегә ҡараңғы. Әммә, күп белгестәрҙең фекеренсә, унда заман талап иткән үҙгәрештәр ҙә, халыҡта ҙур ризаһыҙлыҡ уятыусы яңылыҡтар ҙа етерлек. Мәҫәлән, шул уҡ пенсия йәшен арттырыуҙы ла күптәр риза булып ҡабул итмәйәсәк. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова, “Росстат”тың күҙаллауҙарына таянып, 2020 йылға Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы 71,8 йылға етәсәк (шул иҫәптән ирҙәрҙеке – 66,2, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы – 77,3 йыл) тип белдергәйне. Тимәк, уртаса алғанда, һәр беребеҙ ни бары алты йыл ғына пенсия аҡсаһын файҙаланып ҡалған кеүек килеп сыға бит.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Былар ҡыҙыҡлы
Работа@mail.ru Интернет порталында бирелгән һорауға ярашлы, һәр өсөнсө яуап биреүсе генә пенсияға сыҡҡандан һуң дәүләт ярҙамына өмөт итә. Күптәр артабан да эшләйәсәген һәм шулай итеп үҙ-үҙен тәьмин итәсәген белдергән. Һорауға яуап биреүселәрҙең 23 проценты пенсияһына күберәк түләүҙәр күсереү маҡсатында “аҡ” эш хаҡы түләгән ойошмаға эшкә килгән. Шулай уҡ пенсияның бөгөнгө күләменән һорауға яуап биреүселәрҙең ни бары өс проценты ғына риза, ә бына 76 процент халыҡты ул бөтөнләй ҡәнәғәтләндермәй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына

Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына 21.09.2018 // Иҡтисад

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми...

Тотош уҡырға 41

Сифатҡа баһа бирелә

Сифатҡа баһа бирелә 20.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, сифат өлкәһендәге премияларға конкурста...

Тотош уҡырға 43

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн

Пенсия йәше: уҡытыусылар һәм табиптар өсөн 19.09.2018 // Иҡтисад

Белеүегеҙсә, 19 июлдә илдең Дәүләт Думаһы пенсия ҡануниәтенә үҙгәрештәр тураһындағы законды тәүге...

Тотош уҡырға 117

Тырышлығыңа күрә – хаҡы

Тырышлығыңа күрә – хаҡы 19.09.2018 // Иҡтисад

200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш...

Тотош уҡырға 80

Халыҡ башланғыстары хуплана

Халыҡ башланғыстары хуплана 19.09.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов рәйеслегендә үткән Хөкүмәт Президиумы...

Тотош уҡырға 66

“Витязь” ҡеүәтен арттыра

“Витязь” ҡеүәтен арттыра 18.09.2018 // Иҡтисад

“Витязь” машиналар эшләү компанияһының тәжрибә цехына Силәбе механика заводынан КС-5772 технологик...

Тотош уҡырға 52

Һандар телендә

Һандар телендә 18.09.2018 // Иҡтисад

Быйылғы йылдың өсөнсө кварталына республиканың ҡала биләмәләрендә, муниципаль округтарҙа һәм...

Тотош уҡырға 36

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ...

Яғыулыҡҡа кәрәк ауыҙлыҡ... 18.09.2018 // Иҡтисад

Күптән түгел Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтарҙы дәүләт...

Тотош уҡырға 38

Төҙәтмәләр индерелһә

Төҙәтмәләр индерелһә 18.09.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы Өфөнән көнсығыштан сығыу юлын һалыуҙы финанслау тураһындағы закон проектын тикшерә....

Тотош уҡырға 40

Стратегик документ тикшерелде

Стратегик документ тикшерелде 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикабыҙ делегацияһы IV Көнсығыш иҡтисад форумында эшен дауам итә. Икенсе көн Башҡортостан...

Тотош уҡырға 56

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр

Беҙҙең һөттө сит илдә лә эсерҙәр 13.09.2018 // Иҡтисад

Республикала һөт продукцияһының “Башҡортостандан” брендын булдырыуҙы планлаштыралар....

Тотош уҡырға 47

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 13.09.2018 // Иҡтисад

Быйыл һигеҙ айҙа республикала 319,7 тонна яңы иген уңышы һатылған. Был былтырғы ошо осор менән...

Тотош уҡырға 57