Бензинға хаҡ арта. Был иҡтисади мохтажлыҡмы?

6-06-2018, 00:03 // Иҡтисад, Анонстар // Баҫып сығарырға
Бензинға хаҡ арта. Был иҡтисади мохтажлыҡмы?Май айында бензинға хаҡтың беренсе тапҡыр артыуы ябай автомобилселәрҙе генә түгел, тармаҡ ойошмаларын да хафаға һалды. Рәсәй яғыулыҡ союзы яғыулыҡты күмәртәләп һатыусыларҙы алдан һөйләшеп һәм аҫтыртын эш итеүҙә ғәйепләй. Был күренештең сәбәбе нимәгә ҡайтып ҡала?


Күңелһеҙ статистикаға ҡарағанда, май айында бензиндың хаҡы 3,4 процентҡа үҫте. Дағстандың баш ҡалаһы Махачкалала ул хатта 4,8 процентҡа күтәрелде. Шуға күрә яғыулыҡ союзының дәғүәһе лә иғтибарға лайыҡ.
– Бензинға хаҡтың артыуы юлда машина­ларҙың күбәйеүе осорона тура килде, – ти ошо союздың белгесе Александр Егоров. – Рәсәйҙә шоферҙарҙың күп өлөшө автомобилен йәй генә файҙалана. Шуға күрә автозаправкалау станцияларында, күрәһең, бынан файҙаланып ҡалырға ашыҡтылар. Йөк ташыусыларҙың сығымы артыуы уларҙың хеҙмәтенә хаҡты ла күтәрәсәк, әлбиттә. Ә бына ябай автомобилселәргә күндәм булыуҙан башҡа сара юҡ.
Ысынлап та, бензин хаҡтары беҙҙә үҙаллы үҫә. Әгәр ҙә аҙыҡ-түлеккә хаҡты “Роспотребнадзор”, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт һәм башҡа дәүләт структуралары контролдә тотһа, бензин буйынса тикшереүсе юҡ. Сәбәбен, йәнәһе, бензиндың тәүге ҡулланыу әйбере булмауы менән аңлаталар. Фәҡәт яҙғы баҫыу эштәре осоронда ғына ул сағыштырмаса контролгә алына, ләкин ул саҡта ла хаҡы түбәнәймәй, тик арттырыуҙы ғына туҡтатып торалар.
– Бензин хаҡының үҫеш графигын 90-сы йылдарҙан алып ҡарағанда, уның бер ҡасан да арзанаймауын күрербеҙ, – ти был ойошманың инвестиция аналитигы Владимир Рожанковский. – Быны ниндәйҙер “милли” сәбәптәргә, нефть эшкәртеү заводтары хужаларының ҡомһоҙлоғона, акциздарҙың артыуына, һалым ҡануниәтенең үҙгәреп тороуына һәм башҡа сәбәптәргә ҡайтарып ҡалдырырға ла була, ләкин яғыулыҡ хаҡын ауыҙлыҡлаусы ғына юҡ.
Белгестәр аңлатыуынса, бензин хаҡының артыуы күп шарттарға бәйле. Яғыулыҡҡа хаҡтың Европа илдәре менән сағыштырғанда арзаныраҡ булыуы уны күпләп сит илгә һата башлауға килтереүе ихтимал, тип тә хәүефләнә улар.