Уңыштар бар, бурыстар ҙа етерлек

8-06-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Уңыштар бар, бурыстар ҙа етерлек“Көньяҡ Урал райондарының 2011– 2015 йылдарҙа иҡтисади үҫешенең урта сроклы комплекслы программаһы” Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың 2011 йылдың февралендәге ҡарары менән тормошҡа ашырыла башланы. Мөһим документтың 2020 йылға тиклем оҙайтылыуы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, ситтән инвесторҙар йәлеп итеүгә килтерҙе, төбәктең икенсе һулыш алыуын күрһәтте.
9 – 10 июндә Сибай ҡалаһында үткәреләсәк “Көньяҡ Урал- 2018” иҡтисади форумында төбәктәрҙең артабанғы үҫеш мөмкинлектәре ҡараласаҡ. Ошо ыңғайҙан субтөбәк үҫешенең урта сроклы комп­лекслы программаһын көйләгән вице-премьер Илшат ТАЖЕТДИНОВҡа мөрәжәғәт иттек.


– Илшат Азамат улы, бындай форумдар быға тиклем бер нисә тапҡыр ойошторолдо. Ул ваҡыттан бирле шаҡтай ваҡыт үтте. Мөһим сараларҙа фәһемле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар булды, төбәк халҡын борсоған мәсьәләләр күтәрелде. Республикала, шулай уҡ Көньяҡ Уралда, һуңғы йылдарҙа инвесторҙарға ярҙам итеү өсөн һөҙөмтәле система булдырылды. Һеҙҙеңсә, иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
– Ысынлап та, республикала илдә иң яҡшыларҙан һаналған инвесторҙарға ярҙам итеү өлгөһө булдырылған. Уларҙың инфраструктура өсөн сығымдарына бюджет субсидиялауы, һалымға ташламалар ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта инвестиция мөхитенә, ҡеүәтле ресурсҡа эйә булған ойошмаларға географик факторҙар ныҡ тәьҫир итә. Мәҫәлән, транспорт логистикаһы. Үкенескә ҡаршы, Көньяҡ Уралдың сәнәғәт үҙәктәренән, продукцияны һатыу өсөн ҙур баҙарҙарҙан алыҫ урынлашыуы, квалификациялы кадрҙарҙың аҙ булыуы биләмәнең инвестиция әүҙемлеген бер аҙ тотҡарлай. Был проблеманы тулыһынса бөтөрөү мөмкин түгел, ә бына еңеләйтергә була. Мәҫәлән, яңы автомобиль, тимер юлдары төҙөп. Ошо йәһәттән Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск, Мораҡ – Собханғол – Темәс юлдарын төҙөү планлаштырыла. Ә был форумда Сибай – Подольск – Сара тимер юлын төҙөүҙе яңыртыуҙы һәм башҡа шундай проекттар мәсьәләһен күтәрәсәкбеҙ.
Потенциаль инвесторҙарҙы ер участкалары, етерлек күләмдә электр, газ һәм һыу менән тәьмин итеү мөһим. Мәҫәлән, Көньяҡ Урал электр энергияһына ҡытлыҡ кисерә. Бөгөн төбәк 50 МВт электр энергияһы ғына етештерә. Ә яҡынса 250 МВт энергия ҡулланыла. Ҡалған 200 тирәһен күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән алабыҙ. Энергияға ҡытлыҡ 2027 йылға 500 МВт-тан артыҡ булыуы ихтимал. Мәҫәлән, “Башҡорт баҡыры” инвестиция проекты өсөн генә 50 МВт, “Цемикс”ка – 28 МВт, “Сычуань-Сибай” компанияһына – 70 МВт, Семенов руднигына 5 Мвт кәрәк. Ошо сәбәпле беҙгә энергия биргән объекттар йәки электр селтәре төҙөү эштәрен тиҙләтеү кәрәк.
– Бәләкәй эшҡыуарлыҡ ни хәлдә?
– Был йүнәлешкә етди әһәмиәт бирәбеҙ, сөнки бөгөн Көньяҡ Урал райондарында бәләкәй эшҡыуарлыҡта мәшғүл булғандарҙың өлөшө 40 процент тирәһе тәшкил итә. Ә республика буйынса – 15,5 процент. Субтөбәктәге бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт, урындағы ҡаҙна ярҙамы, 2010 йыл менән сағыштырғанда, дүрт тапҡырға артты. “Башҡортостан микрокредит ойошмаһы”ның кредиттар биреүе эшҡыуарлыҡҡа ярҙамдың иң кәрәкле, ҡулайлы һәм һөҙөмтәле сараһы булды. Бөгөн уның 10 офисының дүртеһе Көньяҡ Урал төбәктәрендә асылған һәм уңышлы эшләй. Кредит өс йылға тиклем өс миллион һумға тиклемге күләмдә 10 процент ставкаһы менән бирелә. Программа тормошҡа ашырылған йылдарҙа был кредитты 700-ҙән ашыу эшҡыуар алған. Дөйөм сумма 535 миллион һум тәшкил итә. Был республикалағы барлыҡ сумманың 25 проценты тиерлек. Ошондай ярҙам иҫәбенә 640 яңы эш урыны булдырылды, кредит алғандарҙың етештереү күләме 7,4 миллиард һум тәшкил итте. Киләсәктә ставканы 7,25 процентҡа тиклем төшөрөп, суммаһын биш миллион һумға еткереү күҙҙә тотола.
Инвестиция инициативаларына ярҙам фонды хаҡында ла телгә алғы килә. Ул иһә 500 мең һумға тиклемге ҙур булмаған проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төҙөлгән. Былтыр бындай ярҙамды Көньяҡ Уралдың 18 эшҡыуары алды. Һөҙөмтәлә 27 яңы эш урыны булдырылды, етештереү күләме 40 процентҡа артты.
– Программаның маҡсаттары ниндәй? Улар нисек тормошҡа ашырыла?
– Субтөбәктең инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы шарттар тыуҙырыу, эш урындары булдырыу, халыҡтың ситкә китеүен кәметеү, ғөмүмән, кешеләр мәнфәғәтен яҡлау, яңы эш урындары асыуға булышлыҡ итеү йәһәтенән ҡабул ителгән программа үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Төбәктә иҡтисад һәм тормош йәнләнә. Күп эштең сифаты һәм күләме буйынса үҫеш күҙәтелә. 2010 һәм 2017 йылға тиклемге иҡтисади күрһәткестәрҙе сағыштырһаҡ, уларҙың күпселеге республика буйынса юғарыраҡ һәм яҡшы яҡҡа үҙгәргән. Мәҫәлән, ауыл хужалығы етештереү күләме 2,1 тапҡырға артҡан (план – 1,6 тапҡыр, республика буйынса үҫеш – 1,9 тапҡыр). Уртаса айлыҡ эш хаҡы 2,2 тапҡыр (республика буйынса – 1,8 тапҡыр), рәсми эшһеҙлек кимәле 1,0 процент тәшкил итә (республикала – 1,03 процент), ҡаҙнаға һалым һәм һалым булмаған табыш 1,8 тапҡыр үҫкән (республика буйынса – 1,4 тапҡыр).
– Күренеп тора: һөҙөмтәләр, уңыштар бар. Шулай ҙа ҡайһы йүнәлештә эште тағы ла йәнләндерергә иҫәп тотаһығыҙ?
– Тәүгеһе – төп капиталға инвестиция. Әле Көньяҡ Урал йән башына инвестиция йәлеп итеү буйынса республика күрһәткестәренән ҡалыша. Айырыуса күп сығым һалған һәм күпләп эш урындары булдырырҙай ҙур инвестиция проекттарын йәлеп итеү ауыр. Бындайҙар әле күп түгел. Шул уҡ ваҡытта быйыл ике ҙур проект тормошҡа ашырыла башланы. Уларҙың береһе – ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары (“Ласселсбергер”), икенсеһе – цемент заводы (Ҡытай). Хәҙерге көнгә дөйөм инвестиция күләме 15 миллиард һум, 400 яңы эш урыны булдырыу планда, ә киләсәктә 27 миллиард һумға еткереп, 700-ҙән ашыу кешегә эш урыны булыр тип күҙаллана.
Әлбиттә, һәр эш башлап ебәргәнсе оҙайлы ваҡыт, ныҡышмалы хеҙмәт талап итә. Мәҫәлән, ҡытайҙар менән тулы хоҡуҡлы инвестиция килешеүе төҙөр өсөн ике йыл кәрәк булды. Был хаҡта 2016 йылда өсөнсө форумда һөйләшеү булғайны. Ә инвестиция килешеүе быйыл апрель аҙағында ғына әҙер булды.
“Ласселсбергер” менән дә шундай хәл ҡабатланды. Нимәлер эшләүҙе иғлан иткәндән һуң да проекттың барлыҡ нескәлектәрен килешеү күп ваҡытты ала тип әйтергә теләйем һәм һәр ваҡытта ла килешеүгә ҡул ҡуйып, эште шунда уҡ башлап ебәреү мөмкин түгел. Шуға ла бынан алдағы форумдарҙағы уй-теләктәр быныһында ла күтәреләсәк.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Мәҫәлән, Сибай юнысҡы заводы төҙөү проектына 25 миллиард һум күләмендә инвестиция йүнәлтелә. Яҡын көндәрҙә уның буйынса проект эше тамамлана. Ыңғай һөҙөмтә алыу менән эшкә тотонасаҡбыҙ.
Икенсе проблема – халыҡтың ситкә китеүе. Бындай күренеш республиканың барлыҡ райондарына (Өфө, Стәрлетамаҡ, Иглин райондарынан башҡа) хас күренеш булһа ла, 2010 йыл менән сағыштырғанда, халыҡтың йыл һайын башҡа яҡҡа юлланыуы 33 процентҡа кәмене. Шулай ҙа беҙ бының менән риза түгел. Шул уҡ ваҡытта былтырғы һөҙөмтәләр буйынса, Сибайҙа ыңғай күренеш күҙәтелә. Һуңғы йылдарҙа бында тәүге тапҡыр ҡала халҡы 245 кешегә артҡан. Тәүге кварталда күп булмаһа ла, артым бар. Йыл йомғаҡтары буйынса, Йылайыр районынан халыҡтың ситкә китеүе туҡталыу түгел, хатта төбәктә арта башлаған. Былар бөтәһе лә беҙҙе, әлбиттә, ҡыуандыра.
– Социаль өлкәлә ниндәй үҙгәрештәр бар?
– Социаль өлкәләге инвестиция сығанағы – ул Республика адреслы инвестиция программаһы һәм автомобиль юлдарын төҙөүгә (РАИП), реконструкциялауға һәм ремонтлауға территориаль заказ (Терзаказ).
2011 – 2017 йылдарҙа РАИП сиктәрендә бюджет инвес­тициялары алты миллиард һум тирәһе тәшкил иткән. Башҡортостан буйынса РАИП күләме Көньяҡ Урал өлөшөнә ҡайһы бер йылдарҙа 8-9 процент тәшкил иткән. Был йылдарҙа алты мәктәп, 12 балалар баҡсаһы, алты ФАП, бер район мәҙәниәт йорто, берәр мәктәп һәм балалар баҡсаһы, дүрт спорт объекты, өс мәҙәниәт бинаһы ремонтланған, һыу үткәргестәр һәм газ селтәрҙәре төҙөлгән.
Республиканың 100 объекты исемлегенә Сибай филармонияһын реконструкциялау, Учалы ҡалаһындағы үҙәк ҡала дауаханаһының хирургия корпусын төҙөү, Баймаҡ ҡалаһында 120 урынлыҡ балалар йорто менән бергә 240 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, “Шүлгәнташ” музей комплексын төҙөү, Иҫке Собханғол һәм Яңы Собханғол ауылында балалар баҡсаһы менән ике мәктәп, Бөрйән район мәҙәниәт йортон, Аҡъярҙа бассейнды, Әбйәлил районында Тупаҡ мәктәбен йүнәтеү ингән.
Терзаказ сиктәрендә 2011 – 2017 йылдарға 7,4 миллиард һум аҡса бүленгән, был республика буйынса дөйөм сығымдың туғыҙ процентын тәшкил итә. Ул Көньяҡ Уралда 877 километр юл төҙөргә һәм ремонтларға һәм 34 күпер юлдары төҙөргә мөмкинлек биргән.
– Ниндәй әһәмиәтле инвестиция проекттары тормошҡа ашырылды? Киләсәктә нимәләр планлаштырыла?
– 2011 – 2017 йылдарҙа Көньяҡ Уралда барлыҡ сығанаҡтар иҫәбенән төп капиталға инвестициялар күләме 93,5 миллиард һум тәшкил итте. Билдәле булыуынса, уның шаҡтай өлөшө – 30 миллиард һумы – тау һәм руда секторына тура килә. Урал тау һәм металлургия компанияһының предприятиелары етештереүҙе әүҙемләштерә һәм модернизациялай. “Башҡорт баҡыры” асыҡ акционерҙар йәмғиәте Хәйбулла байыҡтырыу фабрикаһы төҙөнө. 2016 йылдан “Башҡорт баҡыры”, “Юбилей” ер аҫты ятҡылыҡтарын төҙөүҙе билдәләргә кәрәк. Уның өсөн миллиард һум инвес­тиция күләмендә аҡса йүнәлтелде. Учалы тау- байыҡтырыу комбинаты ла үҙ ятҡылыҡтарын үҫтерә. “Башҡорт шахта проходкалау идаралығы” Хәйбулла районында “Вишневский” ер аҫты руднигында ҙур проектты тормошҡа ашыра. Инвес­тиция күләме – биш миллиард һум, йылына 450 мең тонна руда эшкәртеләсәк. Алтын рудаһы ҡушылмалары булған Көнсығыш Семенов ятҡылығы үҙләштерелә. Учалыла тегеү фабрикаһының яңы корпусы, ҡояш электр станциялары сафҡа индерелде.
Айырыуса бынан алдағы форумдарҙа ҡул ҡуйылған проекттар, инвестиция килешеүҙәре хаҡында айырып әйтергә теләр инем. “Баймаҡ механика ҡойоу заводы” үҙгәртеп ҡороу һәм “Красная Башкирия” ауыл хужалығы кооперативына ике проект буйынса 352 миллион һум аҡса бүленде, 37 эш урыны булдырылды. 2015 йылда Сибай эле­ваторы нигеҙендә тәүлегенә 300 тоннаға тиклем он етештерә алған заманса тирмән файҙаланыуға тапшырылды. Уға 500 миллион һумдан ашыу аҡса бүденде, күптәрҙең хеҙмәт урыны һаҡлап ҡалынды, йәнә 50 кеше эшле булды.
– Көньяҡ Уралдың төп иҡтисад тармағы – агро­сәнәғәт комплексы. Был юҫыҡта хәлдәр нисек тора?
– Дөрөҫ, субтөбәк халҡының күпселеге ауыл ерендә ғүмер итә. Был юҫыҡта йыл һайын күрһәткестәр күләм һәм сифат йәһәтенән дә яҡшыра. Мәҫәлән, Көньяҡ Уралдың барлыҡ райондарында ауыл хужалығы культураларын сәсеү майҙандары артыуы күҙәтелә. Былтырғы йомғаҡтар буйынса, ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме Көньяҡ Урал райондарында 21,8 миллиард һум тәшкил итте. 2010 йыл күләме менән сағыштырғанда, үҫеш 212 процент булды.
2011 – 2017 йылдарҙа барлыҡ төр ҡаҙнанан Көньяҡ Урал ауыл хужалығы етештереүсе­ләренә 3,1 миллиард һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән, был республика буйынса барлыҡ дәүләт ярҙамының 7,3 процентын тәшкил итә. Мәҫәлән, ошо осорҙа субтөбәктең 144 фермеры “Яңы эш башлаусы фермер” программаһы буйынса 140 миллион һум самаһы грант алған. Был программа Көньяҡ Урал фер­мер­ҙарына улар эшкәрткән ерҙе 3,6 тапҡырға – 4,6 меңдән 16,5 мең гектарға – еткерергә мөмкинлек бирҙе. “Ғаилә малсылыҡ фермаһы үҫеше” программаһы сиктәрендә был төбәктәрҙәге 48 фермерға 126 миллион һум күләмендә грант бүленде. Был – дөйөм республика күләменең 20 проценты.
Ошо программалар айҡанлы Көньяҡ Урал крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында яңы 500 эш урыны барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Ейәнсурала 2013 йылдан “Маяҡ” һарыҡсылыҡ хужалығы буйынса проект тормошҡа ашырыла. 2018 йылдың 1 ғинуарына бында һигеҙ меңдән ашыу “волгоград” тоҡомло һарыҡ бар ине. Был – республикала тоҡомсолоҡ менән шөғөлләнгән берҙән-бер ойошма. 52 эш урыны булдырылған. 2015 йылдан һарыҡтарҙы ҡышлауға шәхси хужалыҡтарға яҙын 80 процентын кире ҡайтарыу иҫәбе менән бирелә. Баймаҡ районының Күлтабан ауылында 1280 баш һыйырға иҫәпләнгән һөт-тауар фермаһының беренсе сиратын төҙөүгә 439 миллион һум аҡса һәм шул уҡ ваҡытта 640 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы алыуға 59 миллион һум аҡса йүнәлтелде. Бөгөн проекттың икенсе сиратын төҙөүгә инвесторҙар эҙләү менән мәшғүлбеҙ. Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылында шундай уҡ ферма төҙөүгә 400 миллион һум бюджет аҡсаһы һалынды. Былтыр уны “А7 Агро-РБ” йәмғиәте үҙенә алды һәм 2020 йылға тиклем төҙөп бөтөргә, 450 миллион һум аҡса һалырға иҫәп тота, 142 эш урыны булыр тип көтөлә.
Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы әүҙем төҙөлә һәм эшләй. 2016 – 2017 йылдарҙа алты кооператив барлыҡҡа килде (бөтәһе – 17). Улар грант сараларын йә­леп итеү аша проекттарҙы әүҙем тормошҡа ашыра. 2015 йылда Баймаҡ районының “Буранбай” кооперативы һөт һатып алыу, һаҡлау һәм эшкәртеү өсөн 2,8 миллион һумлыҡ грант, иген культуралары өсөн Йылайыр районының “Патриот”ы – 3,5 миллион һумлыҡ, былтыр “Яковлевка” кооперативы – 4 миллион һум, Ейәнсура районының “БашЭкоАгроПродукт” кооперативы 6 миллион һумлыҡ грант алды.
– Теген цехтарын төҙөү ғәҙәттәге проект тип һаналамы?
– Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллеге – Урал аръяғының иң етди проблемаларының береһе. Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр райондарының һигеҙ ауылында үҙ цехтарын асҡан “Колибри” кеүек компанияларға һәм Дәүләкән теген фабрикаһына рәхмәт. Дөйөм алғанда, улар 700-ҙән ашыу эш урыны булдырҙы. Был ауыл өсөн күп. Ләкин бында ла, баҡһаң, үҙ нескәлектәре бар. Ҡатын-ҡыҙҙар ауыл ерендә үҙ хужалыҡтары менән мәшғүл, шуның өсөн иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем производствола эшләү ғәҙәти булмаған ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуның өсөн дә уларға төрлө ташламалар булдырылған, ҡайһы бер урындарҙа ирекле график ойошторолған. Ошондай цехтарҙың мәшғүллеккә ярҙамы тос, был күп ғаиләләрҙең килемен арттыра. Бөгөн тәьмин ителеш 60 процент тирәһе, шуға күрә вакантлы эш урындары ҡала килә. Ләкин улар яйлап тултырыла. Әйтергә кәрәк, “Колибри” Баймаҡта 200 эш урынына иҫәпләнгән теген фабрикаһын төҙөүҙе тамамлап килә. Нигеҙҙә, үҙенсәлекле тәжрибә килеп сыға: ауыл ерендә еңел сәнәғәт кластеры барлыҡҡа киләсәк. Бындай күренеш башҡа райондарҙа юҡ.
Уникаль проекттарҙы ла билдәләп китергә кәрәк. Рәсәйҙә тик беҙ генә бейә һөтөн сублимирлау технологияһын әүҙем үҫтерәбеҙ. Форумдың беренсе көнөндә “Экопродукт” яуаплылығы сикләнгән ойошмала һөттө киптереү цехын асыу планлаштырыла. Был технология бейә һөтөнөң барлыҡ файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡала, ә килеп сыҡҡан продукт спорт, балалар һәм һауыҡтырыу өсөн алмаштырғыһыҙ аҙыҡ булып тора.
Әлбиттә, һанай китһәң, уңыштар шаҡтай. Алда торған форумға килгәндә, уның пленар өлөшө “Инвестиция өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу – эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн нигеҙ” тип атала. Был тема, һис шикһеҙ, федераль, шулай уҡ республика һәм урындағы кимәлдә лә көнүҙәк. Әлегә Көньяҡ Урал райондары биләмәләре республикалағы уртаса тиҙлектән һәм бер кешегә тап килгән инвестиция күләменән ҡалыша. Ошо йәһәттән форумдың маҡсаты – субтөбәктә инвестиция эшмкәрлеге үҫеше юлдары һәм проблемалары хаҡында профессиональ диалог ойоштороу, субтөбәккә ниндәй факторҙар тәьҫир итеүен билдәләү, инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итеү һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше хаҡында һөйләшеү. Иң мөһиме – фекер алышыуҙар һөҙөмтәһендә хәлде артабан яҡшыртыу буйынса аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү.