Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман менән бергә атлайҙар
Заман менән бергә атлайҙар“Электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы – Борай районында ғына түгел, республиканың энергетика күрһәтеү баҙарында үҙен раҫлаған һәм тотороҡло үҫеш алған заманса предприятие. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө энергетика тармағы иң яңы технологияларға ҡоролған сәнәғәт инфраструктураһы булып тора. Был өлкәлә үҙеңде танытыу өсөн предприятие эшмәкәрлеген заман талаптарынан сығып көйләү кәрәк. “Электр селтәрҙәре” предприятиеһы үҙенең эшмәкәрлеге осоронда нәҡ ошондай кимәлгә күтәрелде.


Предприятие Борай ауылындағы ҡулланыусыларҙы электр энергияһы менән тәьмин итә. Уларҙың төп бурысы – электр энергияһын ҡулланыусыға тотороҡло, ышаныслы, сифатлы һәм хәүефһеҙ тапшырыу. Ә эш ҡоласы бик киң. Әлеге ваҡытта предприятие 150 километрҙан күберәк электр тапшырыу линияларын (уларҙың ике километрҙан ашыуы кабель линиялары), 82 трансформатор ярҙамсы станцияһын хеҙмәт­ләндерә. Үҙҙәренең төп эшмәкәрлегенән тыш, тышҡы инженерлыҡ селтәрҙәрен һәм коммуникацияларҙы ҡоралар, предприятие һәм ойошмаларға, халыҡҡа транспорт хеҙмәте күрһәтәләр; ҡулланыу­сыларҙың файҙа­ланыуындағы электр ҡоролмаларына лаборатор һынау һәм үлсәүҙәр үткәрәләр. Шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу ҙа улар яуаплылығына тапшырылған.
Әгәр предприятиеның һуңғы йыл­дарҙағы хеҙмәтләндереү даирәһенә күҙ һалһаҡ, ғөмүмән, хәүефле авария хәлдәренә юл ҡуйылмаған. Был бик әһәмиәтле күрһәткес. Предприятие коллективы быға өлгәшеү өсөн ҙур көс һала. Электр энергияһын тапшырыуҙа заманса технологияларға нигеҙләнеп эшләү көнүҙәк бурыс итеп ҡуйылған. Был үҙен аҡлай. Әйтәйек, үҙилтеүсе изоляция­ланған үткәргестәр (СИП) ҡулланыу электр тапшырыу линияларын юғары сифатлы һәм ышаныслы файҙаланыу мөмкинлеген бирә, бигерәк тә яңы абоненттарҙы тоташтырғанда электр монтерҙарының хеҙмәтен уңайлы һәм хәүефһеҙ итә. Яңы төр линияларҙы хәүефһеҙлек йәһәтенән ҡулланыусылар ҙа юғары баһалай.
Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа энергетика өлкәһендә һаҡсыллыҡ – айырыуса әһәмиәтле мәсьәлә. Электр энергияһын һаҡсыл тотоноу өсөн бөтә мөмкин­лектәрҙе файҙаланалар. Мәҫәлән, урамдарҙы яҡтыртыу системаһында һаҡсыллыҡ технологиялары ғәмәлгә ашырыла. Светодоидлы яҡтырт­ҡыстарҙан файҙаланыу һәм урамдарҙы астрологик реле нигеҙендә ваҡытҡа бәйле яҡтыртыу һаҡсыллыҡ талаптарына тулыһынса яуап бирә. Яҡындағы килә­сәктә электр энергияһын автоматлаш­тырылған иҫәпләү системаһын (АСКУЭ) индерәсәктәр. Яңы система электр энергияһын ҡулланыуҙы предприятие базаһынан ситтә лә күҙәтеү өсөн шарттар тыуҙырасаҡ.
Электр энергияһына ихтыяж даими үҫә, сөнки абоненттар һаны арта. Миҫалға, Борай ауылында ғына йыл һайын 100-150 йорт файҙаланыуға тапшырыла. Бер үк ваҡытта йорттарҙа электр йыһаздарының ҡеүәте артыуын да әйтәйек. Әммә йорттарға ингән кабелдәр һәр осраҡта ла бындай көсөргәнеште үткәрерҙәй дәрәжәлә түгел. Иҫкергән кабелдәр энергия юғалтыуҙарға килтерә, изоляция ҡыҙып, ҡыҫҡа замыканиелар тыуҙыра. Бындай хәлдәргә юл ҡуймау, технологик һәм коммерция юғалтыуҙарын сикләү өсөн иҫкергән энергия иҫәпләү приборҙарын яңыртыу буйынса ҡоласлы эш бара. Шулай уҡ абоненттарға кергән электр үткәргестәр һәм кабелдәр яңыртыла, район үҙәгендәге яңы биҫтәләргә заманса линиялар һуҙыла. Борай энергетиктары, иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, яңы төҙөлөштәрҙе йылдан-йыл әүҙемләштерә. Һандарға иғтибар итәйек: 2016 йылда яңы биҫтәләрҙе тәьмин итеү өсөн 11 километр заманса электр тапшырыу линиялары, ике трансформатор ярҙамсы станцияһы төҙөлгән, йәнә икеһе яңыртылған, электр энергияһының сифатын яҡшыртыу маҡсатында өҫтәмә бер ярҙамсы станция урынлаштырылған.
Район үҙәгендә төҙөләсәк күп фатирлы йортҡа 0,3 километр оҙонлоғонда һауа электр тапшырыу линияһы һуҙып, ҡеүәтле ярҙамсы станцияһы урын­лаштырғандар. Йыл дауамында 125 яңы абонент селтәрҙәргә тоташтырылған. Тиҫтәгә яҡын урамда яҡтыртыу системаһын яңыртыу буйынса ҙур эш алып барылған. Былтыр яңы төҙөлгән линияларҙың оҙонлоғо тағы ла артҡан, йәғни 13 километрға еткергәндәр. Көсөргәнеште автоматик көйләүсе бер нисә заманса трансформатор, ике урамда иҫке линиялар СИП төрөнә алыштырылған. Ә инде урамдарҙы яҡтыртыуҙы яңыртыу буйынса ғәмәлгә ашырылған эштәрҙе берәмләп һанамайса шуны ғына әйтәйек: улар йыл эсендә 550 мең һум аҡсаны янға ҡалдырырға мөмкинлек биргән. Бөгөн меңгә яҡын урам яҡтыртыу лам­паларының бөтәһе лә тиерлек электр энергияһын иҫәпләүгә индерелгән.
Быйылғы хеҙмәт йылы ла уңышлы дауам итә. Яңы төҙөлгән урамдарҙы тәьмин итеү өсөн ике трансформатор ярҙамсы станцияһы урынлаштырып, алты километр электр тапшырыу һауа линияларын файҙаланыуға индереү планлаштырылған. Шулай уҡ 4,5 километр арала электр үткәргестәр СИП төрөнә алмаштырыласаҡ, ике трансформатор ярҙамсы станцияһы реконструкциялана. Йомғаҡлап әйткәндә, Борай энергетиктары иҡтисади көрсөккә һис тә бирешмәйсә, үҫеш һәм яңырыу юлынан ышаныслы атлай, сөнки предприя­тиеның матди-техник базаһы ныҡлы. Икенсенән, коллективҡа заманса технологиялар ҡулланып эшләргә һәләтле белгестәр тупланған. Предприятиеның эшмәкәрлеген бөгөнгө талаптарға яуап бирерлек дәрәжәгә күтәреү өсөн уның етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Нәсим Хәмиҙуллин ҙур тырышлыҡ һала. Нәсим Нәсибулла улының бөтә хеҙмәт эшмәкәрлеге республиканың энергетика тармағы менән бәйле. Йәштән, әле армия сафына киткәнсе үк электр линиялары төҙөлөшөндә хеҙмәт сынығыуы ала ул.
Һалдат хеҙмәтенән һуң йәнә энергетиктар сафына баҫа, энергетик, мастер булып эшләй. Нәсим Нәсибулла улының егерме йыл хеҙмәт эшмәкәрлеге “Электр селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы менән бәйле. Һуңғы ун йылда директор вазифаһын башҡара. Нәҡ уның энергетика өлкәһендәге тәрән белеме, бай хеҙмәт тәжрибәһе һәм эште заманса ойоштороу оҫталығы предприя­тиеның йөҙөн билдәләй. Коллективта 24 кеше эшләй. Әгәр башҡарылған эштәрҙең күләменә күҙ һалһаҡ, бында, ысынлап та, тырыш, уңған һөнәр оҫталары тупланған тип әйтергә нигеҙ бар. Уларҙың бишеһенең төрлө дәрәжәләге дәүләт наградаларына лайыҡ булыуы ла шуны дәлилләй. Ауыр һәм бик тә яуаплы, йыш ҡына хәүефле лә энергетик һөнәрен үҙ иткән хеҙмәттәштәре менән хаҡлы ғорурлана етәксе.
– Беҙ предприятиеның абруйын берҙәм тырышлыҡ һәм намыҫлы хеҙмәт менән күтәрәбеҙ, – ти Нәсим Хәмиҙуллин



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар

Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар 18.12.2018 // Иҡтисад

Киләһе йылда Башҡортостанда инвестиция мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу күрһәткестәре буйынса...

Тотош уҡырға 0

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ 18.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635 миллион һумға еткән. 2018 йылдың 1 декабренә ҡарата 13 мең...

Тотош уҡырға 63

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 18.12.2018 // Иҡтисад

Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре 11 айҙа 485,7 мең тонна ашлыҡ һатҡан. Шуның 325,1 мең тоннаһы...

Тотош уҡырға 46

Яңы йылға – бурысһыҙ

Яңы йылға – бурысһыҙ 18.12.2018 // Иҡтисад

Физик берәмектәр тарафынан 2017 йылға һалымды ваҡытында түләү срогы 3 декабрҙә үтте. 4 декабрҙән...

Тотош уҡырға 30

Урам һепереүгә... 26 миллион һум

Урам һепереүгә... 26 миллион һум 17.12.2018 // Иҡтисад

Яңауылда ҡаланы санитария йәһәтенән тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өсөн 2019...

Тотош уҡырға 40

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә 15.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Күмертау ҡалаһына сәфәре...

Тотош уҡырға 106

Бында бөтәһе лә ысын

Бында бөтәһе лә ысын 15.12.2018 // Иҡтисад

"Алыҫта ҡалған 1981 йыл иҫкә төштө. Иртә менән эшкә киләһең, ә предприятие үҙенең эшен 7.20 сәғәттә...

Тотош уҡырға 79

Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 64

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 60

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 68

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 70

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 47