Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Табыш артынан ҡыуыу дәүләт эше түгел
Табыш артынан ҡыуыу   дәүләт эше түгелБеҙҙең илдә бер нисә тиҫтә йыл инде дәүләт милкен хосусилаштырыу эше бара, йәғни элек дәүләттеке булған һәм ул тәғәйенләп ҡуйған етәкселәр идара иткән предприятиелар һәм ойошмалар шәхси ҡулға тапшырыла. Артабан дәүләт уларҙың эшмәкәрлегенә ҡыҫыла алмай, ә тегеләре хөкүмәт менән мөнәсәбәттә һалым түләүсе булараҡ ҡына сығыш яһай. Әлбиттә, Экология, Хеҙмәт кодексын һәм башҡа йүнәлештәге ҡануниәтте күҙәтергә бурыслылар. Был эштең иҡтисади, сәйәси һәм хатта әхлаҡи яҡтары йәки һөҙөмтәһе тураһында бәхәстәр әленән-әле булып тора. Башҡортостанда дәүләт милкен хосусилаштырыу нисек бара, уға ниндәй баһа бирергә мөмкин?


Күптән түгел республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар “Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2017 йылда дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәһе буйынса отчеты тураһында” тигән докладты тыңланы. Отчет менән Башҡорт­остандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев сығыш яһаны.
Был эш ни өсөн кәрәк? Министр дәүләттең республика мөлкәтен хосусилаштырыу буйынса бурыстарын түбәндәгесә аңлатты:
lреспубликаның хужалыҡ итеү йәмғиәт­тәренең эшмәкәрлегендә ҡатнашыуын кәметеү юлы аша дәүләттең иҡтисади секторын ҡулайлаштырыу;
lдәүләт бурыстарын һәм вәкә­ләттәрен үтәүҙе тәьмин итә алмаған дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу;
lреспублика иҡтисадының реаль өлкәһенә ҡаҙнанан тыш инвестиция йәлеп итеүҙе дәртләндереү;
lБашҡортостан бюджетының килемен тәьмин итеү.
Хосусилаштырыу буйынса ҡануниәт талап иткән барлыҡ документтарҙы ла әҙерләүгә оҙайлы ваҡыт сарыф ителә, шуға күрә дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыуҙың 2014-2015 йылдарға иҫәпләнгән прогноз планын тормошҡа ашырыу 2016 йылда ла, былтыр ҙа дауам итте. Башҡортостан Хөкүмәтенең 2014 йылдың 10 сентябрендәге ҡарары ошондай мөмкинлекте биргәйне.
Шулай итеп, үткән йыл хосусилаштырыуға өҫтәмә рәүештә түбәндәгеләр тәҡдим ителгән:
– 26 дәүләт унитар предприятиеһы;
– 25 хужалыҡ итеү йәмғиәте акцияларының дәүләт пакеттары һәм устав капиталдарындағы өлөшө;
– торлаҡ фондына ҡарамаған 288 объект;
– күсемле мөлкәткә ҡараған 235 объект.
Былтыр ошо дәүләт унитар пред­прия­тиеларының унауһы билдәләнгән тәртиптә хосусилаштырылды:
“Тәүәкән”, “Благовар тоҡом­со­лоҡ ҡошсолоҡ заводы”, “Башжилкоммунпроект” проект институты, “Салют” шифахана-һауыҡ­тырыу лагеры, “Ҡарағай”, “Танып”, “Асы”, “Красноусол”, “Янған­тау”, “Йоматау” шифаханалары.
– Ошо предприятиеларҙы хосусилаштырыу тураһындағы ҡарарҙар мөлкәткә инвентарлаштырыу үткәреү, бухгалтер һәм финанс отчетлылығына аудитор тикшереүе уҙғарыу нигеҙендә ҡабул ителде, – тине Евгений Гурьев. – Барлыҡҡа килгән йәмғиәттәрҙең устав капиталын ойошторғанда, уларға предприятиеның айырым торған биналары биләгән ер майҙандарының хаҡы индерелде.
Министр билдәләгәнсә, предприя­тие­ларға хосусилаштырылған объект­тарҙы файҙаланыуға хоҡуҡ бирәсәк документтарҙы әҙерләү тиҙ түгел һәм был эш быйылғы йыл аҙағына ғына тамамланасаҡ. Ә объекттарҙың дүртәүһе буйынса хосусилаштырыу шарттары былтыр раҫланған.
Әйтелгән прогноз планына индерелгән алты дәүләт унитар предприятиеһы буйынса былтыр бер ниндәй ҙә сара күрмәҫкә ҡарар ителгән:
l“Төньяҡ-Көнсығыш” машина-трактор станцияһы дәүләт унитар пред­приятиеһы – “Үҙәк” машина-трактор станцияһы дәүләт унитар предприя­тиеһына, ә “Башҡорт граниты” дәүләт унитар предприятиеһы “Торлаҡ төҙөлөшө фонды”на ҡушылған;
l“Ремонт-төҙөлөш идаралығы” дәүләт унитар предприятиеһында конкурс шарттары индерелгән;
l“БашНИИнефтемаш” дәүләт унитар предприятиеһын республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы бөтөрөү эше башланған;
l“Башҡортостан” нәшриәте” һәм “Белая река” нәшриәте” дәүләт унитар предприятиелары прогноз планына былтыр октябрҙә генә индерелгән һәм улар әле тейешле документтар әҙерләй.
Хужалыҡ итеү йәмғиәттәренең акцияларын һәм устав капитал­дарын­дағы өлөшөн хосусилаштырыу буйынса хәл түбәндәгесә. Был исемлеккә индерелгән 25 йәмғиәттең 17-һенә ҡарата хосусилаштырыу шарттары үткәрелгән дә инде. Һөҙөмтәлә уларҙың уныһының акциялары (өлөштәре) хосусилаштырылған: “Кристалл”, “Һаулыҡты ҡайтарыу дауалауы һәм реабилитациялау” һәм “Медтехника” йәмғиәт­тәренеке сауҙалашыу майҙансығында һатылған; “Нарат”, “Башстройтранс”, “Башэлектроремонт”, “Технолог”, “Промвентиляция”, “Башкирский холод” һәм “Стронег” йәмғиәттәренеке “Төбәк фонды” акционерҙар йәмғиәтенең устав капиталына ҡушылған.
Ә бына “Баштранссигнал”, “Башнефтегипромхим”, “Сәрмәсән”, “Яңауыл”, “Экспресс”, “Яңауыл типографияһы”, “Иглин үлсәү заводы” акционерҙар йәмғиәттәренең акцияларын бер кем дә алмаған һәм улар буйынса сауҙалашыу килеп сыҡманы, тип танылған. Сәбәбе шунда: һатып алыусылар был активтарҙың хаҡы менән риза түгел йәки акцияларҙың аҙ булыуы (контроль пакетына хоҡуҡ бирмәүе) уларҙы йәлеп итмәгән.
– Быйыл “Хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү” асыҡ акционерҙар йәмғиә­тенең акциялары сауҙалашыу майҙанына ике тапҡыр сығарылды һәм икеһендә лә һатып алырға теләүсе табылманы, – тине Евгений Гурьев.
Дәүләт унитар предприятиеһын шәхси ҡулға тапшырыу һәр саҡта ла уларҙың иҡтисади-финанс йәһәтенән йылдам үҫә башлауын аңлатмай икән. Министр килтергән миҫалдар араһын­да “Башзооветснаб” акционерҙар йәмғиәте лә бар: былтыр ғына дәүләт унитар предприятиеһынан акционерҙар йәмғиәтенә әйләнгән ойошмала конкурс шарттары индерелгән, уның акцияларының хаҡын билдәләү бара.
Былтыр ошондай хосусилаштырыу үткәреү маҡсатында 21 күсемһеҙ мөлкәт тә һатыуға ҡуйылған, уларҙың 14-е хужаһын тапҡан. Ҡануниәткә ярашлы, бындай объекттарҙы эшҡыуарҙар тәүҙә ҡуртымға алырға, артабан ете йыл дауамында баҙар хаҡын тулыһынса түләп бөтөргә тейеш. Ете объектты берәү ҙә һатып алырға теләмәгән.
Үткән йыл Ағиҙел ҡалаһында 164 объект хосусилаштырыуға тәҡдим ителгән. Улар, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2014 йылдың 3июлендәге ҡарарына нигеҙләнеп, “Рәсәй атом станцияларында электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереү концерны” акционерҙар йәмғиәтенә бирелгән булған икән. Ошо мөлкәтте әйләнешкә индереүҙең төрлө варианттарын ҡарап сыҡҡас, “Баштехинформ” республика ғилми-технологик һәм мәғлүмәт комплексы дәүләт автономиялы учреждениеһы менән берлектә “Башҡортостан электр селтәрҙәре” акционерҙар йәмғиәте ойошторорға хәл ителгән. Унда республиканың өлөшө 75 процент тәшкил итәсәк һәм устав капиталында ул ошо объекттарҙан, йәғни быға саҡлы дәүләттеке булып иҫәпләнгән мөлкәттән ғибәрәт буласаҡ.
Бынан тыш, былтыр декабрҙә Ҡырым Республикаһындағы “Юбилей” балалар шифаханаһының 18 күсемһеҙ һәм 229 күсемле мөлкәтен хосусилаштырыу планлаштырылған. Дәүләт секторын үҙгәртеү буйына тәҡдимдәргә ярашлы, быйыл ошо мөлкәт “Янғантау” акционерҙар йәмғиәтенә тапшырылған. Шифахана, үҙ сиратында, “Юбилей” шифаханаһы” яуаплылығы сикләнгән ширҡәтен ойошторған. Әлеге ваҡытта унда биналарҙы, ҡоролмаларҙы һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен капиталь ремонтлау эше башҡарыла.
– Билдәләнгән сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә былтыр дәүләт мөлкәтен һатыуҙан һәм хужалыҡ итеү йәмғиәттәренең капиталында башҡа төрлө ҡатнашыуҙан 403,1 миллион һум килем алынды, – тине министр, депутаттар алдында сығыш яһағанда. – Дәүләт мөлкәтен һатыуҙың 2017 йылғы планы 103,5 процентҡа үтәлде.
Рәсәй буйынса алғанда ла дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу дауам итә. Был эш һәр илдә үҙенсә башҡарыла һәм “европаса, цивилизациялы алымдар менән үткәрергә кәрәк” тигән талаптар бик үк урынлы ла түгел. Хәтере­геҙҙәлер, Бөйөк Британияла М. Тэтчер заманында күмер сығарыу сәнәғәтен һәм башҡа ҡайһы бер тармаҡты хосусилаштырыу был дәүләттә ҙур шау-шыу һәм бәхәс-ыҙғыштар тыуҙырғайны. Рәсәйҙә лә был ҙур сара бығаса күрелмәгән ҡаршылыҡтарға осраны:
lберенсенән, хосусилаштырыу һәм рефор­маның башҡа йүнәлештәре алдан бер ниндәй ҙә программа эшләнмәй үткәрелде. Йәмғиәттең һәм дәүләттең был эштәге роле билдәләнмәне;
lикенсенән, хосусилаштырыу төрлө көстәрҙең сәйәси ҡаршылығы киҫкенләшкән осорға тура килде, халыҡтың киң ҡатламы был эшкә йәки уны үткәреү ысулдарына ҡаршы ине;
lөсөнсөнән, был эш менән бер үк ваҡытта Рәсәй яңы ижтимағи-сәйәси формацияға күсеүҙе лә башланы. Ул элекке совет дәүләте аппаратын, ул саҡтағы ҡануниәтте емереү менән бергә барҙы, һөҙөмтәлә дәүләттең ижтимағи процестарға идара итеүе ифрат ҡатмарлашты;
lдүртенсенән, хосусилаштырыу үтә ашығыс барҙы, уға ҡыҫҡа ваҡытта өлгәшеү маҡсаты ҡуйылды, был иһә төрлө аңлашылмаусанлыҡтар, хаталар һәм яуыз ниәттә файҙаланыу осраҡтарын тыуҙырмай ҡалманы;
lбишенсенән (быныһы иң мөһимелер, моғайын), совет власы дәүерендә дәүләт­ләштереү йәмғиәт тормошоноң бөтә тармаҡ­тарына, ижтимағи мөнәсәбәттәргә үтеп ингәйне. Тимәк, хосусилаштырыу ҙа, дәүләт контроленән азат итеү ҙә шулай уҡ бөтә тармаҡтарҙа бер юлы барҙы. Социаль өлкәлә, мәҫәлән, һаулыҡ һаҡ­лауҙа, торлаҡ-коммуналь хужалы­ғында, сауҙала һәм йәмәғәт туҡла­ныуында дәүләт ойошмаларының урынын төрлө ширҡәттәр һәм кооперативтар биләй башланы. Сәйәсәттә лә, дәүләт менән бергә ҡушылған коммунистар партияһы бөтөрөлөү сәбәпле, сәйәси күп төрлөлөк һәм күп фирҡәлек йәнләнде.
Хосусилаштырыуҙың иң ҙур ҡоласы, тәбиғи, иҡтисадҡа тура килде. Бында иң тәүҙә хосусилаштырыуҙың сиктәрен билдәләү зарурлығы тыуҙы, ләкин ул үҙ ваҡытында көн тәртибенә ҡуйылманы һәм хәл ителмәне. Шуға күрә илдең хатта бөтә донъяға билдәле ҙур заводтарын да баҙар хаҡынан бер нисә тиҫтә тапҡырға арзаныраҡҡа һатып ебәреүҙәре тураһында матбуғат сараларында әленән-әле телгә алына.
Рәсәйҙәге дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу тарихы шуны күрһәтә: төрлө кимәлдәге етәкселәр, шул иҫәптән – хосусилаштырыуға әҙерләнгән йәки акционерҙар йәмғиәттәренә әйләнгән предприятие директорҙары хосусилаштырыу буйынса норматив-хоҡуҡи акттарҙы тейешенсә белмәй һәм өйрәнмәй. Ә бит, ҡануниәт белгестәре раҫлауынса, был хоҡуҡи йүнәлештең бөгөнгөһөн генә түгел, элек булғандарын да, уларҙың ни сәбәпле үҙгәртелеүен дә өйрәнеү зарур. Шунһыҙ элекке хаталарҙы төҙәтеп булмаясаҡ. Әлеге көндә хосусилаштырылырға тейешле мөлкәттең баҙар хаҡын билдәләү институты ла тейешле кимәлдә эшләй тип әйтеп булмай, был мөлкәтте һатып алған яңы хужаларҙың үҙҙәренең инвестиция йөкләмәләрен үтәү-үтәмәүенә контроль дә тейешле кимәлдә түгел.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 1

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 46

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 31

Ташламалар ике йылға оҙайтыла

Ташламалар ике йылға оҙайтыла 11.12.2018 // Иҡтисад

Электрон рәүештә түләнгән дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама 2021 йылға ҡәҙәр оҙайтылды....

Тотош уҡырға 31

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай 11.12.2018 // Иҡтисад

Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереү...

Тотош уҡырға 32

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла 10.12.2018 // Иҡтисад

Һуңғы йылдарҙа республика муниципалитеттарында мөлкәт һалымын йыйыу әллә ни артмай, 50 процент...

Тотош уҡырға 36

Алданған өлөшсөләр иғтибарына!

Алданған өлөшсөләр иғтибарына! 10.12.2018 // Иҡтисад

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡайһы бер ҡала, райондарында алданған...

Тотош уҡырға 34

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ!

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ! 10.12.2018 // Иҡтисад

“Иномарка”нан текәһе юҡ”, ти торғас, артыҡ маҡтауҙан ялығып киттек ахыры. Рәсәйҙәр быйыл үҙҙәрендә...

Тотош уҡырға 34

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ"

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ" 09.12.2018 // Иҡтисад

“Ҡуштауҙы эшкәртеү хаҡындағы ҡарар 2,5 мең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙы БСК...

Тотош уҡырға 80

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла 07.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 54

"БСК сеймалы өсөн бәхәстең тамамланыуы — Башҡортостандың абруйын арттырыуҙа ыңғай күренеш"

"БСК сеймалы өсөн бәхәстең тамамланыуы — Башҡортостандың абруйын арттырыуҙа ыңғай күренеш" 07.12.2018 // Иҡтисад

“Әүәлге республика етәкселеге менән финанс-сәнәғәт төркөмдәренең береһе араһындағы Башҡортостан...

Тотош уҡырға 69

БСК: “Республика Башлығының ҡарашы ҡәтғи, әммә беҙ уның менән килешергә әҙербеҙ”

БСК: “Республика Башлығының ҡарашы ҡәтғи, әммә беҙ уның менән килешергә әҙербеҙ” 07.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан сода компанияһының Ҡуштауҙы өйрәнеүгә ғәмәлдәге лицензияһы бар, “БСК” ошо йүнәлештә эш...

Тотош уҡырға 86