Күперҙе күптән көттөк

26-06-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Күперҙе күптән көттөкҠариҙел ауылына етәрәк Өфө йылғаһының бейек ярында тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарап торабыҙ. Тәбиғәт ғәжәп матур бында: армыт-армыт тауҙар, мәңге йәшел ҡарағайҙар. Йәнә бер ҡыуаныслы күренеш — ике ярҙы тоташтырған мөһабәт күпер төҙөлә. Күренеп тора — шаҡтай көс һалынған, шартлатҡандар, ағастарҙы киҫкәндәр. Әле эш гөрләй.

Өфө йылғаһы — Ҡариҙел районының төп һыу артерияһы. Йырҙарҙа йырланған был һыу сығанағының төбәккә тура килгән өлөшө – 116 километр. Өфөнөң районды икегә — урман һәм ялан зонаһына бүлеп ағыуы, әлбиттә, халыҡтың көнитмешенә ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырҙы.
Тап шуға ла 2001 йылда бында понтон күпер асылыу оло ваҡиға була. Әммә уның да проблеманы тулыһынса хәл итә алмауы һәр кемгә асыҡ. Йылғала боҙ туңа башлағас, уның эшмәкәрлеге туҡтатыла. Боҙ тейешле ҡалынлыҡҡа еткәнсе йылға аша автотранспорт хәрәкәте бөтөнләй өҙөлә. Был уңайһыҙлыҡтан ҡотолоу юлы — бары ысын, ныҡлы күпер төҙөүҙә. Ниһайәт, Ҡариҙел халҡының күптәнге хыялы тормошҡа аша — бөгөн йылға аша күпер һалына. Ул – Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан сафҡа индереләсәк объекттарҙың береһе.
Был хаҡта район хакимиәте башлығының сәнәғәт, архитектура һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Рәфис Дәүлиев:
— Капиталь күпер Екатерина тракты төҙөлөшө ваҡытынан уҡ кәрәк ине, — тип һөйләй. — Кешеләр Өфө йылғаһының һул яҡ ярында борондан ғүмер кисерә, ә район үҙәге итеп уң яҡ ярындағы ауыл һайланған. Билдәле, барлыҡ йомош, кәрәк-яраҡ өсөн үҙәккә йөрөргә тура килә.
Совет осоро йылдарында халыҡты был мәшәҡәттән ҡотолдороу өсөн етди тотоналар, проект әҙер була һәм ең һыҙғанып уны бойомға ашырырға әҙерләнәләр. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр менән төҙөлөшкә әҙерләнеү барышы туҡтатыла. Бынан биш-алты йыл элек был мәсьәлә йәнә ҡуҙғатыла, сөнки ҡоро килгән йылдарҙа йылға үтә һайыға, уның аша баржалар йөрөй алмай, икенсе яҡ ярға сығыу мәсьәләһе киҫкенләшә. Ә бит бындай ҡоролоҡ киләсәктә лә ҡабатланыуы ихтимал. Республика Башлығы район етәкселегенең мөһим проблема күтәреүен, уның мөһимлеген аңлап ҡабул итә. Үҙ сиратында, был хаҡта ил етәксеһе Владимир Путинға еткерә. Күперҙең төҙөлөшө буйынса проект эшенә 42 миллион һум аҡса тотонола.
Әлбиттә, бындай кимәлдәге ҙур һәм ҡатмарлы проектты башлау өсөн уға әҙерлек барышы ла етди эш һәм сығым талап итә. Унда ҡатнашҡан төҙөлөш ойошмалары тәү сиратта етештереү базаларын урынлаштыра, эшселәр өсөн тейешле шарттар тыуҙыра, ҡорамалдарҙы ла һаҡлау сараһын күреү кәрәк. Улар Магинск, Сосновый Бор һәм юлдың ахыры булған Абыҙ-Таштүбәлә урынлашҡан.
Был тирәлә ҡалын урмандар күккә үрелә. Шуға ла иң тәүҙә ағастарҙы киҫеп, юл асыу зарурлығы тыуа. “Ҡариҙел урман сәнәғәтселәре берләшмәһе” был юҫыҡта ҙур эш атҡара. Ошо тирәләге тәбиғәт ҡатмарлы, йырып сыҡҡыһыҙ тауҙар, урман араһында эшләү еңелдән түгел. Ауыр шарттарҙа урмансылар үҙ бурысын оҫталыҡ менән башҡара. Кәрәк урында техника, кәрәк урында йәйәүләп йөрөп ағастарҙы киҫә, уларҙы тейешле урынға алып сыға. Буласаҡ күпер өсөн тәүге юл әҙер. Уларҙан һуң юл төҙөлөшө буйынса төп эште “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте үтәй. Йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә бер нисә сменала тир түгә, был эшкә 110 кеше һәм 55 берәмек техника йәлеп ителә. Шартлатыу эштәре башҡарыла. Юлды күтәртеү өсөн 1 миллион 600 кубометр самаһы грунт ташып һалырға кәрәк була. Уның һәр бер өлөшө билдәле бер составтан торорға тейеш. Был ҡушылмалар ерҙе шартлатыу юлы менән алына.
Юлдың оҙонлоғо – 10 километр, күперҙеке — 328 метр. Контракт буйынса ул 2020 йылда тамамланырға тейеш булһа ла, төҙөүселәр Ҡариҙел халҡының күптәнге хыялын яҡынайтырға иҫәп тота — быйыл йыл аҙағына күперҙе теүәлләп ҡуйырға уйлайҙар. Таштүбәгә тиклем трасса асфальт менән ҡапланасаҡ һәм ул, бер ни ҡәҙәр үҙгәртелеп, өсөнсө категориялы автомобиль юлы стандарттары нормативына тап килтереләсәк. Яңы күпер Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәгендәге үҙәк райондары менән тура юлды тоташтырасаҡ, М5 һәм М7 федераль трассаһында, “Яңауыл” тимер юл станцияһына, Бөрө һәм Дүртөйлө йылға порттарына сығыу форсаты тыуа.
Ике ярҙы тоташтырған объект төбәктең үҫешенә, инвестиция мөхите һәм иҡтисадтың йәнә алға китеүенә етди тәьҫир итер тигән ышаныс бағлай халыҡ.