Яңы ысул хәлде ҡотҡарырмы?

6-07-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Яңы ысул хәлде ҡотҡарырмы?Ауылда етештереү һәм эшкәртеүҙең иң отошло алымы

Ауылдың бөгөнгө проблемаларын аңлау өсөн ундағы тормошто белергә, крәҫтиәндең хәлен төшөнөргә кәрәк. Рәсәй ни тиклем үҙен цивилизациялы, бөйөк итеп күрһәтергә тырышмаһын, оборона-сәнәғәт комплексында алдынғы технологиялар менән маҡтанмаһын, тотош илдең туҡлығы һәм сәләмәтлеге элеккесә тап крәҫтиәндең именлегенә һәм әүҙемлегенә бәйле. Бөгөн ауылдың социаль-иҡтисади хәле нисек?


Иң бай ил

Эйе, әгәр милли байлыҡты ха­лыҡ иҫәбенә бүлһәк, Рәсәй – бар­лыҡ ресурстар буйынса донъя­ла иң бай ил. Һәр айырым граждан американдан – ике, немецтан – ал­ты, япондан 22 тапҡырға ба­йыраҡ! Йәшәү өсөн иң уңайлы булған Норвегия менән Финляндия үҙҙәрен бары тик тәбиғи ресурстар иҫәбенә тәьмин итә! Сит ил ғалимдары иҫәпләүенсә, бөгөнгә Рәсәйҙең милли байлығы — 350 – 400 триллион АҠШ доллары күләмендә, шул иҫәптән тәбиғи-ресурс ҡеүәте 85 процент тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһы ҡоро ер биләмәһе буйында донъя­ла беренсе урында (12,9 процент), һөрөнтө ер күләме буйынса – дүртенсе (9,5 процент), ҡара туп­раҡтың – 55, эсәр һыуҙың – 50, ылыҫлы ағастарҙың 60 процентына эйә, газ яғыулығының – 25, шыйыҡ (9,5 процент) һәм ҡаты яғыулыҡтың ете процентын етеш­терә, әммә уның өлөшөнә тулайым эске продукттың 1,12 проценты ғына тура килә! Сағыш­тырыу өсөн миҫал: Беренсе донъя һуғышы алдынан ил планета майҙанының 17 процентына эйә була, унда Ер шарындағы халыҡ­тың 10 проценты йәшәй һәм донъя­лағы тулайым эске продукт­тың 9,4 проценты етештерелә. Ил Иван Грозный ваҡытынан 400 йыл үҫешә, әммә XXI быуат башында биләмәһенең – 40, хал­ҡы­ның 2,5 процентын юғалта. Шулай итеп, ҙур, бер нәмә менән дә сағыштырып булмаҫтай, шул иҫәп­тән тәбиғи байлыҡтарға эйә булып, Рәсәй граждандары матди йәһәт­тән бик күп илдәрҙән артта ҡала. Был, әлбиттә, халыҡтың пси­хо­логик торошона ла йоғонто яһай.
Рәсәйҙең төп байлығы, илдең иҡтисади үҫеш факторы — ғәмәл­дә ер ул. Кешелек эшкәртелгән тупраҡтан уңыш сифатында 88 процент ризыҡ, тағы 10 процентты көтөүлектәрҙә һәм яландарҙа үҫкән малдың ите-майы рәүе­шен­дә ала. Йәшәүе һәм эшмәкәрлеге өсөн кеше ошо урында заводтар, фабрикалар, мәктәптәр, дауаханалар төҙөй. Әлегә бары тик ер генә барлыҡ кешелек өсөн сәң­гел­дәк булып тора. Ҡағиҙә бу­ла­раҡ, ул төп милли байлыҡ тип ба­һалана һәм, ысынлап та, ҡану­ни­әт тарафынан ҡәтғи һаҡланған ил­дәре генә бай, халҡы етеш йәшәй.
Рәсәйҙең 25 йыллыҡ яңы тарихында илдә үткәрелгән реформа һөҙөмтәһендә ергә милек формаһы тамырынан үҙгәрҙе, күсемһеҙ милектең йөҙҙәрсә миллиондан ашыу шәхси хужаһы барлыҡҡа килде, шул иҫәптән уларҙың яртыһы тиерлек аграр секторҙа ғына 150 миллион гектар ергә эйә (Европаның дөйөм һө­рөнтө еренән дә күберәк). Тар­ҡатылған һәм бөлгөнлөккә төшкән колхоз-совхоздар ниге­ҙендә 300 меңдән ашыу крәҫтиән (фермер) хужалығы ойошторолдо. Ауыл ху­жалығы тәғәйенләнешен­дәге, ни­геҙҙә, һөрөнтө ерҙәрҙә, тиҫтә­ләр­сә миллион Рәсәй кешеһе ер пайы алды. Илдә әйләнештә йөҙ­ҙәрсә миллион гектарҙа тиҫтә­ләрсә миллион участка булған ер баҙары барлыҡҡа килде.
Әммә ни өсөндөр фермерҙар ҙа, пайсылар ҙа һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙе туйындырыусы була алманы. КФХ-лар, миллиардтарса һум дәүләт ярҙамы алыуға ҡара­маҫтан, илдең ауыл хужалығы продукцияһының ни бары 10 процентын етештерә. Миллионлаған гектар пай ере ташландыҡ хәлдә йәки яңы барлыҡҡа килгән латифундистар тарафынан үҙләште­релгән. Рәсәй кеүек бөйөк илде граждандарҙың шәхси ярҙамсы хужалығы туйындыра башланы. Әлбиттә, бындай боролошто хә­ҙерге властар көтмәгәйне. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн йәшелсә-емештең, ит-һөттөң, картуфтың 75 – 90 процентын ярҙамсы хужа­лыҡтар етештерә.
Әле һаман йомғаҡ яһалып бөтмәгән 2016 йылғы ауыл хужа­лығы иҫәбен алыу һөҙөмтәләре лә ауыл халҡының дәүләт тарафынан ярҙам күрмәгән ярҙамсы хужалыҡтары көтмәгәндә шул уҡ дәүләттең илдең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеү терәге булып китеүен раҫлар. Шуныһы ҡыҙыҡ: эре холдингтар тиҫтәләрсә миллион тонна игенде сеймал рәүе­шендә сит илгә оҙатып, Рәсәйҙең нефть, газ ғына түгел, игенде лә үҙендә эшкәртә алмаған сеймал державаһы булыуын тағы бер дәлилләне. Әгәр экспортҡа ярма, макарон, көнбағыш майы, игендән һәм майлы орлоҡтарҙан алынған яңы продукция оҙатылһа, дәүләт ҡаҙнаһына һәм шул уҡ ауыл хужалығы етештереүсе­ләрҙең үҙ бюджетына нисәмә миллиард сит ил валютаһы инер ине икән?!

Шәхси хужалыҡтар – төп етештереүсе

Башҡортостан эре аграр төбәк булды һәм шулай булып ҡала, айырым күрһәткестәр буйынса Рә­сәйҙә алдынғы урындарҙы би­ләй. Әммә ауыл хужалығы, биге­рәк тә ярҙамсы хужалыҡ­тарҙың һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­та­рының продукцияһын етеште­реү һәм эшкәртеү коопера­цияла­рының булмауы беҙгә лә хас.
Бигерәк тә был ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе фай­ҙаланыуҙа асыҡ сағыла. 2015 йылда республикала төбәктең 7 332700 гектарын (51,3 процент) ауыл хужалығы ерҙәре, шул иҫәп­тән 3 667197 гектар (50 процент) һөрөнтө ерҙәр алып тора. Шул ва­ҡытҡа 2746 ойошма һәм 1 415495 граждан 3 600400 гектар һөрөнтө ерҙе эшкәртә һәм производство маҡсатында 769500 гектар ерҙе, шул иҫәптән 7 004900 гектар ауыл хужалығы ерҙәрен алып тора.
Һуңғы ваҡытта ниндәйҙер кимәлдә Ер фондын ҡулланыусы­лар структураһы бер ни тиклем үҙгәрҙе. 2000 – 2015 йылдарҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү менән шөғөлләнгән ойошмаларҙың дөйөм ер майҙаны 27 процентҡа (6 612900 гектарҙан 5 200400 гектарға тиклем, шул иҫәптән ауыл хужалығы ерҙәре — 5 733000 гектарҙан 4 741200 гектарға тиклем) кәмей. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың ерҙәре­нең дөйөм майҙаны 1,5 тапҡырға арта (1 647800 гектарҙан 2 557800 гектарға тиклем, шул иҫәптән ауыл хужалығы ерҙәре – 1 472200 гектарҙан 2 326900 гектарға тиклем). Әлеге ваҡытта республикала шәхси хужалыҡтарҙа ауыл хужа­лы­ғы продукцияһының ярты­һы, шул иҫәптән картуфтың – 90, йә­шелсә-емештең – 70, ит һәм һөт­төң – 70, йомортҡаның 40 процен­ты етештерелә. Ярҙамсы хужа­лыҡ­тар — бөгөн экологик таҙа туҡ­ланыу ризыҡтарын төп етештереүсе.
Бынан ниндәй һығымта яһарға мөмкин: һуңғы 20 йылда респуб­ликаның агросәнәғәт комплексы үҫешендә күҙәтелгән күренештәр­ҙән сығып ҡарағанда, шәхси һәм ярҙамсы хужалыҡ алып барған хужалыҡтар, баҡсасылар, КФХ-лар кеүек үк, йәшәүгә һәм дәүләт ярҙамын алыуға хоҡуҡлы. Был эште төбәк үҙ ҡарамағына һәм күҙәтеүенә алырға тейеш. Финанс мөмкинлектәре булмаған һәм дотацияла ултырған муниципаль берәмектәр, бигерәк тә райондар һәм ауыл биләмәләре, үҙ биләмә­ләрендә ауыл хужалығын үҫтереү­гә тейешле ярҙам күрһәтә алмай, сөнки Рәсәйҙә муниципаль бюд­жеттарҙы һалым килеме менән тулыландырыу 40 проценттан да түбән. Мәҫәлән, 2014 йылда ул 31 процент ҡына була.
Әгәр дәүләт шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ил бюджетынан крәҫтиән (фермер) хужалыҡ­та­рына күрһәтелгән күләмдә ярҙам күрһәтһә, был бик дөрөҫ булыр, илде хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү ҙә юғары күрһәткес­тәргә күтәрелер ине. Беҙ күптән Мысыр картуфын, Төркиә помидорын, Үзбәкстан алмаһын ашау­ҙан туҡтар инек, сөнки был ризыҡ­тар илдең һәр төбәгендә үҫә. Урынлы һорау тыуа, ә ни өсөн бөгөн Рәсәйҙә миллионлаған гектар пай ерҙәре эшкәртелмәй ята? Ә бит уларҙа, дәүләт ярҙамы булғанда, ябай ауыл кешеһе илгә кәрәкле продукция үҫтерә, илде аҙыҡ-түлек менән күмә ала.
Крәҫтиәнгә ер таратып бирҙе­ләр, әммә күпселек хатта пай ерҙәренең ҡайҙа икәнлеген дә, һөҙөмтәлә уны нисек файҙала­нырға ла, унан нисек файҙа кү­рер­гә лә белмәй. Был юлы ла вау­черҙар – хосусилаштырыу чектары менән булған тарих ҡабат­ланды: халыҡ уны ҡағыҙ фантик итеп күрҙе, ә уларҙы һәр пайсынан һуҡыр тингә һатып алыусылар мил­лионер булып китте. Хатта пай ерҙәрендә нимәлер етештереп ма­ташҡандар ҙа продукция­һын ни эшкәртә, ни файҙалы хаҡ­ҡа һата алмай. Бының бары­һына ла бер сәбәп – ауылда кооперация юҡ!

Беҙҙә тарҡаттылар, сит илдә – киреһенсә

Тәжрибә күрһәтеүенсә, капиталистик илдәрҙә төп милли бай­лыҡ – ерҙе файҙаланыу буйынса ер ҡануниәте һәм дәүләт күҙәтеүе ни тиклем ҡәтғи, шул тиклем иҡтисад ныҡлы һәм халыҡтың йәшәү кимәле юғары. Парадокс: ерҙең ни тиклем күп өлөшө йәки тотош илдең ер фонды дәүләт милкендә булып, капиталистар уның менән файҙа­ланһа ғына, ер һөҙөмтәлерәк ҡулланыла һәм яҡшыраҡ һаҡлана. Шуныһы ла аптырата: алдынғы сит илдәр ауылдағы социалистик коопера­ция­ның барлыҡ тәжрибә­һен миҫал итеп алып, уны фермер хужалыҡ­тары араһында үҙ-ара уңайлы шарттарҙа ҡуллана. Ул ғына ла түгел, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында социалистик лагерь тар­ҡалғандан һуң, Варшава килеше­үе буйынса барлыҡ союздаштары­быҙ, мәҫәлән, Венгрия, Рәсәйҙәге кеүек ауылдарҙы юҡҡа сығарырға тырышманы, ә киреһенсә, ауыл хужалығы кооперативтарын тулыһынса һаҡлап ҡалып, тыныс ҡына капитализм төҙөй башланы һәм шуның менән отто ла.
Рәсәй һәм Советтар Союзы тарихы уйлап эшләнгән ауыл коо­перацияһының ыңғай тәжрибә­һенә эйә. XX быуаттың 20–30-сы йылдарында беренсе колхоздар, ерҙе эшкәртеү буйынса ойошмалар (ТОЗ), шәхси хужалыҡтар эшкәртеү һәм һатыу кооперативтарына берләшеп, ауылды техника, орлоҡ менән тәьмин итә, ауыл хужалығы продукцияһын һатып алып, эшкәртеп, уңайлы шарттарҙа һата. Бөгөн дә XX бы­уаттың 80-се йылдарында эшләп килгән, халыҡтан картуф, емеш-еләк, бәшмәк, дарыу үлән­дәре һ.б. һатып алған әҙерләү контораларын күптәр иҫләй.
30-сы йылдарҙа репрессия­ланған бөйөк рус һәм совет аграр иҡтисадсылары А. Чаянов менән Н. Кондратьев крәҫтиән хужа­лыҡтарын ойоштороуға үҙ ҡара­шын булдыра, ер эшкәртеү менән сәнәғәт араһындағы үҙ-ара бәйлә­неште раҫлай. Н. Кондратьев 1917 йылғы революция шаһиты ғына булмай, ул Ваҡытлы хөкү­мәттең һуңғы составына аҙыҡ-түлек ми­нистрының дуҫы булып инә. Ул илдең һыны­лышлы осорҙа­рында ер эшкәртеү­се менән сәнәғәт араһындағы коопера­цияның ҙур мөмкинлектә­рен теоретик яҡтан дәлилләй, әммә Сталин власы уны файҙала­нырға теләмәй. Шул уҡ ваҡытта Ҡытай коммунистары ошоно өйрәнеп, үҙҙәренең ярлы илен аҙыҡ-түлек, кейем-һалым етеште­реү буйынса донъя лидеры рәтенә сығарҙы һәм XXI быуат башында үҙ тауары менән бөтә донъяны баҫып алды.
Башҡортостан етәкселегенең ауылдарҙа һәр ерҙә кооперативтар булдырыу тәҡдиме — бөгөнгә урындарҙа производство һәм хеҙмәт ҡеүәтен, ауыл хужалығы продукцияһын, бигерәк тә крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡ­тар­ҙа етештереү һәм эшкәртеүҙе үҫ­тереүҙе һаҡлап ҡалыуҙың ваҡыт­лы һәм берҙән-бер ысулы. Был бик ваҡытлы һәм дөрөҫ ҡарар.

Ғарифулла ЯПАРОВ,
ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор,
Рәсәй юристары ассоциацияһы ағзаһы.