Төп маҡсат – килем

13-07-2018, 00:03 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Күмертау ҡалаһында күсмә “Иген конференцияһы” уҙҙы

Төп маҡсат – килемСараның әүәл күмер етештереүселәр булараҡ дан алған ҡалала ойошторолоуы тиккә түгел. Бер нисә йыл элек Рәсәйҙең моноҡалалары иҫәбенә индерелгән төбәк бөгөн уңышлы үҫешә. Былтырҙан Маячный ауылында тиҙләтелгән үҫеш биләмәһе резиденты – элеватор емешле эшләй.


Ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев билдәләүенсә, бөгөн бында ун резидент теркәлгән, барыһы ла үҙҙәренең проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра, һөҙөмтәлә улар 80 миллион һумдан ашыу һалымдан ташламаны үҙҙәрендә ҡалдырған, 800 яңы эш урыны булдырылған.
Ике йыл рәттән эшҡыуарлыҡҡа ярҙам программаларын тормошҡа ашырыуға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан шаҡтай аҡса йәлеп итеүгә өлгәшелгән. Йыл һайын программа бюджеты 95 миллион һумдан артҡан. Ошо осорҙа 200-ҙән ашыу эшҡыуар ярҙам алған.
– Бөгөн Күмертауҙа инвесторҙарға эшләү өсөн уңайлы шарттар булды­рылған. Шуға ла беҙ иген баҙарын­дағы төп проблемалар һәм тармаҡ­тың үҫеш юлдары хаҡында һөйлә­шергә йыйылдыҡ, – тине Башҡорт­остан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа Рәсәй игенселәре яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Ашлыҡты үҙебеҙҙән арттырып, экспортҡа оҙатыу йәһәтенән дә эш йылдам бара. Әммә ҡайһы бер миҙгелдә ер эшсәне көс һалып үҫтергән уңышынан тейешле килем ала алмай – игенгә хаҡ төшөп, бәкәлгә һуға. Был осраҡта ни эшләргә? Тап шуға ла сараға республикабыҙҙан ғына түгел, Ҡазан, Пермь, Сарапул, Һамар кеүек күрше төбәк ҡалаларынан да вәкилдәр килгәйне.
Рәсәй Иген берләшмәһе Президенты Аркадий Злочевский ҙа ҡатнашып, бөгөн игенселәр алдындағы проблемалар, уларҙы хәл итеү юлдары хаҡында һөйләне.
– Һуңғы йылдарҙа экспортҡа иген оҙатыу буйынса Рәсәй донъяла тәүге урынды биләй. Киләсәктә беҙ сит илдәргә 50 миллион тоннанан ашыу иген һатырға тейеш. Әлбиттә, был күр­һәт­кескә иген баҙарындағы агро­технологияға һәм инфраструктураға инвестициялар арттырыу, дәүләт ярҙамы иҫәбенә өлгәшеү мөмкин.
Конференцияла ҡатнашыусылар шулай уҡ игенде экспортҡа оҙатыу һәм уны тимер юлы буйынса ташыу, яңы мөмкинлектәр, ашлыҡтың сифаты, ауыл хужалығы етештереүсе­ләренә транспорт алыуға субсидиялар хаҡында әңгәмәләште.
Әйткәндәй, былтыр 40,8 миллион тонна бойҙай экспортҡа йүнәлтелһә, быйыл аҙыраҡ – 30 миллион тонна көтөлә. Бының сәбәбен Аркадий Злочевский тулайым йыйымдың кәмеүе менән аңлатты. “Былтыр 135,4 миллион тонна ашлыҡ йыйып алһаҡ, был миҙгелдә уның 114 миллион тоннаға тиклем төшөүе көтөлә. Бында ҡоролоҡтоң да тәьҫире бар, былтыр аҡса етмәгәнлектән, технологик етештереү ныҡ кәмене. Игенде үҫтерәбеҙ ҙә йыш ҡына ҡайҙа һатырға белмәйбеҙ. Беҙҙең төп индикатор – килем булырға тейеш”, – тине ул.

Күмертау ҡалаһы.
Автор: И. ХАҠОВ.