Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙҙәре канат етештерәсәк
Импортты алмаштырыу уңышлы бара

Үҙҙәре канат етештерәсәкҺуңғы ваҡытта илебеҙҙә импортты алмаштырған продукция етештереү буйынса күп эш башҡарыла. Белорет металлургия комбинатында ла быға тиклем сит илдәрҙән килтерелгән күп өлтөклө канаттарҙы, шул иҫәптән полимер япмалыларын етештереү буйынса яңы инвестициялы проектты тормошҡа ашырыу финиш һыҙығына яҡынлаша.

Предприятиеға күптән түгел яңы канат ҡоролмаһы һәм канатты полимер менән ҡаплау өсөн экструзиялы һыҙат ҡайтарылды. Ошо көндәрҙә етештереүсе фирманың белгестәре канат машинаһын монтажлауға тотонасаҡ.
— Белорет металлургия комбинаты метиз етештергән предприятиелар араһында алдынғы урында килә. Был проектты тормошҡа ашырыуҙа тау сәнәғәте тармағының сит ил тауарын алмаштырған күп өлтөклө канаттарға, шул иҫәптән полимер япмалыларына мохтажлығы этәргес булды. Беҙҙең белгестәр, сит ил аналогтарын өйрәнеп, тейешле ҡорамалдар булғанда, комбинатта ла эште юлға һалырға мөмкин икәнлегенә инанды. Әлбиттә, ҡатмарлы иҡтисади заманда дәүләт ярҙамынан тыш был мөмкин булмаҫ ине, Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды тарафынан бүленгән кредит бик урынлы булды, — ти Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Виктор Камелин.
Яңы ҡорамал Германияла етештерелгән. Машина өлтөгө алты сантиметрҙан 12 сантиметрға тиклем һәм диаметры 90 миллиметр тәшкил иткән һүтелмәй торған канаттарҙы ишергә мөмкинлек бирәсәк. Улар йөк ташыған техникала, аҫылмалы күперҙәрҙә, күмер һәм тау рудаһы, газ һәм нефть етештереү сәнәғәтендә, балыҡсылыҡта, йылға суднолары эшләгән тармаҡта ҡулланыласаҡ.
Канат машинаһы һәр өлтөктө тартып-һуҙыуҙы, ишеүҙе, үҙәген урауҙы контролләгән система менән йыһазландырылған. Полимер япмалы канаттар тутҡа бирешмәй, урағанда ныҡлығы менән айырылып тора, оҙайлы файҙаланыла. Тупланмала ошондай япмалы канаттарҙы етештереү өсөн үҙәкте йылытыу яйланмаһы ла урынлаштырылған.
Яңы ҡорамалда Белорет металлургия комбинаты белгестәре йылына 15 мең тонна күп өлтөклө канат етештерергә күҙаллай. Миҫал өсөн, был канаттың диаметры 57 миллиметр тәшкил иткәндә алты мең карьер экскаваторын йыһазландырыу тигәнде аңлата.
Бөгөн Рәсәй баҙарындағы һәр өсөнсө тонна канат Белоретта яһала. Предприятие 0,6 – 64 миллиметр диаметрлы 50-нән ашыу төр ҡорос канат конструкциялары етештерә. Продукция автомобиль тәҙрәләрен күтәргестәрҙә, пассажир лифттарында, эленмәле канат юлдарында, төҙөлөш, металлургия, автомобиль крандарында, карьер экскаватор­ҙарында, быраулау ҡорол­маларында, шахта күтәргестәрендә, диңгеҙ һәм йылға флотында, самолеттарға һәм вертолеттарға идара итеү системаларында, йыһан караптарында, юғары вольтлы электр үткәргестәрендә ҡулланыла. Шулай уҡ инвестициялы проект сиктәрендә яңы полимер япмалы канаттарҙың өлгөләре “Мечел” төркөмөнә ҡараған “Көньяҡ Кузбасс” һәм “Яҡуткүмер”компанияларында, Коршунов тау-байыҡтырыу комбинатында һәм Пугачев карьерында һынау үтә.
— Полимер япманы һайлау һәм канатты ҡаплау — күп көс талап итә торған ҡатмарлы эш. Ватан етештереүселәре әлегә полимерҙың әҙер формулаһын эҙләү өҫтөндә. Беҙ ҙә тәжрибә юлынан барабыҙ. Полимерҙың төрлө тәбиғәт шарттарында, ҡоролмаларҙа, агрессив мөхиттә һәм, дөйөм алғанда, үҙен нисек тотоуын асыҡлау бик мөһим. Әлегә һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләнерлек: полимер япмалы канаттарҙың ябайына ҡарағанда өҫтөн икәнлеге көн кеүек асыҡ, — ти генераль директор.
Сәнәғәт масштабында комбинат яңы канат етештереү һәм уларҙы полимер япма менән ҡаплауҙы 2019 йылда башлаясаҡ тип күҙаллана. Дөйөм күләме 510,6 миллион һум тәшкил иткән инвестициялы проект Рәсәй Сәнәғәтте үҫтереү фонды һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында өс йыл элек ғәмәлгә индерелә башланы. Яңы производство Белорет металлургия комбинатында юғары квалификациялы 68 эш урыны ла булдырасаҡ.

Белорет ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә 15.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Күмертау ҡалаһына сәфәре...

Тотош уҡырға 69

Бында бөтәһе лә ысын

Бында бөтәһе лә ысын 15.12.2018 // Иҡтисад

"Алыҫта ҡалған 1981 йыл иҫкә төштө. Иртә менән эшкә киләһең, ә предприятие үҙенең эшен 7.20 сәғәттә...

Тотош уҡырға 67

Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 60

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 55

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 63

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 66

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 44

Ташламалар ике йылға оҙайтыла

Ташламалар ике йылға оҙайтыла 11.12.2018 // Иҡтисад

Электрон рәүештә түләнгән дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама 2021 йылға ҡәҙәр оҙайтылды....

Тотош уҡырға 53

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай 11.12.2018 // Иҡтисад

Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереү...

Тотош уҡырға 44

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла 10.12.2018 // Иҡтисад

Һуңғы йылдарҙа республика муниципалитеттарында мөлкәт һалымын йыйыу әллә ни артмай, 50 процент...

Тотош уҡырға 46

Алданған өлөшсөләр иғтибарына!

Алданған өлөшсөләр иғтибарына! 10.12.2018 // Иҡтисад

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡайһы бер ҡала, райондарында алданған...

Тотош уҡырға 44

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ!

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ! 10.12.2018 // Иҡтисад

“Иномарка”нан текәһе юҡ”, ти торғас, артыҡ маҡтауҙан ялығып киттек ахыры. Рәсәйҙәр быйыл үҙҙәрендә...

Тотош уҡырға 47