Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Салғы янып” алдылар
Мул һөт, һимеҙ ит алыр өсөн, һис шикһеҙ, малдың көр булыуы шарт, шуға Ишембай районында мал аҙығы әҙерләүгә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл 12,5 мең тонна бесән, 12 мең тонна сенаж, 7 мең тонна силос һәм 9 мең тонна һалам әҙерләү планлаштырыла. Әлеге мәлдә яландарҙа – ҡыҙыу мәл.

Был эште башҡарып сығыу өсөн салғылар үткер булырға тейеш, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта кәңәшләшеп алыу ҙа файҙаға. “Техника сафтамы?” “Яғыулыҡ етәме?” “Эшсе ҡулдар бармы?” “Үлән әҙерме?” Мәҫәлән, “Победа” хужалығында үткән семинар-кәңәшмәлә мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләренең күтәрелеүе урынлы булды.
– Аҙыҡ етештереү эшен дөрөҫ ойошторғанда һәм технологияны дөрөҫ ҡулланғанда, юғары сифатлы продукция әҙерләп була, – тип башлап ебәрҙе фекер алышыу сараһын Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов.
Ысынлап та, заманса салғың үткер булыу менәнме ни, саба белмәһәң. Әммә был йәһәттән ишембайҙарға тап төшөрөп булмай. Техника төҙөк, оҫталар бар, һауа торошо яҡшы торһа, эштәр гөрләп бара.
– Беҙҙә ауыл хужалығы продукцияһын етмештән ашыу ҙур һәм бәләкәй предприятие-фермер хужалыҡтары етештерә, 11 меңдән ашыу шәхси ярҙамсы хужалыҡ бар. Мал аҙығы культуралары 12149 гектар майҙанды биләй, шуларҙың 2151 гектары – бер йыллыҡ үләндәр, – тине район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Николай Левашов. Әйтелгән хужалыҡтар төрлө программа­ларҙа ҡатнаша, яңы техника алып ҡайта. Районда һуңғы биш йылда 286 миллион һумлыҡ 214 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдар һатып алынған. Булғандары ла ремонтлана, сафҡа индерелә. Быйыл, мәҫәлән, мал аҙығын әҙерләүҙә алтмыштан ашыу сапҡыс һәм алты комбайнды ҡулланасаҡтар.
Тик... төп таяныс шулай ҙа – ҡул көсө, кадрҙар. Был йәһәттән артыҡ һөйләп тормай, әлеге семинарҙа йәш механизатор, “Победа”ла ни бары ике ай эшләгән Илдус Фазыловты атап китеү ҙә асыҡлыҡ индерер һымаҡ.
– Бесән әҙерләйбеҙ, – тип дәртләнә ул.
Семинарҙа ҡатнашыусылар, әлбиттә, бер йылға ҡағылышлы проблемаларҙы ғына күтәрмәне, ә ғөмүмән ауыл хужалығындағы бихисап мәсьәләне байҡап сыҡ­ты. Мәҫәлән, кукуруз культураһын күберәк сәсергә, баҫыу эштә­рендә бар технологияны ла теүәл үтәргә, төп көстө сифатлы продукция етештереүгә йүнәлтергә тигән һығымта яһаны улар.
...Ҡыҙыу бесән осоро бара. Район хужалыҡтары был мәшә­ҡәтте “һә” тигәнсе башҡарып сығырына шик юҡ, сөнки уларҙың яландағы салғылары ғына түгел, эш алымы “салғылары” ла үткерләнде.

Рәмил МАНСУРОВ,
Хәнә МӘҠСҮТОВА.


Ишембай районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар

Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар 18.12.2018 // Иҡтисад

Киләһе йылда Башҡортостанда инвестиция мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу күрһәткестәре буйынса...

Тотош уҡырға 37

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ 18.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635 миллион һумға еткән. 2018 йылдың 1 декабренә ҡарата 13 мең...

Тотош уҡырға 87

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 18.12.2018 // Иҡтисад

Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре 11 айҙа 485,7 мең тонна ашлыҡ һатҡан. Шуның 325,1 мең тоннаһы...

Тотош уҡырға 54

Яңы йылға – бурысһыҙ

Яңы йылға – бурысһыҙ 18.12.2018 // Иҡтисад

Физик берәмектәр тарафынан 2017 йылға һалымды ваҡытында түләү срогы 3 декабрҙә үтте. 4 декабрҙән...

Тотош уҡырға 35

Урам һепереүгә... 26 миллион һум

Урам һепереүгә... 26 миллион һум 17.12.2018 // Иҡтисад

Яңауылда ҡаланы санитария йәһәтенән тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өсөн 2019...

Тотош уҡырға 47

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә 15.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Күмертау ҡалаһына сәфәре...

Тотош уҡырға 107

Бында бөтәһе лә ысын

Бында бөтәһе лә ысын 15.12.2018 // Иҡтисад

"Алыҫта ҡалған 1981 йыл иҫкә төштө. Иртә менән эшкә киләһең, ә предприятие үҙенең эшен 7.20 сәғәттә...

Тотош уҡырға 80

Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 64

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 62

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 69

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 71

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 48