Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҫеш көтөп ултырғанды яратмай
Ошо көндәрҙә Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта Башҡортостандың көньяҡ райондарының социаль-иҡтисади үҫеше йүнәлештәрен нигеҙләүгә арналған сара үткәрелде. Төбәктең йәшәйеш нигеҙе тураһында булыуын иҫәпкә алып, “стратегик сессия” тип аталған был йыйында Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары, Күгәрсен, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Федоровка райондары белгестәре ҡатнашты.

– Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең төп эшмәкәрлекте халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуҙа, йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыуҙа күрәбеҙ, – тине Күгәрсен район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев үҙенең тәбрикләү һүҙендә. – Төбәгебеҙҙә – күп тармаҡлы иҡтисад, уның барлыҡ формалары ла тиң хоҡуҡлы. Ҙур ауыл хужалығы предприятиелары ла һаҡлап ҡалынды, шул уҡ ваҡытта крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ла үҙҙәрен йылдан-йыл ышаныслыраҡ тоя. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар яҡшыра бара, эшһеҙлек кимәле кәмей.
Ғайса Ғилметдин улы сарала ҡатнашыусыларҙы райондың үҙенсәлектәре һәм бөгөнгө социаль-иҡтисади хәле менән таныштырҙы. Һуңғы йылдарҙа төбәктең үҫеше ыңғай баһалана – 16 урта һәм бәләкәй ауыл хужалығы предприятиеһы, 78 крәҫтиән (фермер) хужалығы етештереүҙе арттыра.
Эксперттар сессияһында төп доклад менән Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры урынбаҫары, иҡтисад фәндәре кандидаты Светлана Насирова сығыш яһаны. Ғалимә раҫлауынса, әле төп проблема райондар үҫешенең тигеҙһеҙлегенә ҡайтып ҡала. Уның киләсәк маҡсаттарҙы интеграль күрһәткестәр менән билдәләү, күрше өлкәләрҙең республикабыҙ үҫешенә йоғонтоһо, төбәктең эсендә үҫеште тигеҙләү мөмкинлектәре тураһындағы һәм башҡа мәғлүмәттәре һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Стратегик сессияның төп өлөшө, йәғни секцияларға бүленеп эшләү, тағы ла йәнлерәк барҙы. Уларҙа белгестәр һәм йүнселдәргә үҙҙәрен борсоған проблемалар буйынса фекер алышыу, институт ғалимдарының ошо мәсьәләләргә аңлатмаһын тыңлау мөмкинлеге тыуҙырылды. “Ете ҡыҙ” ательеһы етәксеһе Әминә Әҙелғужина әйтеүенсә, сара эшҡыуарҙар өсөн айырыуса файҙалы булды, күп төшөнсәләрҙең айышын аңларға ярҙам итте һәм эштә уларҙы ышаныслыраҡ ҡуллана башлау теләген арттырҙы. Институттың өлкән ғилми хеҙмәткәре Николай Лавренюктың, техник фәндәр кандидаты Денис Поповтың социаль һәм биләмәләр үҫеше трендтарын танып белеү һәм үҙенсәлектәрен артабанғы планлаштырыуҙа иҫәпкә алыу тураһындағы сығыштары тыңлаусылар менән аралашыу, һорау-яуап рәүешендә барҙы.
Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимы Ринат Шәйәхмәтов, Башҡортостан дәүләт аграр университетынан ауыл хужалығы фәндәре докторы Ринат Ғиззәтуллин һәм башҡаларҙың сығыштары ла төбәктәрҙең үҫеш мөмкинлектәренә бағышланғайны. Стратегик сессия йомғаҡтары буйынса проект башланғыстары булдырылды, һәм был проекттарҙы тормошҡа ашырасаҡ командалар төҙөлдө.

Күгәрсен районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар

Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар 18.12.2018 // Иҡтисад

Киләһе йылда Башҡортостанда инвестиция мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу күрһәткестәре буйынса...

Тотош уҡырға 37

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ 18.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635 миллион һумға еткән. 2018 йылдың 1 декабренә ҡарата 13 мең...

Тотош уҡырға 87

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 18.12.2018 // Иҡтисад

Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре 11 айҙа 485,7 мең тонна ашлыҡ һатҡан. Шуның 325,1 мең тоннаһы...

Тотош уҡырға 54

Яңы йылға – бурысһыҙ

Яңы йылға – бурысһыҙ 18.12.2018 // Иҡтисад

Физик берәмектәр тарафынан 2017 йылға һалымды ваҡытында түләү срогы 3 декабрҙә үтте. 4 декабрҙән...

Тотош уҡырға 35

Урам һепереүгә... 26 миллион һум

Урам һепереүгә... 26 миллион һум 17.12.2018 // Иҡтисад

Яңауылда ҡаланы санитария йәһәтенән тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өсөн 2019...

Тотош уҡырға 47

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә 15.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Күмертау ҡалаһына сәфәре...

Тотош уҡырға 107

Бында бөтәһе лә ысын

Бында бөтәһе лә ысын 15.12.2018 // Иҡтисад

"Алыҫта ҡалған 1981 йыл иҫкә төштө. Иртә менән эшкә киләһең, ә предприятие үҙенең эшен 7.20 сәғәттә...

Тотош уҡырға 80

Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 64

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 62

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 69

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 71

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 48