Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хаҡмы, сифатмы?
Хаҡмы, сифатмы?Ситтән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләүҙең һөҙөмтәһе бөгөн үҙебеҙҙә ҡайһы бер продукцияларҙың күбәйеүендә яҡшы күренә. Мәҫәлән, ҡош, сусҡа ите етештереү йәһәтенән һуңғы йылдарҙа шаҡтай алға киттек. Ә бына һыйыр ите, һөт әлегә тейешле күләмдә эшкәртелмәй. Шул уҡ ваҡытта магазин кәштәләре аҡтан әҙерләнгән ризыҡтарҙан һығылып тора. Уларҙың күпселегенә пальма майы ҡушылыуы сер түгел.


Белгестәр Рәсәйгә ташылған был майҙың күләме йыл һайын артыуын белдерә. Тап ошо юл менән заман йүнселдәре аҡса эшләй ҙә инде. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ғинуар-февраль айҙарында ғына, былтырғы шул осор менән сағыштырғанда, Рәсәйгә пальма майы килтереү 36,7 процентҡа артҡан. Тап шуға ла илдең Ауыл хужалығы министрлығы был продукцияны индереүгә беҙҙә генә түгел, ә барлыҡ ЕАЭС илдәрендә квота булдырыу кәрәклеген белдерә. Ошо юл аша сауҙа тармағында ялған аҙыҡ күләмен кәметеү мөмкинлеге бар тигән ҡарашта улар.
Белгестәр әйтеүенсә, осһоҙ үҫемлек майы ризыҡтың үҙҡиммәтен төшөрә. Икенсенән, бәғзе берәүҙәр, организмға зарары юҡ, тиһә лә, уның төрлө сорттары бар. Бәғзеләре холестеринды арттыра, ҡан ҡуйырыуға сәбәпсе була. Оҙаҡ боҙолмай һаҡланыуы менән отошло пальма майының айырыуса сыр, туңдырма, кондитер аҙыҡ­тарына күпләп ҡушылыуы, араларына хатта техник сорттарҙың эләгеүе табиптарҙы хафаға һала. Ҡайһы бер предприятие­ларҙың уларҙы ҡаймағы айыртып алынған һөткә өҫтәүе лә сер түгел.
Ауыл хужалығы министрлығында үҫем­лек майы ҡушып әҙерләнгән ризыҡтарҙың исемен үҙгәртеү хаҡында һүҙ күптән бара. “Ҡаймаҡлы”, “Эремсекле” тигән атамалар­ҙан баш тартырға уйлайбыҙ. Һөттән эшләнһә лә, уларға ят ҡушылма өҫтәлә. Шул уҡ ваҡытта таҙа, тәбиғи эремсек тә башҡалар менән бер үк исем йөрөтә. Был дөрөҫ түгел. Ҡулланыусылар уларҙы айырһын өсөн ҡаптарҙағы ярлыҡ үҙгәртелергә тейеш”, – тип күптән саң ҡаға белгестәр.
Һәм, ниһайәт, был йүнәлештә боҙ ҡуҙғалды: күптән түгел һөт продукцияһын төрөүгә яңы талаптар ғәмәлгә инде. “Һөт һәм һөт аҙыҡтары хәүефһеҙлеге тура­һында” техник регламенттағы үҙгәрештәр 15 июлдән эшләй башланы. Унда төп яңылыҡ – етештереүселәргә хәҙер “һөтлө” фирма тамғаһын ҡулланырға ярамай. Ә үҫемлек майы ҡушылған эремсекте эремсекле аҙыҡ, сырҙы сыр тип атау тыйыла. Бындай ярым тәбиғи продукция етеш­тергәндәр тауар билдәләрендә, ярлыҡтарҙа һөт һүҙен телгә ала алмаясаҡ.
Яңы ҡағиҙә буйынса, аҙыҡта үҫемлек майы булыу-булмауын шунда уҡ аңларға мөмкин. Мәҫәлән, тышлыҡҡа “Сыр технологияһы буйынса етештерелгән, һөт майы ҡушылған һәм составында һөт булған продукт” тип яҙылырға тейеш. Ҡаймаҡҡа, эремсеккә лә шундай уҡ билдә ҡуйыласаҡ. Эйе, яҙыу оҙон, әммә тәбиғи һәм ялған аҙыҡты бутау мөмкин булмаясаҡ.
Был йәһәттән “Роскачество”ның етәксеһе урынбаҫары Елена Саратиева: “Беҙ үҫемлек майы ҡушылған про­дукцияның хәүефһеҙлеге хаҡында һүҙ алып бар­майбыҙ, – тине. – Сит илдәрҙә лә бындай ризыҡты ҡулланыу күләме үҫә. Әммә беҙгә ҡулланыусыға аҙыҡ составы тураһында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт биреү мөһим. Әгәр элек тауарға “үҫемлек майы – аҡ май” тип ҡуйылһа, хәҙер бындай ике яҡлы яҙыу булмаясаҡ. Ялғанлыҡҡа, халыҡтың башын бутауға юл ябыла”.
Тимәк, хәҙер етештереүселәргә башҡа төрлөрәк эш итергә тура килә. Уларға ҡаптарҙы үҙгәртеү, тауарҙы яңы исем менән теркәү өсөн 180 көн ваҡыт бирелә. Йәғни яңы әҙерләнгән аҙыҡтар элекке ярлыҡта 2019 йылдың ғинуар уртаһына тиклем магазин кәштәләрендә үҙ урынын биләй ала. Белгестәр оҙаҡ һаҡлана торған продукттар һатып бөтөлгәс, киләһе йәйгә тулыһынса яңы ҡағиҙәгә күсеүҙе күҙаллай.
Артабан хәл нисек булыр? “Руспродсоюз” ассоциацияһы директоры урын­баҫары Дмитрий Леонов был йәһәттән шулай тип белдерә: “Ҡушылдыҡ аҙыҡтарҙы һатыу күләме, бәлки, кәмер. Дөрөҫ, улар тәбиғи продукттарҙан арзаныраҡ буласаҡ. Әгәр халыҡ әүәлгесә продукцияны хаҡына ҡарап ала икән, ул саҡта үҫемлек майы ҡушылғандар әллә ни кәмемәҫ”.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 34

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 56

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 33

Ташламалар ике йылға оҙайтыла

Ташламалар ике йылға оҙайтыла 11.12.2018 // Иҡтисад

Электрон рәүештә түләнгән дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама 2021 йылға ҡәҙәр оҙайтылды....

Тотош уҡырға 35

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай 11.12.2018 // Иҡтисад

Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереү...

Тотош уҡырға 33

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла 10.12.2018 // Иҡтисад

Һуңғы йылдарҙа республика муниципалитеттарында мөлкәт һалымын йыйыу әллә ни артмай, 50 процент...

Тотош уҡырға 37

Алданған өлөшсөләр иғтибарына!

Алданған өлөшсөләр иғтибарына! 10.12.2018 // Иҡтисад

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡайһы бер ҡала, райондарында алданған...

Тотош уҡырға 35

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ!

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ! 10.12.2018 // Иҡтисад

“Иномарка”нан текәһе юҡ”, ти торғас, артыҡ маҡтауҙан ялығып киттек ахыры. Рәсәйҙәр быйыл үҙҙәрендә...

Тотош уҡырға 35

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ"

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ" 09.12.2018 // Иҡтисад

“Ҡуштауҙы эшкәртеү хаҡындағы ҡарар 2,5 мең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙы БСК...

Тотош уҡырға 84

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла 07.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 55

"БСК сеймалы өсөн бәхәстең тамамланыуы — Башҡортостандың абруйын арттырыуҙа ыңғай күренеш"

"БСК сеймалы өсөн бәхәстең тамамланыуы — Башҡортостандың абруйын арттырыуҙа ыңғай күренеш" 07.12.2018 // Иҡтисад

“Әүәлге республика етәкселеге менән финанс-сәнәғәт төркөмдәренең береһе араһындағы Башҡортостан...

Тотош уҡырға 69

БСК: “Республика Башлығының ҡарашы ҡәтғи, әммә беҙ уның менән килешергә әҙербеҙ”

БСК: “Республика Башлығының ҡарашы ҡәтғи, әммә беҙ уның менән килешергә әҙербеҙ” 07.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан сода компанияһының Ҡуштауҙы өйрәнеүгә ғәмәлдәге лицензияһы бар, “БСК” ошо йүнәлештә эш...

Тотош уҡырға 86