Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙебеҙҙең сөгөлдөр, үҙебеҙҙең шәкәр
Үҙебеҙҙең сөгөлдөр, үҙебеҙҙең шәкәрРеспублика Хөкүмәте ауыл хужалыҡтарында культуралар төрлөлөгөн арттырыуҙа, уларҙы үҫтереүҙә яңы технологиялар ҡулланыу, ҡеүәтле техника алыуҙа ярҙам итеү буйынса төплө эш алып бара. Был сәйәсәт ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Төбәктә аяғында ныҡлы баҫып торған агрохолдингтарҙың, ауыл хужалығы предприятиеларының, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының артыуы, эшкәртелгән баҫыуҙар майҙанының киңәйеүе ошо хаҡта һөйләй.

Дәүләкән районының “Регионагро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә тотороҡло үҫеш юлында. Ул тө­бәктә ике йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, башҡа ху­жалыҡтарға күрһәтерлек ҡаҙаныштары, уртаҡ­лашырлыҡ тәжрибәһе бар. Шуға күрә лә “Шәкәр сөгөлдөрө. Көн­бағыш. Кукуруз. Соя” семинар-кәңәшмәһе был хужалыҡ баҫыуында ойошторолдо ла инде. Сарала төрлө райондарҙан ауыл хужалығы идаралығы (бүлектәре) белгестәре, предприятие етәкселәре, орлоҡ һәм техника менән тәьмин иткән компаниялар вәкилдәре ҡатнашты.
– Дәүләт ауыл эшсәндәренә ярҙам итеү буйынса төрлө саралар тәҡдим итә. Аграр сәнәғәт комплексын үҫтереү маҡсатында республика бюджетына алдағы өс йылға 10 миллиард һум аҡса һалынған. Орлоҡ, ашлама, техника һатып алыу өсөн субсидия ҡаралған. Бындай ярҙам булғанда, насар һөҙөмтәләр күрһәтеү яҙыҡ булыр. Бер гектар ауыл хужалығы еренән 10 мең һумдан да кәм булмаған килем алырға ынтылырға тейешбеҙ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙа тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән семинарҙарҙы ойоштороу яҡшы йолаға әйләнде. “Регионагро” йәмғиәтендә үткәне уның тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелеүен күрһәтте. Бын­да­ғы тәжрибә баҫыуында шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, кукуруз, соя сорттарының һәм гибридтарының күп төрҙәре сәселгән. Тәжрибәле белгестәр уларҙы тәрбиәләү серҙәре һәм нескәлектәре менән уртаҡлашты.
“Регионагро” йәмғиәте сояны 2010 йылда башлап сәскән.
– Ул йылда иген культуралары уңманы, 1000 гектар майҙанда үҫтерелгән соянан алған килем иҫәбенә финанс ауырлыҡтарҙы йырып сыҡтыҡ. Шул ваҡыттан алып яҡшы килем килтергән был культураны сәсергә тырышабыҙ. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының моржиналь культураларҙы арттырыу программаһын әүҙем тәҡдим итеүенә шатбыҙ, – тине “Регионагро” йәмғиәте етәксеһе Вадим Нуриәхмәтов.
Әйткәндәй, республика хужалыҡтары йыл башынан 160 яңы комбайн һатып алған, уларҙы тағы ла 200-гә арттырыу ниәттәре бар. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, техниканы сығарған предприятиеларға субсидияны 15 проценттан 30-ға тиклем еткереү ҡарала. Был илебеҙҙә ауыл хужалығы техникаһын етештереүҙе арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Семинар-кәңәшмәлә иген, юғары моржиналь культу­раларҙы йыйыу комбайндары, тракторҙар күргәҙмәһе лә төбәк ауыл хужалығының заманса шарттарҙа эшләү алымдарына күсеүе хаҡында һөйләй.
Дәүләкән районы.

Ирек СУРАҠОВ, Башҡортостандыңауыл хужалығы министры урынбаҫары:
– Республикала сәсеү майҙандары һаҡланып ҡалды, шул уҡ ваҡытта яҡшы килем килтергән шипкән, етен, рапс кеүек культуралар сәсеүлектәре артты. Культураларҙың төрлөһөн сәсергә кәрәк, сөнки уларҙың файҙаһы бар.
Былтыр игенгә хаҡ төшһә, быйыл артты. Әлеге көндә бойҙай хаҡы яҡшы, шуға ла хужалыҡтар иғтибар итә. Әйтәйек, арпаның бер тоннаһына ете-һигеҙ мең һум аҡса тәҡдим итәләр, былтыр ул дүрт-биш мең һум ғына ине. Шулай уҡ бойҙайға ла хаҡ артты. Арыштың бер килограмы ете һумға тиклем күтәрелде.
Ҡайһы берәүҙәр, көнбағыш ергә зыян килтерә, тип уйлай. Уны үҫтереү технологияһын күҙәткәндә, еренә еткереп үтәгәндә, зыяны юҡ. Әле Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан райондарҙа татлы тамыр күпләп үҫтерелә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең Урал аръяғында, төньяҡ-көнсығыш райондарында ул уңмай, сөнки климат тап килмәй. Шәкәр сөгөлдөрөнә хаҡ ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең хужалыҡтар үҫтерәсәк, уны кәметеү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Төбәктә өс шәкәр заводы бар. Улар әлеге ваҡытта техник яҡтан әҙер, ремонт эштәре башҡарылған. Төбәккә татлы тамырҙы сит өлкәләрҙән дә килтерәләр, Ырымбурҙа бер нисә хужалыҡ уны үҫтерә. Республикала етештерелгән шәкәр Үзбәкстан, Ҡаҙағстан кеүек сит илдәргә һатыла.

Ринад МӘҮЛИТОВ, Әлшәй районындағы “Красный клин” агрофирмаһының “Раевский” йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары:

– Хужалыҡтың 25 мең гектар майҙан һөрөнтө ере бар. Cөгөлдөрҙө 4 мең гектарға ултыртабыҙ. Беҙҙең климатта гибрид сорты яҡшы уңа. Завод туҡтауһыҙ эшләһен өсөн иртә, уртаса һәм һуң өлгөргән сорттарҙы сәсәбеҙ. Элеккесә үҫтереүебеҙҙе дауам итәбеҙ, технологиялар күҙәтелә. Ике звено тик сөгөлдөр йүнәлешендә генә эшләй. Хужалыҡтың биш “Холмер” һәм бер “Гримме” комбайны бар.
Семинар-кәңәшмә юғары кимәлдә ойошторолған. Республикала сөгөлдөрҙө үҫтереү технологиялары ла үҫешә. Мәҫәлән, беҙ шыйыҡ ашлама ҡуллана башланыҡ. Ыңғай һөҙөмтә бар, ул япраҡтарҙа сағыла. Әгәр ҙә япраҡтар ҡуйы йәшел төҫтә булһа, был сөгөлдөрҙә шәкәр күп тупланғанын сағылдыра. Сөгөлдөр составында шәкәр миҡдары 18 процентҡа етһә, уңыш яҡшы тип иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта беҙ татлы тамырҙың ун көнгә 14 грамға артыуын күҙәтәбеҙ. Дөйөм массаһына килгәндә, араларында 400 грамға тиклем үҫкәндәре лә бар. Әлбиттә, яҙ һыуыҡ килде, әммә тәбиғәт үҙенең эшен эшләй, шуға ла татлы тамырҙың үҫеше менән ҡәнәғәтбеҙ.

Рәмил МОСТАФИН, Көйөргәҙе районының “Искра” ауыл хужалығы етештереү комплексы етәксеһе:
– 2010 йылдан бирле сөгөлдөрҙө сәсмәйбеҙ. Шул ваҡыттан беҙҙә ҡоролоҡ циклы башланды. Бәлки, климат үҙгәрәлер, әйтә алмайым. Элек татлы тамырҙы 1000 гектар майҙанға ултырта инек. Ул саҡта Германиянан килтерелгән техника һәм технологияларҙы үҙләштерҙек. Әле лә тәбиғәт шарттары ҡулай булһа, бик тә үҫтерер инек. Көнбағыш беҙҙә 4,5 мең гектар майҙанды алып тора. Беҙ уны май, орлоҡ кеүек тауар алыу өсөн үҫтерәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 52

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 79

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 106

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 79

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 96

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 89

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 82

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 91

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 91

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 59

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 64

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 92