Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәр башаҡ ҡәҙерле
Һәр башаҡ ҡәҙерлеБыйылғы йыл йәнә игенсе өсөн оло һынау ҡуйҙы. Ямғырҙарҙың яумауы, йәйҙең ҡоро һәм эҫе килеүе аграрийҙар өсөн яҡшыға булманы. Мал аҙығы әҙерләү ҙур проблемалар тыуҙырһа, хәҙер килеп иген баҫыуҙары ҡыуанырлыҡ түгел – башаҡтар бушыраҡ, һабаҡтары ҡыҫҡа. Былар Хәйбулла игенселәренең кәйефен бер аҙ төшөрһә лә, баҫыуҙарҙа комбайндар геүләүе күңелдәрҙә өмөт уята.

Райондың баш агрономы Илдар Бикмө­хә­мәтовтың әйтеүенсә, ҡаты ҡоролоҡ эҙем­тәләре район баҫыуҙарын урап үтмәгән. Бөтәһе 85 мең 270 гектар майҙанда иген культуралары сәселһә, шуның 41 мең 520 гектары ҡоролоҡтан һәләк булған. Был һан дөйөм сәсеүлек майҙанының 48 процентын тәшкил итә. Хужалыҡтар ҡоролоҡ арҡаһында 180 миллион һумлыҡ зыян күргән. Әгәр яҙғы сәсеү кампанияһы өсөн 360-380 миллион һум аҡса тотонолһа, әле фермерҙар шуның яртыһын юғалтҡан.
– Бөгөн һәр башаҡ ҡәҙерле, шуға күрә уңышты мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ йыйыу өсөн көс һалына. Райондың күпселек хужалыҡтары ураҡҡа төштө. Гектар ҡеүәте ни бары 2-3 центнер. Барлығы 42 комбайн иген баҫыуҙарын иңләй, шуның 16-һы МТС-тыҡы. Әлегә төп проблема – яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ. Хаҡтарҙың юғары булыуы бәкәлгә һуға. Быйыл күп хужалыҡтар техник культуралар, атап әйткәндә, етен, рапс, көнбағыш сәсте. Гектарынан 10 центнерҙан ашыу уңыш алыуға өмөтләнгән фермер әле етендән 3-4 центнер аламы, юҡмы? – ти Илдар Мөҙәрис улы.
Бөгөн Урал Закиров, Йәмил Алғошаев, Динис Федоров, Илшат Үлйәбаев, Сергей Власенко кеүек фермерҙар булған уңышты мөмкин тиклем юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар көстәрен һала.
Аяҙ көндөң һәр минуты ҡәҙерле икәнлеген аңлаһаҡ та, баҫыуҙарҙы үҙ күҙебеҙ менән күрәйек, ялан батырҙары менән яҡындан аралашайыҡ тип Маҡан ауылы фермеры Илдар Иҫәнгилдиндың арпа баҫыуына юл алдыҡ. 500 гектар майҙанды ике “Нью-Холланд” комбайны иңләй. 20-нән ашыу техника берәмеге булған фермерға яҙғы сәсеү һәм урып йыйыу эштәрен атҡарыу ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырмаҫ ине лә, быйылғы ҡоролоҡ ҡына бер аҙ кәйефен ҡыра шул. Ярай әле Айтуған менән Арыҫлан улдарының бергә эшләүе, һәр эште кәңәшләшеп башҡарыуы – эшҡыуар өсөн оло терәк. “Икеһе лә эшкә әрһеҙ, техниканы яҡшы белә, тиҫтерҙәре кеүек “оҙон аҡса” эҙләп ситкә китмәне, ауылда ҡалыуҙарына һөйөнәм. Юлымды дауам итерлек ышаныслы терәктәрем бар”, – ти Илдар Теүәлбай улы.
Кооператив төҙөү уй-ниәттәре менән янған фермер Илдар Иҫәнгилдинды көҙгө уңыш бик үк һөйөндөрмәһә лә, булғанды имен-һау йыйып алып, орлоҡҡа һалыу, ҡалғанын малдарҙы ҡышлатыуға еткереү теләге менән яна. Эшселәр өсөн бар шарттар тыуҙырылған: көнөнә өс тапҡыр йылы аш ойошторолған, техника төҙөк, яғыулыҡ-майлау материалдарын туплауға алдан хәстәрлек күрелгән. Сит ил комбайнында йөрөүсе Әхмәтйән Байғужин да быйылғы уңыштың насар булыуын билдәләне, төшөм юҡ, ти. Шулай ҙа ваҡытында уңышты йыйып алыу өсөн тырышалар. Көндәр аяҙ торғанда, ҡоролоҡҡа һылтанмай, ал-ял белмәй эшләргә күнеккән, икмәк ҡәҙерен белгән Хәйбулла игенселәренең ошондай шарттарҙа ла уңыш йыйыуға төшөүе үҙе оло батырлыҡҡа тиң!
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә республиканың 15 районында ҡоролоҡҡа бәйле ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Исемлектә Хәйбулла районы ла бар. Әле төбәктә ҡоролоҡ эҙемтәләрен баһалау буйынса эшсе төркөм булдырылған.

Хәйбулла районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар

Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар 18.12.2018 // Иҡтисад

Киләһе йылда Башҡортостанда инвестиция мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу күрһәткестәре буйынса...

Тотош уҡырға 37

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ 18.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635 миллион һумға еткән. 2018 йылдың 1 декабренә ҡарата 13 мең...

Тотош уҡырға 87

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 18.12.2018 // Иҡтисад

Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре 11 айҙа 485,7 мең тонна ашлыҡ һатҡан. Шуның 325,1 мең тоннаһы...

Тотош уҡырға 54

Яңы йылға – бурысһыҙ

Яңы йылға – бурысһыҙ 18.12.2018 // Иҡтисад

Физик берәмектәр тарафынан 2017 йылға һалымды ваҡытында түләү срогы 3 декабрҙә үтте. 4 декабрҙән...

Тотош уҡырға 35

Урам һепереүгә... 26 миллион һум

Урам һепереүгә... 26 миллион һум 17.12.2018 // Иҡтисад

Яңауылда ҡаланы санитария йәһәтенән тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өсөн 2019...

Тотош уҡырға 47

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә 15.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Күмертау ҡалаһына сәфәре...

Тотош уҡырға 107

Бында бөтәһе лә ысын

Бында бөтәһе лә ысын 15.12.2018 // Иҡтисад

"Алыҫта ҡалған 1981 йыл иҫкә төштө. Иртә менән эшкә киләһең, ә предприятие үҙенең эшен 7.20 сәғәттә...

Тотош уҡырға 80

Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 64

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 62

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 69

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 71

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 48