Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төбәк ҡеүәтен арттыралар
Төбәк ҡеүәтен арттыраларҠала һәм төбәк үҫешенә тос өлөш индергән Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты ошо көндәрҙә үҙенең данлы юбилейын билдәләй. Ҡасандыр уның төҙөлөүе таусылар ҡалаһын барлыҡҡа килтереүҙә төп роль уйнаған, бөгөн дә ул – төбәкте тотоп торған ҡеүәтле сәнәғәт предприятиеларының береһе.

1939 йылда Яңы Сибай ятҡылығынан мәғдән сығарыла башлауҙан барлыҡҡа килгән предприятие 1948 йылда Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатын төҙөүгә килтерә. Сибай руднигы асылғандан алып Урал баҡыр иретеү заводтарын мәғдән менән тәьмин итеүсе төп предприятиеларҙың береһенә әйләнә. Төрлө йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы Башҡортостан баҡыр-көкөрт ком­бинатының данлы традицияларын ла­йыҡлы дауам итә. Йылдар арауығында ул үҫештең төрлө баҫҡыстарын үтеп, 2004 йылдан Урал тау-металлургия компания­һының иң тотороҡло һәм перспективалы эшләгән ойошмалары сафын тулыландыра. Шул уҡ йылдан предприятиеның төп фондын Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡуртымға ала, һәм ул Сибай филиалы итеп үҙгәртелә. Бөгөн филиалға Йәүҙәт Усман улы Биккинов етәкселек итә.
Комбинат сығарған мәғдән республикала ғына түгел, ил күләмендә лә продук­цияһының түбән үҙҡиммәте, концентра­тының юғарылығы менән айырылып тора. Сифатты ҡатнашма составындағы алтын, көмөш һәм ҡиммәтле металдар ҙа күтәрә.
Сибайҙы шахтерҙар ҡалаһы тип тә йөрөтәләр, сөнки ҡалала мәғдән сығарыу эшенә бәйле барлыҡҡа килгән шахтер һөнәре ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ тиерлек. Шулай уҡ комбинаттың асыҡ ысул менән руда табыусы, ер аҫты рудниктары, байыҡтырыусылар фабрикаһы, ремонт-механика заводы, энергия, тимер юл цехтары сәнәғәт объектының ҡора­малдарын көйләүсе генә түгел, уларға ҡайтанан йән өрөүсе лә. Был өлкәлә эшләүселәр ҙә күптән инде үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән. Ғөмүмән, комби­наттың ниндәй генә цехын алма, улар бер-береһен тулыландырып, бер бөтөн булып, әҙер продукция – баҡыр-цинк концентраты етештереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Бөгөн йәмғиәт етештереү мөмкинлек­тә­ренә һәм хеҙмәт традицияларына таянып, үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы на­мыҫ менән үтәй. Шулай уҡ республика Баш­лығы Рөстәм Хәмитовтың башланғысы менән ҡабул ителгән “Урал аръяғын иҡти­сади үҫтереүҙең комплекслы программа­һы”н тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерә.
Сибай филиалы етәксеһе Йәүҙәт Биккинов әйтеүенсә, әле ойошмала бөтәһе 1685 кеше эшләй, уртаса эш хаҡы 40 мең һум тәшкил итә. Предприятиены үҫтереү буйынса төп йүнәлештәрҙең береһе – геология-разведка эшмәкәрлеген көсәйтеү. Был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыла, инвестициялар һалына. Әйткәндәй, комбинатта был тәңгәлдә финансланған махсус программа эшләй. Әле Ҡамаған һәм Төньяҡ Сибай ятҡылыҡтарын развед­калау дауам итә. Шулай уҡ Сибай комбинаты етәкселеге таусыларҙың социаль проблемаларын хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерә, күп кенә мәктәпкәсә йәштәге учреж­дениеларға, мәктәптәргә, ойошма­ларға һәм ижади коллективтарға бағыусы­лыҡ итә. Ҡаланың баскетбол, өҫтәл теннисы һәм хоккей командаларына даими ярҙам итеүсе лә Сибай филиалы. Шулай уҡ заманса ҡоролмалар менән тәьмин итеү, эшселәрҙең ялын һәм һаулығын ҡайғыртыу, уларҙың балаларының йәйге ялын файҙалы үткәреү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла. Эшселәр йыл әйләнәһенә “Сибай” шифахана-профилакторийында һаулыҡтарын нығыта, балалар йәмле Талҡаҫ буйында урынлашҡан “Ҡайынҡай” ял һәм һауыҡтырыу лагерында рәхәтләнеп ял итә.
Данлы һәм шанлы тарихы булған, ҡала статусын булдырыуҙа үҙ өлөшөн индергән Сибай комбинаты етәкселеге әле киләсәккә оло маҡсаттар ҡуйып, коллектив алдын­дағы бурыстарҙы атҡарып сығыу өсөн бар тырышлығын һала.

Сибай ҡалаһы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ"

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ" 09.12.2018 // Иҡтисад

“Ҡуштауҙы эшкәртеү хаҡындағы ҡарар 2,5 мең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙы БСК...

Тотош уҡырға 54

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла 07.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 51

"БСК сеймалы өсөн бәхәстең тамамланыуы — Башҡортостандың абруйын арттырыуҙа ыңғай күренеш"

"БСК сеймалы өсөн бәхәстең тамамланыуы — Башҡортостандың абруйын арттырыуҙа ыңғай күренеш" 07.12.2018 // Иҡтисад

“Әүәлге республика етәкселеге менән финанс-сәнәғәт төркөмдәренең береһе араһындағы Башҡортостан...

Тотош уҡырға 59

БСК: “Республика Башлығының ҡарашы ҡәтғи, әммә беҙ уның менән килешергә әҙербеҙ”

БСК: “Республика Башлығының ҡарашы ҡәтғи, әммә беҙ уның менән килешергә әҙербеҙ” 07.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан сода компанияһының Ҡуштауҙы өйрәнеүгә ғәмәлдәге лицензияһы бар, “БСК” ошо йүнәлештә эш...

Тотош уҡырға 72

“Башҡортостан сода компанияһы” сеймал сығанағы тапҡан:  Торатау эшкәртелмәйәсәк

“Башҡортостан сода компанияһы” сеймал сығанағы тапҡан: Торатау эшкәртелмәйәсәк 07.12.2018 // Иҡтисад

“Башҡортостан сода компанияһы” етештереү өсөн сеймал базаһы итеп Ҡуштауҙы файҙаланасаҡ, тип хәбәр...

Тотош уҡырға 122

“Ошондай ваҡиғалар тормошобоҙҙо яҡшырта”

“Ошондай ваҡиғалар тормошобоҙҙо яҡшырта” 07.12.2018 // Иҡтисад

Оҙаҡламай районда социаль-мәҙәни үҙәк тә сафҡа инәсәк. Был аҙнала Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 32

Нимәгә хаҡ артҡан?

Нимәгә хаҡ артҡан? 06.12.2018 // Иҡтисад

“Башҡортостанстат” хәбәр итеүенсә, республикала “аҙыҡ-түлек кәрзине”нә йәнә хаҡ артты....

Тотош уҡырға 64

Квитанция һәр ауыл өйөнә киләсәк

Квитанция һәр ауыл өйөнә киләсәк 06.12.2018 // Иҡтисад

11 декабрҙә Өфөнөң Дим районының “Бәйләнештә” һәм “Фейсбук”тағы рәсми төркөмдәрендә ҡалдыҡтар менән...

Тотош уҡырға 95

Тиҙҙән сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ иғлан ителәсәк

Тиҙҙән сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ иғлан ителәсәк 05.12.2018 // Иҡтисад

Мәғлүм булыуынса, яңы йылдан халыҡ төбәк операторҙары сүп-сарҙы йыйып алып китеп, эшкәрткән өсөн...

Тотош уҡырға 133

Шәкәр күп, етерлек!

Шәкәр күп, етерлек! 05.12.2018 // Иҡтисад

Өс шәкәр заводы (Шишмәлә, Мәләүездә, Раевкала) бөгөнгә 145 мең тонна шәкәр сығарған — был...

Тотош уҡырға 74

Рәсәй халҡына ваҡытлыса ипотека кредитын түләмәй торорға рөхсәт

Рәсәй халҡына ваҡытлыса ипотека кредитын түләмәй торорға рөхсәт 05.12.2018 // Иҡтисад

Ауыр тормош хәлендә ҡалған Рәсәй кешеләренә ваҡытлыса ипотека бурысын түләмәй торорға рөхсәт...

Тотош уҡырға 82

Ҡорос арҡан етештерәбеҙ

Ҡорос арҡан етештерәбеҙ 05.12.2018 // Иҡтисад

Эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Мечел”...

Тотош уҡырға 58