Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ифрат яуаплы ла, сауаплы ла эш
“Иҙел” агрофирмаһына килгәс, әмәлгә ҡалғандай, хужалыҡ етәксеһен һәм механизаторҙарҙы бер урында тап иттек: бер нисә көн рәттән яуған ямғырҙар ҡыҙыу ялан эштәрен туҡтатып торған икән.

Эйе, ауыл хужалығы өсөн иң ҡыҙыу мәлдә, урып йыйыу эштәре барғанда, һа­уа торошоноң ҡоро тороуы – төп шарттар­ҙың береһе. Әммә был ғәмәл туранан-тура тәбиғәткә генә бәйле булғанға күрә, тәжрибәле ауыл эшсәндәре күңелен төшөрмәй: көнө лә булыр, өлгөрөп еткән уңышты түкмәйенсә-сәсмәйенсә, юғал­тыуһыҙ йыйып та алырҙар.

Комбайндарының төҙөклөгөн тикшергән механизаторҙар янына барғансы район­дың баш агрономы Ильяс Минһажев ме­нән әңгәмәләшәбеҙ. Быға тиклем район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Глүс Сакаев менән һөйләшкәндә, ул Ильяс Йәүҙәт улын “аяҡ­лы энциклопедия” тип атағайны. Баҡһаң, тармаҡта дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләгән белгесте Нуриман районында ғына түгел, республиканың башҡа райондарында ла яҡшы беләләр, уға даими рәүештә агрономия мәсьәләләре буйынса кәңәш-ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр икән.

– Кабинетта ултырғаным юҡ минең. Таңдан торам да ҡара кискә тиклем район хужалыҡтары буйынса йөрөп сығам, телефондан да шылтыратып теге йәки был һорау буйынса яуаптар бирәм. Һәр эштең үҙ тәртибе: лайыҡлы уңыш алыу өсөн сифатлы орлоҡто ваҡытында сәсергә, ашламаһын индерергә, тәрбиәләргә кәрәк. Орлоҡто ҡышҡы осорҙа һаҡлау мәсьәләһе лә етди, – ти Ильяс Йәүҙәт улы.

Әлбиттә, агроном һөнәрен ерҙе, тәбиғәтте мөкиббән яратҡан кеше генә һайлай. Был йәһәттән тәжрибәле белгес тармаҡ проблемаларына бәйле борсо­лоуҙары менән дә бүлеште: ни өсөн йәштәр аграр университет тамамлағандан һуң ауылға әйләнеп ҡайтырға ашыҡмай? Ә бит эшләйем-йәшәйем тигән кешегә дәүләт тарафынан иғтибар ҙур, мөмкин­лектәр тулып ята. Мәҫәлән, ауыл хужалығы буйынса профилле юғары уҡыу йәки урта һөнәри уҡыу йортон тамамлаған белгестәр ошо уҡ йылда эшкә урынлашһа, уларға Башҡортостандың агросәнәғәт комплексына дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса махсус программаға ярашлы 500 һәм 300 мең һум күләмендәге бер тапҡыр түләнә торған аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Унан тыш, федераль программалар буйынса ла ошоға оҡшаш мөмкинлектәр күп. Мәҫәлән, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йәһәтенән ер участкаһы бүлеү, торлаҡ һатып алыуға субсидия – ошо исемлектә.

...Әлегә күпселек осраҡта баҫыуҙарҙы тәжрибәле, бар ғүмерен тыуған ауылына, ергә бағышлаған, ауырлыҡтарға зарлана белмәгән ялан батырҙары иңләй. Мәҫәлән, Иҫке Исай ауылы уҙаманы Рәфил Сираев менән Иҫке Күлдән Данис Шәрәфетдинов икеһе лә комбайнда үҫмер сағынан алып бер нисә тиҫтә йыл эшләй, улар тәжрибәле, алдынғы механизаторҙарҙан.

– Комбайндарҙың төрлөһөн күрҙек. Хәҙергеләре заманса йыһазландырылған, компьютерлаштырылған, идара итеүе күпкә уңайлы, шуға белгән-өйрәнгән эште башҡарыу ҙа еңелерәк, – ти улар.

Рәфил Сираев былтыр 15 мең центнерҙан ашыу иген йыйып, районда алдынғы комбайнсылар иҫәбенә сыҡҡан.

Данис Шәрәфетдинов иһә – Нуриман районының данлыҡлы комбайнсыһы, Халыҡтар Дуҫлығы, “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры Сафуан Шәрәфет­диновтың улы. Бала саҡтан атаһы янында йөрөп, эш рәтен белеп-өйрәнеп үҫкән, яҙмышын тыуған еренә хеҙмәт итеүгә арнаған.

...Эйе, механизаторһыҙ ауыл хужалығы эшмәкәрлеген күҙ алдына ла килтереп булмай, улар башҡарған эштәр һанап бөткөһөҙ. Күп көс, таһыллыҡ талап иткән тынғыһыҙ ҙа, ауыр ҙа, әммә ифрат сауап­лы һәм яуаплы эш ул – икмәк үҫтереү.

Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов
Район: Нуриман районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 20

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 41

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 41

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда 18.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 60

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн 16.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә Умартасыларҙың төбәк съезы үтә....

Тотош уҡырға 89

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ! 14.03.2019 // Иҡтисад

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бѳтә Рәсәй конкурсының тѳбәк этабына – “Башҡортостандың иң яҡшы...

Тотош уҡырға 90

Ике проект та – балалар өсөн

Ике проект та – балалар өсөн 14.03.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 64

Үҙебеҙҙекенә етәме!

Үҙебеҙҙекенә етәме! 14.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 72

Ташҡа “һунар” туҡтамаған...

Ташҡа “һунар” туҡтамаған... 13.03.2019 // Иҡтисад

“Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин ул цивилизациялы алып барылырға һәм килемдең төп...

Тотош уҡырға 114

Инвестиция күләме икеләтә артырға тейеш

Инвестиция күләме икеләтә артырға тейеш 13.03.2019 // Иҡтисад

Федерация Советы ултырышында “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте”ндә Радий Хәбиров, Башҡортостанда...

Тотош уҡырға 77

Һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса һалһаң...

Һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса һалһаң... 13.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса йүнәлтергә теләгән инвесторҙар өсөн кредиттар буйынса...

Тотош уҡырға 90

Квитанцияға күҙ һал: сүп-сар өсөн күпме түләйһең?

Квитанцияға күҙ һал: сүп-сар өсөн күпме түләйһең? 13.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн граждандарҙан икеләтә хаҡ түләтеү осраҡтары асыҡланған...

Тотош уҡырға 160