Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер ҡуйынында ҡара май, тир түкмәһәң, сыға алмай
Ер ҡуйынында ҡара май, тир түкмәһәң, сыға алмайОшо көндәрҙә “Роснефть” нефть компанияһы” акционерҙар йәмғиәтенең “Башнефть” компанияһы Арлан ятҡылығын эшкәртә башлауҙың алтмыш йыллығын билдәләгән ошо идаралыҡтың объекттары буйлап “матбуғат туры” ойошторҙо. Нефть сығарыу, эшкәртеү һәм нефть химияһы тармаҡтарының Башҡортостан иҡтисадына иң күп өлөш индергән, социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә иң йоғонтоло ҡатнашҡан предприятиелар булыуын һәр кем белә. “Арланнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығының тәжрибәле белгестәрен, хаҡлы ялдағы ветерандарын, был абруйлы коллективтарға яңы килгән йәш эшселәрҙе киң мәғлүмәт саралары аша тағы бер күрһәтеп, компания етәкселеге бер юлы илдең һәм республиканың бөгөнгө иҡтисади торошо, төп сәнәғәт тармағының нисек тиҙ яңыра барыуы менән таныштырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйған.


“Ҡара алтын”дың
аҡ тарихы


Тарих һәр саҡ шәхестәр менән бәйле. Был осраҡта донъяға билдәле етәкселәр генә түгел, ә ябай эшселәр ҙә ҙур дәүләт кимәлендәге ваҡиғаларҙа төп урындарға сығырға мөмкин. Шәрифйән Сәхәпов – “Башвостокнефтеразведка” тресының Ҡалтасы быраулау кон­тораһындағы ҡәҙимге мастер. Әммә тап уның бригадаһы хеҙмәтләндергән 3-сө скважинала 1955 йыл аҙағында сәнәғәт нефте ағымы барлыҡҡа килеүе бөтә ил өсөн әһәмиәтле булған яңы ятҡылыҡ асылыуын раҫлай. Арлан ятҡылығын эшкәртергә тотоноу Башҡортостандың ғына түгел, ә Советтар Союзының нефть тармағы өсөн дә ҙур үҫеш башланыуын аңлата.
Республиканың көнбайышындағы Туймазы ҡалаһы тирәһендә 1944 йылда девон ҡатламдарында ҙур күләмдә нефть табылыуын иҫәпкә алып, Крас­нокама районындағы 3-сө скважинаны ла баштан уҡ ошо тәрән ҡатламдарҙан нефть эҙләү өсөн ҡоралар. Ләкин бы­раулау проектта иҫәпләнгән тәрәнлеккә еткәс тә был ҡатламдарҙа һыуҙың күп икәнлеге асыҡлана. Быраулау бары­шында, һис кем уйламағанса, “ҡара алтын”дың түбәнге карбонда булыуы беленә.
Тырышлыҡ бушҡа китмәй – сква­жинанан нефть урғыла башлай. Һөҙөмтә барыһы өсөн көтөлмәгәнсә була: скважинаның тәүлек килеме 145 тоннаға етә! Шунан һуң Ҡалтасы быраулау контораһының, Бөрө геологик эҙлә­неүҙәр партияһының бөтә булған техник һәм аҡыл ҡеүәте Арлан ятҡылығына йүнәлтелә. Артабанғы биш йылда был төбәктәге Әшит ауылы тирәһендә тағы ла 11 ятҡылыҡ табалар. 1961 йылда ғына геологтарға шул билдәле була: бөтә был табыштар – осраҡлы асыҡ­ланған нефть шишмәләре түгел, ә майҙаны буйынса ғәйәт ҙур булған ятҡылыҡтың айырым өлөштәре. 1954 йылда күршеләге Удмуртия ерендә табылған “ҡара алтын” запасы ла Арлан ятҡылығы тип иҫәпләнә. Вятка майҙан­сығының айырым ятҡылыҡ булыуын иғтибарға алып, ошо 3-сө скважинаны Арландың тәүге нефть ҡойоһо тип иҫәпләүҙе дауам итәләр.
1957 йылдың 24 июлендә Баш­ҡортостандың Халыҡ хужалығы советы ҡарары менән “Башнефть” составында республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге ер аҫтын эшкәртеү өсөн “Арланнефть” идаралығы ойошторола. Уның тәүге эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәре итеп быға саҡлы Туймазы, Шкапово тарафтарында тәжрибә туплаған нефт­селәрҙе ебәрәләр. Был ҡарар сығырҙан бер нисә көн алдараҡ Касёво һәм Маринон ауылдары араһында ошо ят­ҡылыҡты үҙләштереүгә киләсәк нефт­селәр, төҙөүселәр, башҡа һөнәр эйәләре өсөн палаткалар ҡаласығы барлыҡҡа килә.
Был тарихи ваҡиғанан һуң ике йыл уҙғас, Краснокама район советының башҡарма комитеты ултырышы Баш­ҡорт АССР-ы Министрҙар Советына ҙурая башлаған нефтселәр ауылын эшселәр ҡасабаһы тип үҙгәртеүҙе һәм уға Нефтекама тип исем ҡушыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Ә 1963 йылда Неф­текамаға ҡала статусы бирәләр.

Аҙымдар
ырамлы булғас...


Бөгөнгө Арлан ятҡылығы – “Баш­нефть” компанияһындағы иң ҙуры. Уның 888 нефть ятышы Дүртөйлө ҡалаһынан Киров өлкәһендәге Вятка йылғаһына саҡлы майҙанда урынлашҡан. Күп йыл­дар буйына түбәнге карбондағы тер­риген ҡатламы “ҡара алтын” сығарыу­ҙың төп объекты булып ҡала килгән, тик һуңғы осорҙа ғына элек перспективаһыҙ тип һаналған яңы урындарҙы үҙләштерә башлағандар икән. Мәҫәлән, “Баш­нефть” акционерҙар нефть компанияһы” йәмғиәтендә Скважиналар быраулауҙы хеҙмәтләндереү үҙәге төҙөлгәс тә быраулауҙың йоғонтололоғо һәм ер аҫтында горизонталь юл үтеүҙең аныҡ­лығы бермә-бер артҡан, сөнки бөтә майҙансыҡтарҙағы быраулау барышы тураһындағы мәғлүмәт теүәл үҙ ваҡы­тында ошо Үҙәккә йыйыла.
Шыйыҡ сеймал сығарыуҙың яңы техно­логияларын үҙләштереү һәм элекке терриген кимәлендәге эш кү­ләмен һаҡлап ҡалыу менән бергә Кашира-Подольск ҡатламдарын да эшкәртергә тотоноу “Башнефть-Добыча” йәмғиәтенә ятҡылыҡта етештереү күлә­мен тотороҡло үҫтерә барырға ярҙам итә. Ә бында нефть сығарыу алты тиҫтә йыл бара бит... Былтырғы эшмәкәрлек йомғаҡтары буйынса Арлан ятҡылы­ғында 2008 йыл менән сағыштырғанда бер миллион тоннаға күберәк нефть алынған!
Әлеге көндә был ятҡылыҡтағы эш “Арланнефть” һәм “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары көсө менән башҡарыла. Улар дүрт меңдән ашыу сығарыусы һәм ҡыу­ҙырыусы скважиналарҙы файҙалана. Үткән йылғы һөҙөмтә 4,15 миллион тонна тәшкил иткән.

Һөнәр... буяуҙан башлана

...Юбилей саралары тәүге тонна нефть биргән әлеге 3-сө скважина янында башланды. Бында нефть тармағында оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарҙы ла, күптән түгел генә килгән йәш белгестәрҙе лә йыйғайнылар. Улар, ике быуын вәкилдәре, бер-береһенә мөйөш яһаған ике тигеҙ сафҡа теҙелгән.
Ғөмүмән, “Башнефть” системаһында тәртип ҡаты. Журналистарға килеү менән нефтселәр өсөн махсус тегелгән эш кейеме һәм каска бирҙеләр, хәүеф­һеҙлек буйынса инструктаж үткәрҙеләр. “Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бөгөн бер цехта ла өйрәнсек тревога үткәреү планлаш­тырылмаған, шуға күрә, теләһә ниндәй сирена ишетеү менән, һеҙҙе оҙатып йөрөгән белгес менән бергә объекттан сығып китергә ашы­ғығыҙ”, – тине инструктор беҙгә хәүеф­һеҙлек класында дәрес уҙғарғанда. Артабан беҙҙе һәр объектта хәүефһеҙ­лек инструкторы ҡаршы аласаҡ һәм ошондайыраҡ һүҙҙәрҙе ҡабатлаясаҡ.
– Күп йылдар дауамындағы тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн бик ҙур рәхмәт һеҙгә, ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем. Теләгегеҙ булһа, хәҙер беҙҙең менән бергә элек үҙегеҙ хеҙмәт иткән объекттарҙы ла ҡарап сыға алаһығыҙ, тимәк, элекке менән бөгөнгөнө сағыш­тырыу форсаты ла буласаҡ, – тине “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Рөстәм Бакиров, ветерандарға мөрә­жәғәт итеп.
Хаҡлы ялдағыларға юбилей бүләк­тәре тапшырғас, ул йәштәр янына килде. Шунда нефтсе һөнәренә бағышлауҙың “сере” асылды ла инде: генераль директор һәр йәш белгестең битенә нефть һөртөп сыҡты! Бармаҡ башына яғылған бер нисә тамсы ғына инде ул, әммә символик мәғәнәгә эйә – ошо углеводород сеймалы менән бысранмай тороп, ысын нефтсе булып иҫәп­ләнмәйһең.

Нефттең киләсәге бар!


– Арлан ятҡылығында ошо алтмыш йыл эсендә 511 миллион тонна нефть сығарылған, – тине Рөстәм Бакиров журналистар алдында сығыш яһағанда. – Был ятҡылыҡ – һирәк осраған ҡаҙылма байлыҡ майҙаны, эшкәртелә башлаған тәүге осорҙа уҡ уның разведкаланған һәм геологик запасы 1 миллиард 200 миллион тонна тип күҙалланған. Бөгөнгө “Арланнефть” идаралығы үҫә барған предприятиеларҙан иҫәпләнә. Һуңғы ун йылда һурҙырып сығарылған сеймал арта бара. Былтыр, мәҫәлән, нефть сығарыу 10 процентҡа артты. Шул уҡ ваҡытта идаралыҡ биләмәһендә бырау­лау эштәре лә әүҙем бара. Ҡатламдарҙы гидрологик юл менән айырыу ҙа һүл­пәнәймәй, хәрәкәтһеҙ ултырған сква­жиналарҙы “йәнләндереү”гә лә иғтибар кәмемәй.
Рөстәм Илгиз улы раҫлауынса, Арландың эшмәкәрлеге әүҙем булыуы һәм, улай ғына түгел, етештереү күләмен арттыра ла барыуы нефть эҙләүселәрҙең уңышлы хеҙмәте тура­һында һөйләй. Әүҙем ғилми эҙләнеүҙәр, нефть сығарыуҙың алдынғы ысулдарын һәм технологияларын файҙаланыу тиҫтәләрсә йыл үткәс тә ятҡылыҡты уңышлы эшкәртеү, сығарыуҙы һәм сығарып булырлыҡ запасты арттырыу мөмкинлеге бирә. Сәнәғәт категория­һындағы сығарып булырлыҡ запасты 27,1 миллион тоннаға арттыра алдылар. Икенсе төрлө әйткәндә, идаралыҡ коллективтары йылына 4 миллион тоннанан ашыу “ҡара алтын” сығарыуын иҫәпкә алһаҡ, был запас ошо сығарылған күләмде биш тапҡырға ҡаплай.
– Нефть сығарыуҙа экология талап­тары күҙәтеләме?
– Был йүнәлеш бер ваҡытта ла күҙ уңынан ысҡынмай, – ти генераль директор. – Үткән йыл беҙ инциденттар, йәғни көтөлмәгән хәлдәрҙе 17 процентҡа кәметә алдыҡ. Улар, нигеҙҙә, алыҫта урынлашҡан торба үткәргестәргә ҡағыла. Нефть йыйғыстарҙы, түбән һәм юғары баҫымлы һыу айырғыстарҙы капиталь ремонтлау шундай ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Торба үткәргестәрҙең ышаныслылығын яҡшыртыу буйынса программа төҙөлгән, әле беҙ уны тулыһынса үтәйбеҙ тип әйтә алам. Нефть ағып сыҡҡан урынды тиҙ арала табыу, эшселәрҙе шунда тиҙ генә алып барыу һәм тәбиғәт бысранған урынды таҙарта һалыу буйынса беҙҙә ҙур тәжрибә тупланған. Һәр саҡ әҙер булыу өсөн авария бригадалары кадрҙар, матди-техник ресурстар менән тейешле кимәлдә тәьмин ителә.
– Бындағы нефттең сифатына ҡарата ни әйтерһегеҙ?
– Ер аҫтындағы нефттең сифатына беҙ, әлбиттә, йоғонто яһай алмайбыҙ. Үткән быуаттың илленсе йылдарында был сеймал менән проблема булған – Арлан нефте, билдәле булыуынса, артыҡ ҡуйы. Әммә 1958 йылда мәсьәлә хәл ителә: нефтте резервуарҙарға йыйғанда, уның сифатын яҡшыртыу өсөн, махсус технология ҡуллана башлайҙар. Хәҙерге ваҡытта был һис тә проблема түгел, эшкәртеүселәргә тапшырғанда ошо мәсьәлә буйынса бер ниндәй дәғүә тыумай.
– Тәбиғәттә нефть запасы бөтөп килә, нефтселәргә алыҫ булмаған киләсәктә башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә тура киләсәк, тип тә яҙалар. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
– Юҡ-юҡ, нефть бөтмәйәсәк! – тип йылмайҙы “Башнефть-Добыча” етәксе­һе. – Минең күҙаллауымса, тағы 200 йыл самаһына етәсәк әле. Билдәле булған запас – ул бөгөнгө күрһәткестәр генә бит. Ә геологик эҙләнеү партиялары был күләмде тулыландырыуҙы дауам итә.

Ветерандар скважинаны танымай


Идаралыҡ объекттарын ҡарап йөрө­гәндә, нефть тармағының ветерандары ла беҙгә ҡушылды, һәм улар менән танышыу форсаты ла бар ине. Улар, нигеҙҙә, был тарафтағы ятҡылыҡта юл башлап йөрөүселәр. Петр Аранцев, мәҫәлән, әлеге 3-сө скважинаны быраулаған мастер Шәрифйән Сәхә­повтың вышкаһын һүтеп алыуҙа ҡатнашҡан. Артабан ул Ҡалтасы быраулау контораһында хеҙмәт итә, шунан һуң 20 йыл “Арланнефть” идаралығында мастер булып эшләй, артабан 13 йыл “Южарланнефть” идаралығына ҡараған капиталь төҙөлөш идаралығында өлкән инженер була.
Әмир Фәрхетдинов та шул уҡ 3-сө скважинаны хеҙмәтләндергән, был мастер етәкселек иткән бригада оҙаҡ йылдар ул саҡтағы “Башнефть” берек­мәһе буйынса алдынғылыҡты бирмәгән. Ул – оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгәне өсөн берекмәнең шул саҡтағы генераль директоры Бронислав Сандурский “УАЗ” автомобиле бүләк иткән ике мастерҙың береһе. Нефть тармағында 26 йыл эшләгән Зәниф Ғилфанов был ида­ралыҡҡа Өфө финанс техникумын һәм Бөтә Союз финанс-иҡтисади институтын тамамлағас килгән, проект-смета төркө­мөнөң өлкән инженеры, баш иҡтисадсы, Нефтекама быраулау эштәре идара­лығы етәксеһенең иҡтисад буйынса урынбаҫары булған.
Арлан ятҡылығының Вятка майҙансы­ғын үҙләштереүҙә ҡатнашҡан Вячеслав Куршев, “Южарланнефть” идаралығы­ның баш геологы булып оҙаҡ йылдар эшләгән Иван Плотников, “Арланнефть”­тең Ветерандар советы рәйесе Рәмил Фазалов, ошо уҡ идаралыҡта оператор­ҙан алып уҡытыу комбинаты директоры­на хәтлем юл үткән Анатолий Байгашев та әле лә егеттәрсә күренә һәм скважи­на­ларҙа, башҡа объекттарҙа булғанда йәштәрҙән ҡалышмай менеп-төшөп йөрөнө. Замандың тиҙ үҙгәреүенә, нефтселәрҙең техник ҡоралланышы улар өсөн хәҙер аңлашылып бөтмәгән кимәлдә яңырыуына аптырап та ҡуйғыланы ветерандар.
– Ә быраулау торбаһы өсөн иҙмәне ҡайҙа әҙерләйһегеҙ һуң? – тип һораны береһе быраулау вышкаһы янындағы мастерҙан.
– Теге яҡтағы бина эсендәге айырым ҡоролма әҙерләй, һәм ул торба буйлап килә, – тип аңлатты тегеһе.
– Беҙ, хәтерләйһеңме, вышка янында ерҙәге һауытта көрәк менән болғата инек, – тип ҡуйҙы ветеран икенсеһенә. Теге лә ғәжәпләнеүен йәшермәне һәм быраулауға компьютерҙар ярҙамында идара иткән вагонсыҡҡа инеп сыҡҡандан һуң тыуған тәьҫораттары менән уртаҡ­лашты. “Элекке эш урындарын танымай ҙа торҙом хатта, – тине ул. – Беҙҙең заманда вышка янында бер генә вагонсыҡ була торғайны, ә хәҙер тиҫтәнән ашыу...” Ысынлап та, быраулау урыны хәҙер вышканан һәм ул торбалар ярҙамында тоташҡан бер нисә вагон­сыҡтан ғына тора. Тышта күҙгә салынған һәм, әлбиттә, тәбиғәткә кире тәьҫир итеү ихтималлығы булған артыҡ бер нәмә лә юҡ.
– Нефтселәрҙең эш хаҡы башҡа тармаҡтар менән сағыштырғанда һәр ваҡыт юғарыраҡ булды, һеҙ пенсия­ғыҙҙан ҡәнәғәтме? – тип һорайым бер ветерандан.
– Бик ҡәнәғәт! – тип ихлас йылмайҙы сал сәсле быраулаусы. – Үҙемә лә етә, ейәндәремә лә ярҙамлашам.

Тәгәрмәсле вышка ла була икән

“Арланнефть” коллективының заман­са объекттары күп, һәм улар менән ҡыҫҡаса булһа ла танышыу өсөн тотош бер көн кәрәктер, моғайын. Миҫалға ZJ-30 күсмә быраулау ҡоролмаһын ғына алайыҡ. Беҙ уны ҡуйы ҡарағай урманы эсендә тап иттек. Ғәйәт оҙон махсус йөк автомашинаһына урынлаштырылған был быраулау агрегаты ҡәҙимге вышка кеүек ҡороу-һүтеү өсөн ваҡыт һәм көс талап итмәй – машина өҫтөндә гори­зонталь урынлаштырылған ҡоролманы күтәреп ултырталар һәм ул быраулау эшенә тотона. Үҙ бурысын үтәгәс, вышкаһын “ҡырын һалып” китеп тә барасаҡ. Күсмә ҡоролма әлеге урында 1 420 метрҙы бырауларға тейеш икән. Уны вертикаль хәлгә ҡуйып эшләтеп күрһәтеүҙе һорағас, нефтселәр шунда уҡ кире ҡаҡты: “Һеҙ был урындан киткәс кенә башлаясаҡбыҙ, сөнки хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре ҡушмай”.
– Ә ниңә башҡа урындарҙа эшләп ултырған үтә ҙур һәм килбәтһеҙ выш­калар урынына ошондай автомаши­налар ғына ҡулланылмай?
– Тотош куст булған ерҙә, йәғни бер нисә скважинаны быраулағанда электән эшләгән вышкалар ҡулайлыраҡ, сөнки улар вертикаль быраулаған хәлдән ер ҡатламын горизонталь тишә башлауға күсергә лә мөмкин, – тип аңлатты Нефтекама быраулау эштәре идара­лығының 1-се бригадаһы белгестәре.
Ҡорос ниңә тутыҡмай?

Нефтселәрҙең ҙур хужалығы сква­жиналар һәм вышкаларҙан ғына тормай. “РН-Ремонт НПО” тип аталған йәмғиә­тенең филиалында (элекке Нефтекама нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы) булғанда быға тағы бер тапҡыр инандыҡ. Был предприятие нефть сығарыу буйынса ҡорамалдарҙы меха­ник йүнәтеүгә, торбаларҙы тутыҡҡа ҡаршы эшкәртеүгә, тәрәндән һурҙырғыс ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереүгә махсуслашҡан.
Был заводта торбаларҙың нисек эшкәртелеүен ҡарап тороу ҙа мауыҡ­тырғыс: уларҙың эсенә полимер һип­терәләр, тышын махсус изолента менән урайҙар. Тимәк, ер аҫтында бындай торбаларға коррозия бер нисек тә тәьҫир итә алмай – нефть ағымы ла, тупраҡтағы дымлы матдәләр ҙә. Улар “яланғас” йәки гудронланған үткәргес­тәргә ҡарағанда биш-алты тапҡырға оҙағыраҡ хеҙмәт итәсәк (предприя­тиелағы бер технолог әйтеүенсә, бындай резиналанған торбалар 25 йылға иҫәпләнгән).

Күктән улар
барыһын да күрә


Нефть үткәргес торбалар ергә күмелә лә, шуның менән эш тә бөттө тип уйлайһығыҙмы? Юҡ икән шул – улар көнө-төнө күҙәтеү аҫтында. “Башнефть-Добыча” йәмғиәтендә 2014 йылдан алып нефть сығарыу объекттары өҫтөнән аэромониторинг алып барыла – торба үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген, уларға кемдәрҙер зарар килтерергә йәки урлашырға йыйынмаймы икәнен һауанан күҙәтеү ойошторолған.
Әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараттары дөйөм оҙонлоғо 3 216 километр булған 128 объектты һауанан контролдә тота. Уҙған өс йылдан ашыу ваҡыт эсендә был аппараттар дүрт мең самаһы осош яһаған һәм, дөйөм алғанда, 50 мең километрҙан ашыу ара үткән. Уларҙың һәр береһе күктә дүртәр сәғәт осоп йөрөй ала.

Өҙөклөккә юл юҡ

Идаралыҡ ер аҫтынан сығарған һәм торбалар буйлап ҡыуҙырған “ҡара алтын” ағымы “Ҡалтасы” нефть әҙерләү һәм тапшырыу пунктына (резервуарҙар паркына) килә. Был объектта хәүеф­һеҙлек техникаһы айырыуса иғтибар менән ентекле күҙәтелә. Уныһы аңла­шыла ла: парк биләмәһендәге һыйыш­лыҡтарҙа йөҙҙәрсә тонна шыйыҡ яғыулыҡ тупланған, ә яғыулыҡтың тәғәйенләнеше – яныу һәм шартлау. Бынан тыш, юғары баҫымда эшләгән аппараттар, электр уты линиялары һәм башҡа хәүефле сығанаҡтар ҙа байтаҡ. Сеймалды ҡулланыусыға – “Транснефть” компанияһына – иҫән-имен тапшырыу өсөн бындағы кол­лектив бөтә шарттарҙы теүәл үтәй. Шуға күрә фотоға һәм видеоға төшөрөүҙе лә айырым майҙансыҡ менән сикләйҙәр.
Парктағы торбаларҙың төрлө төҫкә буялыуы ла хәүефһеҙлек талаптарынан сығып эшләнә икән: ҡара торба – нефть үткәргес, һарыһы – газ килгәне, зәңгәр торбалар эсендә – һыу. Биләмәнең эсендәге ҙур бер резервуарға һыу ғына тултырылған – ул янғын һүндереү өсөн тотола һәм һыуын даими яңыртып торалар. Парк буйлап экскурсияла йөрөгәндә таҙалыҡҡа, һәр ҡоролманың буяуы яңы, бөтә ерҙә инструкция һәм иҫкәртеү билдәләре булыуына иғтибар итмәй ҡалмайһың. Нефтте ҡабул иткәндә ҡулланыусы уға үҙенең талаптарын ҡуя. Мәҫәлән, ҡышҡы мәлдә уны йылытыу өсөн ошо биләмәнең уртаһында урынлашҡан мейес аша үткәрергә кәрәк. Ә иң мөһиме – әлбиттә, тапшырыу ваҡыты һәм күләме. Бер генә тоннаны ла графиктан һуңға ҡалдырырға ярамай. Һәр сменала дүртәр операторҙан торған персонал был эште намыҫ менән башҡара, өҙөклөккә юл ҡуйылғаны юҡ.
Тап ошонда “Арланнефть” коллек­тивының эш сылбыры тамамлана, улар ер ҡуйынынан сығарған “ҡара алтын” ағымы һатып алыусыға оҙатыла һәм бөгөн башҡарған хеҙмәткә йомғаҡ яһарға ла мөмкин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Уларҙың эш сифаты яҡшырһа...

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа... 20.03.2019 // Иҡтисад

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар...

Тотош уҡырға 36

Апрелдән компенсация түләнә

Апрелдән компенсация түләнә 20.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттарын раҫланылар. Документ граждандарҙың...

Тотош уҡырға 90

Ишембай үҫешергә әҙер!

Ишембай үҫешергә әҙер! 20.03.2019 // Иҡтисад

Быйыл Башҡортостанда беренсе махсус иҡтисади биләмә булдырырға әҙерләнәләр. Уның урыны билдәле –...

Тотош уҡырға 39

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 42

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 46

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 44

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда 18.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 64

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн 16.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә Умартасыларҙың төбәк съезы үтә....

Тотош уҡырға 91

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ! 14.03.2019 // Иҡтисад

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бѳтә Рәсәй конкурсының тѳбәк этабына – “Башҡортостандың иң яҡшы...

Тотош уҡырға 93

Ике проект та – балалар өсөн

Ике проект та – балалар өсөн 14.03.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 68

Үҙебеҙҙекенә етәме!

Үҙебеҙҙекенә етәме! 14.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 74

Ташҡа “һунар” туҡтамаған...

Ташҡа “һунар” туҡтамаған... 13.03.2019 // Иҡтисад

“Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин ул цивилизациялы алып барылырға һәм килемдең төп...

Тотош уҡырға 115