Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тырышлығыңа күрә – хаҡы
200 урынға иҫәпләнгән цехҡа тегенселәр кәрәк.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш райондарында “Колибри” йәмғиәтенең теген цехтары байтаҡ асылды. Баймаҡтағыһы – иң ҙуры. Бында 200 кешегә эш урыны булдырылған.

Цехта тегенселәр өсөн бөтә шарттар бар, ашау, йыуыныу урындары кеүек уңайлыҡтар булдырылған. Эш иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем дауам итә. “Әлегә илле тегенсе хеҙмәт күрһәтә, – ти халыҡҡа эш урындары булдырған йәш йүнсел Линара Заһитова. – Ҡабул иткәндә кешеләрҙең йәшенә, ошо йүнә­лештәге тәжрибәһенә ҡарамайбыҙ. Иң мөһиме – эшләргә теләге булһын. Хеҙмәт үҙенсә­лек­тәренә үҙебеҙ бушлай өйрә­тәбеҙ. Хаҡ башҡарылған эш күләменә ҡарап түләнә, шуға һәр тегенсенеке төрлөсә килеп сыға. Кемдер көнөнә бер мең һум табыш алһа, бәғзеләр айына ни бары өс–биш мең һумдан үтә алмай. Әйтеүемсә, барыһы ла теләккә, тырыш­лыҡҡа бәйле”.

Эшкә алынғандар араһында ҡасандыр тегенсе булған ҡатын-ҡыҙ ҙа, яңы шөғөлгә тәүләп тотонғандар ҙа бар. Мәҫәлән, 21 йәшлек ҡыҙ колледж тамамлап, үҙ һөнәре буйынса урын таба алмағас, бында килгән. Ә бына Хәҙисә Хөсәйенованың тәжрибәһе етерлек: ул оҙаҡ йылдар Сибай тегеү фабри­каһында хеҙмәт иткән. Богачевка ауылынан йөрөп эшләргә йыйынған Елена ла бер көйгә генә “йырлаған” сит ил теген машинаһын ғәжәп уңайлы күрә.

Әйткәндәй, был эшмәкәрлек Башҡортостан Хөкүмәтенең республиканың көньяҡ-көн­сығыш райондарын иҡтисади яҡтан үҫтереү программаһына ярашлы атҡарыла. Ауыл хал­ҡына хеҙмәт урындары булдырған “Колибри” йәмғиә­тенең төбәкте заманса үҫте­реүҙә, мәшғүллек мәсьәләһен хәл итеүҙә өлөшө ҙур. Эш булғас, аш бар, тормош йәмле.

Йәш эшҡыуар Линара Заһитованың пландарына килгәндә, киләсәктә Сибайҙа ла ошондай уҡ цех асыу ҡарала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров министрҙарға үҙләштерелмәгән федераль аҡса тураһында: “Миндә яңылыш фекер тыуҙырмағыҙ”

Радий Хәбиров министрҙарға үҙләштерелмәгән федераль аҡса тураһында: “Миндә яңылыш фекер тыуҙырмағыҙ” 22.10.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә федераль ҡаҙнанан килгән аҡсаны үҙләштереү...

Тотош уҡырға 47

Иғәнә түләгән өсөн компенсация алыу ябайлаштырыла

Иғәнә түләгән өсөн компенсация алыу ябайлаштырыла 22.10.2018 // Иҡтисад

Вәкәләтле дәүләт власы органына граждандан капиталь ремонтҡа айлыҡ иғәнә түләүҙе раҫлаған...

Тотош уҡырға 33

БМК-ла мөһим стан ремонтланды

БМК-ла мөһим стан ремонтланды 20.10.2018 // Иҡтисад

“Белорет металлургия комбинаты” йәмғиәте төп цехтарының береһенә – 150-се прокат станына – капитал...

Тотош уҡырға 50

Аҡсаны – смартфон аша

Аҡсаны – смартфон аша 18.10.2018 // Иҡтисад

Ҡайһы бер банктар хеҙмәтләндереүҙә яңы технологиялар индерә башланы. Аҡсаға бәйле операциялар...

Тотош уҡырға 52

Өлөшсөләрҙең аҡсаһын йәлеп итеү тыйыла

Өлөшсөләрҙең аҡсаһын йәлеп итеү тыйыла 18.10.2018 // Иҡтисад

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты “Росреестр”ҙың республика...

Тотош уҡырға 55

Урман шаулап үҫә...

Урман шаулап үҫә... 16.10.2018 // Иҡтисад

Урман тармағының республика иҡтисадына индергән өлөшө ни бары 1,6 процент тәшкил итә. Был юҫыҡта...

Тотош уҡырға 42

Репетитор һалым түләрме?

Репетитор һалым түләрме? 16.10.2018 // Иҡтисад

Сабит ике тиҫтә йылдан ашыу районда физиканан белем бирҙе. Көндәрҙең береһендә урта мәктәп...

Тотош уҡырға 57

Радий Хәбиров “Башнефть” комплексы эшмәкәрлеге менән танышты

Радий Хәбиров “Башнефть” комплексы эшмәкәрлеге менән танышты 15.10.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың төп компанияһы...

Тотош уҡырға 65

Иң юғары эш хаҡы ҡайҙа?

Иң юғары эш хаҡы ҡайҙа? 09.10.2018 // Иҡтисад

Рәсәйҙә иң юғары һәм иң түбән хеҙмәт хаҡы теркәлгән ҡалаларҙы билдәләнеләр. Иң ҙур эш хаҡы...

Тотош уҡырға 64

Хаҡтар ни хаҡ?

Хаҡтар ни хаҡ? 08.10.2018 // Иҡтисад

Республика статистиктары социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар тураһында белдерҙе. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 70

Һынау уңышлы үтә

Һынау уңышлы үтә 05.10.2018 // Иҡтисад

Белорет металлургия комбинатында быға тиклем сит илдәрҙән килтерелгән күп өлтөклө канаттарҙы, шул...

Тотош уҡырға 58

Һалым түләр ваҡыт

Һалым түләр ваҡыт 05.10.2018 // Иҡтисад

Республиканың һалым органдары милеккә, ер һәм транспортҡа һалым түләү хаҡында квитанцияларҙы ебәрә...

Тотош уҡырға 63