Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортостан – Япония бәйләнештәре нығына
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми делегация Японияның Рәсәйҙәге илселегендә республиканың иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы.

Сарала төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, эшлекле даирәләре вәкилдәре ҡатнашты. Япония яғынан иһә илселектең дипломатик миссияһы башлығы урынбаҫары һәм министр Тосихиро Айки, илселектең иҡтисад бүлеге министры Цутому Коидзуми, Бизнес клубы генераль секретары Окада Кунио, шулай уҡ төрлө эшмәкәрлек өлкәһендәге 30 компания вәкиле килгәйне.

Сара Рөстәм Мәрҙәновтың Айки әфәнде менән осрашыуынан башланды. Яҡтар хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен тикшерҙе.

– Беҙ Япония компанияларының эш тәжрибәһен үҙләштерергә теләйбеҙ. Уға иң элек мәғлүмәт технологиялары, машиналар эшләү менән бәйле мәсьәләләр инә, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Урман сәнәғәте, ауыл хужалығы йүнәлешендә үҙ-ара ентеклерәк эш итеү мөһим. Был өлкәләрҙә беҙҙә заманса технологияларға мохтажлыҡ бар. Япония эшҡыуарҙары беҙгә ярҙам күрһәтә алыр ине.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры республиканың иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙы. Ул 2018 йылдың тәүге яртыһында төбәктәге төп иҡтисади күрһәткестәр тураһында һөйләне. Мәҫәлән, тулайым төбәк продукты – 13,2 миллиард доллар, сәнәғәт етештереүе күләме – 13,3 миллиард доллар, төп капиталға инвестициялар күләме – 1,5 миллиард доллар, ауыл хужалығы продукцияһы 0,82 миллиард доллар тәшкил иткән.

– Быйыл алты ай эсендә республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 2,68 миллиард доллар булған, был былтырғы ошо уҡ осорға ҡарағанда 0,25 миллиард долларға күберәк, – тине Премьер-министр. – Тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда 800-гә яҡын экспортер предприятие иҫәпләнгән, шуларҙың 90 проценты бәләкәй һәм урта бизнесҡа ҡарай.

Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан менән Япония араһындағы тышҡы сауҙа әйләнешенә айырым туҡталды. Былтыр уның күләме 38,6 миллион долларға еткән, шуның 21,9 миллионы – экспорт, 16,7 миллионы – импорт. Бынан тыш ул япон коллегаларына республикалағы аграр өлкәләге эш, тәбиғәт һәм туристик ресурстар, заманса һауыҡтырыу курорттары хаҡында һөйләне.

– Һеҙҙе тиҙҙән Башҡортостанда, атап әйткәндә, Өфөлә үтәсәк ҙур халыҡ-ара сараларға саҡырабыҙ. Улар – ШОС һәм БРИКС ағзалары булған ил төбәктәрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың IV форумы, Рәсәй сәнәғәт форумы, “АгроКомплекс” күргәҙмәһе һәм “Газ. Нефть. Технологиялар” Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумы, – тип һүҙен йомғаҡланы Премьер-министр.

Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Олег Голов коллегаларын төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырҙы. Ул дәүләт ярҙамы саралары, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә резидентлыҡтың өҫтөнлөктәре, сауҙа-иҡтисади өлкәлә тормошҡа ашырылған уртаҡ проекттар тураһында һүҙ алып барҙы. Олег Голов Башҡортостандағы инвестиция майҙансыҡтарына айырым туҡталды. Бөгөн бындай майҙансыҡтар иҫәбенә 113 ер участкаһы, 735 бина, ете технопарк һәм 12 индустриаль парк инә. Сығышының аҙағында ул инвестицияға ҡағылышлы ниәттәрҙе билдәләне. Улар араһында юғары технологиялы медицина, транспорт инфраструктураһы, коммуналь системалар, йылға порттары, мелиорация һәм энергетика бар.

Сәфәр барышында Башҡортостан менән Японияның эшлекле даирәләре араһында һөйләшеүҙәр булды. Уларҙа Японияның роботтар, самолеттар, двигателдәр, станоктар, ракеталар, караптар, автомобилдәр эшләү, мототехника һәм тракторҙар етештереү, энергетика, электр һәм медицина йыһаздары, гидравлика системалары, баҫма машиналар сығарыу өлкәһендә эшләгән предприятиеларына республиканың инвестиция тәҡдимдәре яңғыраны. Сәфәр йомғаҡтары буйынса делегациялар вәкилдәре үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен билдәләне.


Автор: Л. Дәүлиева


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 52

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 77

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 104

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 75

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 91

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 85

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 78

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 90

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 88

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 56

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 64

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 90