Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Репетитор һалым түләрме?
Сабит ике тиҫтә йылдан ашыу районда физиканан белем бирҙе. Көндәрҙең береһендә урта мәктәп башланғысҡа тороп ҡалғас, ир уртаһына еткән уҡытыусы баҙап ҡалды. Артабан нисек йәшәргә? Мал-тыуар тотоп ҡына әллә нимә ҡыйрата алмаҫын яҡшы аңланы.

Уның өсөн сәләмәтлек тә, техника ла кәрәк. Ә балаларының өсөһө лә Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем ала. Етмәһә, кесеһе — түләүле бүлектә. Икенсенән, үҙ һөнәрен ярата ул. Бәләкәйҙән физика, математика кеүек теүәл фәндәр еңел бирелде. Уҡытыу эше ифрат оҡшай. Ҡатыны менән кәңәшләшеп, Өфөгә күсеп килде улар. Шулай итеп, Сабит бер мәктәпкә эшкә урынлашты. Шулай ҙа дәрестәр аҙ, тимәк, эш хаҡы ла ҙур булмаясаҡ, ә фатирға түләп йәшәргә кәрәк. Бер көн мәктәп ҡаршыһындағы бағанала репетитор хеҙмәте күрһәтеү хаҡында иғлан күреп ҡалғас, башына шәп уй төштө. “Мин дә шулай эшләй алам бит. Хәҙер йәштәр башлыса техник уҡыу йорттарына ынтыла. Тимәк, физика ла, математика ла кәрәк”.

Ысынлап та, ярҙам һорап шылтыратыусылар бихисап ине. Сабит ҡалаға күсеп килеүенә ҡыуанды ғына. Бындай төр хеҙмәттән кеҫәгә шаҡтай аҡса инә. Дөрөҫ, уҡыусылар менән етди шөғөлләнде. Ҡайһы берәүҙәргә шәхсән шөғөлләнеү ифрат уңайлы. Дәрестә аңламаһа ла, икәүҙән-икәү булғас, мәсьәләнең айышына тиҙ төшөнә.

Репетитор, шәхси тәрбиәсе, таксист... Һуңғы йылдарҙа был төшөнсәләр хаҡында йыш ишетергә тура килә. Берәүҙәр өҫтәмә эш хаҡы өсөн йөрөһә, икенселәр бөтөнләй ошо эш менән шөғөлләнә. Рәсми рәүештә теркәлеү ҙә, сығым түләйһе лә түгел. Тапҡаның бөтәһе лә үҙеңә ҡала. Ә бына бер төркөм кешегә был шөғөл күптән оҡшамай. Тап шуға ла репетитор, таксист кеүек хеҙмәт менән шөғөлләнгәндәрҙән һалым түләтеү хаҡында һүҙ әленән-әле ҡуҙғатыла килде. Ниһайәт, быға әкренләп сик ҡуйылырға оҡшай. Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте менән Дәүләт Думаһы үҙ файҙаһына эшләгән граждандарҙан һалым түләтеү хаҡында закон проектын теүәлләне.

Дәүләт Думаһының бюджет буйынса комитеты етәксеһе Андрей Макаров билдәләүенсә, профессиональ табыш­ҡа һалым дүрт процент күләмендә булыр тип көтөлә. 2019 йылдың 1 ғинуарынан тәжрибә рәүешендә илдең дүрт төбәгендә — Мәскәү, Мәскәү яны, Калуга өлкәләрендә, Татарстанда индереләсәк.

Федераль һалым хеҙмәте башлығы Михаил Мишустин “кемгәлер ялланып эшләгән һәм табышы йылына 2,4 миллион һумдан кәм булмаған граждандар үҙ-үҙенә эшләгәндәр категорияһына индереләсәк” ти.

Тәжрибә был төбәктәрҙә ун йыл самаһы дауам итәсәк һәм ул мотлаҡ. Әлбиттә, уға теләге булған башҡа субъекттар ҙа ҡушыла аласаҡ. Һалым федераль ҡаҙнаға түгел, ә төбәк һәм муниципаль бюджетҡа тигеҙ бүленәсәк (теркәлгән урын буйынса). Унан һалымдың бер өлөшө Мотлаҡ медицина страховкаһы фондына күсә. Ә бына Рәсәй Пенсия фондына түләү мотлаҡ булмаясаҡ. “Пенсия иғәнәһен түләргәме-юҡмы — һәр кеше үҙе һайлай. Әгәр ул социаль пенсияны биш йылға һуңғараҡ алырға теләһә, ул сағында бөтөнләй түләмәүе мөмкин”, — ти Федераль һалым етәксеһе.

Дәүләт менән кеҫә телефонындағы махсус ҡушымта ярҙамында иҫәпләшергә мөмкин. Уны смартфонға ҡуйғанда, әлбиттә, һалым хеҙмәтендә теркәү үтергә кәрәк буласаҡ. Шулай ҙа унда бер ниндәй отчет, декларация илтеү талап ителмәй.

Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй иҡтисадында был юҫыҡта 137 миллиондан 20 миллионға тиклем кеше мәшғүл. Улар — репетиторҙар, бала ҡараусылар, өй ҡараусылар, фотографтар, косметологтар, таксистар һәм башҡа күптәр. Элек улар дәүләткә үҙҙәренең табышынан һалым түләмәне. Әммә шул уҡ ваҡытта түләүһеҙ медицина ярҙамы, социаль страховка хеҙмәтен файҙаланды.

Быға ҡараш, әлбиттә, төрлөсә. Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа бер хеҙмәт хаҡына ябай кешегә йәшәү еңел түгел. Кемдер өҫтәмә рәүештә таксист булып йөрөй, икенселәр репетитор шөғөлөн һайлай. Улар өсөн рәсми теркәлеү һәм дәүләт менән ғәҙел мөнәсәбәт булдырыу әллә ни мөһим дә түгел.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар

Урындағы власты инвестиция йәлеп итеү һәләтлелегенә ҡарап баһалаясаҡтар 18.12.2018 // Иҡтисад

Киләһе йылда Башҡортостанда инвестиция мөмкинлектәрен ғәмәлгә ашырыу күрһәткестәре буйынса...

Тотош уҡырға 37

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ

“Бысыусылар” язаһын аласаҡ 18.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 635 миллион һумға еткән. 2018 йылдың 1 декабренә ҡарата 13 мең...

Тотош уҡырға 87

Кемгә иген кәрәк?

Кемгә иген кәрәк? 18.12.2018 // Иҡтисад

Республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре 11 айҙа 485,7 мең тонна ашлыҡ һатҡан. Шуның 325,1 мең тоннаһы...

Тотош уҡырға 55

Яңы йылға – бурысһыҙ

Яңы йылға – бурысһыҙ 18.12.2018 // Иҡтисад

Физик берәмектәр тарафынан 2017 йылға һалымды ваҡытында түләү срогы 3 декабрҙә үтте. 4 декабрҙән...

Тотош уҡырға 36

Урам һепереүгә... 26 миллион һум

Урам һепереүгә... 26 миллион һум 17.12.2018 // Иҡтисад

Яңауылда ҡаланы санитария йәһәтенән тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү өсөн 2019...

Тотош уҡырға 47

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә

Төн етһә лә, эш сәфәре дауам итә 15.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Күмертау ҡалаһына сәфәре...

Тотош уҡырға 107

Бында бөтәһе лә ысын

Бында бөтәһе лә ысын 15.12.2018 // Иҡтисад

"Алыҫта ҡалған 1981 йыл иҫкә төштө. Иртә менән эшкә киләһең, ә предприятие үҙенең эшен 7.20 сәғәттә...

Тотош уҡырға 80

Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 64

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 62

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 69

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 71

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 48