Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алтын көҙ” күрһәткән юлдан

Ауыл хужалығы – Башҡортостан үҫешенең төп йүнәлеше.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә республикабыҙҙың ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре даими ҡатнаша. Сараның быйылғыһын асыу тантанаһында ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев, уның урынбаҫары Алексей Гордеев, Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев һәм башҡалар ҡатнашты.

Күргәҙмәлә илдең аграрийҙары етештергән тауарҙар тәҡдим ителә, тармаҡҡа ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында фекер алышыу ойошторола. Быйылғы сара башҡаларынан шуныһы менән айырылып торҙо: унда 15 сит илдән ҡатнаштылар. Ҡытай, Ирландия, Төркиә, Италия, Германия, Испания, Австрия, Нидерланд, Азербайжан, Ҡаҙағстан, Белоруссия һ.б. дәүләттәрҙең аграрийҙары үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Япония был сараға тәүге тапҡыр ҡушылды.

Сифатлы аҙыҡ-түлек кәрәкме? Рәхим ит!

“АПК 2.0: экспорт, тармаҡты яңыртыусы драйвер” форумының эшлекле програм­маһы тәүге көндөң генә түгел, ғөмүмән, тотош сараның төп ваҡиғаһы булды, тиергә мөмкин. Унда ошо тармаҡҡа ҡағылышлы продукция етештереү, техника менән тәьмин ителеш, заман технологияларын ҡулланыу тураһында һүҙ барҙы. Рәсәй экспорт үҙәге тарафынан уҙғарылған сараларға ҙур иғтибар бүленде: Рәсәйҙең 27 ауыл хужалығы предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Сарала ҡатнашҡан компаниялар вәкилдәре беҙҙең белгестәрҙән кәрәкле мәғлүмәт, белешмә лә алды.

Бөгөн һәр кем белә: әллә ҡайҙарҙа үҫкән емеш-еләк тә, башҡа төрлө ризыҡ төрҙәре лә кешенең организмы өсөн үҙ ерендә үҫкәндән файҙалыраҡ була алмай. Шуға ла күргәҙмәгә Рәсәйҙең һәр төбәгенән тап үҙҙәрендә етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙарын алып килгәндәр. Иғтибарҙы йәлеп иткән икенсе күренеш – этник тауарҙар. Әлбиттә, беҙҙекеләр баш­ҡорт балын, унан эшләнгән продукция­ларҙы тәҡдим иткән кеүек, башҡа яҡтар халҡы ла тап үҙҙәрендә етештерелгән ризыҡ төрҙәре менән иғтибарҙы йәлеп итергә тырышты.

Быға тиклем дә сарала Башҡортостан иң әүҙем ҡатнашҡан төбәктәрҙең береһе ине, әлегеһендә лә беҙҙең аграрийҙар һәр яҡлап алдынғылыҡ күрһәтеп, ауыл хужалығы өлкәһендәге уңыштары менән таныштырҙы, яңы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Делегацияның составында, республика власы вәкилдәренән тыш, бер нисә райондан хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы, уңышлы эшмәкәрлек алып барған фермер хужалыҡтары, агросәнәғәт предприятиелары етәкселәре һәм тармаҡ алдынғылары ҡатнашты. Беҙҙең төбәктең күргәҙмә майҙаны 150 квадрат метр, йәғни иң ҙурҙарҙың береһе ине. Унан халыҡ өҙөлмәне, Башҡортостанда етештерелгән төрлө продукция менән ҡыҙыҡһынғандар, һатып алғандар күп булды.

11 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Илшат Фәзрахманов “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын эскпортлау үҫешендә төбәк һәм милли брендинг” дискуссияһында ҡатнашты. Республикабыҙ өсөн төбәк брендингы яңылыҡ түгел. 2013 йылдан беҙҙә “Башҡорт­остан продукты” проекты тормошҡа ашырыла. Тап шул тамға менән һатыуға сығарылған аҙыҡ-түлек, тимәк, үҙ ерлегебеҙҙә тәбиғи сеймалдан һәм аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеге өлкәһендәге ҡанун-ҡағиҙәләр нигеҙендә етештерелгән. Бөгөн республиканың 380-гә яҡын предприятиеһы ошо тамғаны ҡуйыуға хоҡуҡ алған, һәм, дөйөм алғанда, улар 11080 төр продукция сығара.

Йәнә быйылдан башлап “Башҡортостан продукты” үҙ эшен “Хоҡуғым бар! Башҡортостанда етештерелгән” медиапроектына ярашлы әүҙем пропагандалай. Төп маҡсаты – төбәк брендтарын таратыу йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып барыу. Башҡорт балы инде күптән республикабыҙ брендына әйләнгән. Уның баһаһы ситтә лә юғары икәненә бер мәл Ҡырымда ла инанғайным. Бер ҡатын Алтай балын маҡтай ине. Төрлө төбәктәрҙән килгән башҡа яҙыусылар, минең һүҙ әйткәнде лә көтөп тормай: “Юҡты һөйләмә. Бал икән, тимәк, ул – башҡорт балы, был турала бәхәсләшергә лә кәрәкмәй. Уны борондан батшалар, байҙар башҡорттарҙан һатып алып ашаған!” – тип белдерҙе. Бына ул ниндәй башҡорт балы! Шифаһына, сифатына бәйле таралған бит даны!

Башҡортостан бренды иҫәбенә киләһе йылдарҙа “Башҡорт ҡаҙы”н, “Башҡорт сыры”н, “Башҡорт ҡаҙылығы”н, “Башҡорт ҡымыҙы”н да индерергә уйлайҙар.

Әйткәндәй, Өфөнөң “Башҡорт балы” йәмғиәте Роспатент агентлығынан ошо тауарҙы етештереүгә, һатыуға хоҡуҡ хаҡында танытма алған.

Һәр өлкәлә белем кәрәк

Сарала тик ауыл хужалығы тауарҙары ғына күрһәтелгән тип аңларға кәрәкмәй. Бында ғилем һәм мәғариф учреждениелары ла яңы идеяларын, тәҡдимдәрен еткерҙе, ауыл хужалығына ҡағылышлы заманса проекттар буйынса ярышты, үҙ-ара фекер алышты. Һөҙөмтәлә республика белгестәре тарафынан егерменән ашыу бүләк яуланған. Уңыш ҡаҙанғандар араһында йәштәр ҙә бар, мәҫәлән, Хәйбулла районының – Өфө, Илештең Иҫке Күктау мәктәптәрендәге уҡыу-етештереү бригадалары.

“Башинком” ғилми-етештереү предприя­тиеһында әҙерләнгән “СпасиПчел” бронза миҙалға лайыҡ булды. Был препарат Башҡортостанда экологик яҡтан таҙа бал етештереү технологияһы булараҡ уйлап табылған. Республика селекционерҙары сығарған бер нисә ауыл хужалығы үҫемлеге ике көмөш һәм бронза миҙал яуланы.

Күргәҙмә барышында шулай уҡ “Һөт етештереү: ҡаҙаныштар, проблемалар, артабанғы үҫеш векторы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Илшат Фәзрахманов, унда ла сығыш яһап, малсылыҡтың Башҡортостанда иң алдынғы, иҡтисади яҡтан килемле төп тармаҡтарҙың береһе булыуын билдәләне. Төбәктә заман технологиялары, алдынғы ҡорамалдар ҡулланыла, юғары продукция биргән тоҡомло мал тотола. Генетик мөмкинлектәрҙе өйрәнеү һөт етештереү күләмен арттырыуға юл асҡан.

Төбәктә һөт етештереүселәрҙең 75,5 процентын ваҡ хужалыҡтар тәшкил итә. Улар үҙҙәренең социаль бурысын үтәй, әммә, финанс мөмкинлектәре сикле һәм эшселәр һаны аҙ булыу сәбәпле, дөйөм эш тарҡау хәлдә ҡала. Шуға ла быйыл Башҡортостанда 2020 – 2030 йылдарҙа һөтсөлөктө үҫтереү буйынса комплекслы программа ҡабул ителгән. Унда тап ауыл хужалығы етештереүселәрен ҡеүәтләү күҙ уңында тотола. Шул уҡ ваҡытта ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.

Төбәктәге һөтсөлөк тармағын өйрән­гәндән һуң ҡабул ителгән программаға ярашлы, республика биләмәһе ике өлөшкә бүленгән. Беренсеһе – сәнәғәт һөтө зонаһы, унда матди хәл ныҡлы, совет осоронан уҡ етештереү юғары кимәлдә. Икенсе зона – фермер һөтсөлөгө, йәғни һыйыр ағы ауылдарҙағы төрлө ваҡ хужалыҡтарҙан йыйыла. Программа ҡабул ителгәндән алып инвестициялар күләме 60 миллиард һумға еткән, әгәр эш ошо тиҙлек менән дауам итһә, 2030 йылға тауар күләме икеләтә артып, 1,5 миллион тоннаға етеүе ихтимал. Республикала ойошторолған “Һөт иле” фестивале лә был продукцияны етештереү күләме менән таныштырып килә.

Беҙҙең төбәк өсөн һөт – иң боронғо ризыҡтарҙың береһе. Унан башҡорт халҡы ниҙәр генә етештермәгән: ҡатыҡ, айран, һөҙмә, ҡорот, эремсек, сыр, ҡаймаҡ, ҡыҙыл эремсек... Уларҙың кеше организмына ни тиклем файҙалы булыуын ғалимдар ҙа раҫлай, был хаҡта хәҙер мәҡәләләр генә түгел, диссертациялар ҙа яҙыла. Ауыл хужалығы министрлығының тап ошо ерлектә етештерелгән продукцияны халыҡҡа еткереүҙе әләм итеп күтәреүе – ул замана талабы ғына түгел, йолаларға тоғролоҡ та!


Гран-при – беҙҙә!

Уҙған шәмбелә күргәҙмә үҙ эшен тамамланы. Алда әйтелгәнсә, Башҡортостан делегацияһы сарала иң әүҙем ҡатна­шыусылар һәм эшлекле һөйләшеүҙәр алып барыусылар рәтендә булды. Беҙҙең ауыл хужалығы белгестәре менән киле­шеүҙәр төҙөлдө, юғары кимәлдәге осра­шыуҙар ойошторолдо. Үҙ-ара хеҙмәт­тәшлек итеү тураһында документтарға ҡул ҡуйылды. Атап әйткәндә, Мари Иле вәкилдәре менән ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереү һәм тармаҡ продукцияларын экспортлау хаҡында килешелде. Ә Рәсәй тимер юлының “Технотранс” йәмғиәте беҙгә ил төбәктәренә иген сығарыуҙа ярҙам итәсәк.

Ошо һуңғы килешеүгә бер аҙ аңлатма биреп китәйек. Яҡын арала Ленинград өлкәһендә Высоцкий терминалын төҙөү тамамлана, һәм тап уның аша Рәсәй төбәктәренә иген таратыу планлаштырыла. Килешеү ике яҡтан да ниндәйҙер финанс сығым талап итмәй, ә үҙ-ара эшмәкәрлекте көйләү бурысын атҡара. Башҡортостандың тауар етештереүселәре, Куйбышев тимер юлы хакимиәте һәм “Технотранс” йәмғиәте игенде үҙ ваҡытында тейәп, ҡаршы алып, оҙатырға тейеш була, йәғни продукция оҙаҡ ебәрелә йә ҡабул ителә алмай торорға тейеш түгел. Бының өсөн килешеүселәрҙең һәр береһе үҙ биләмәһендә яуаплы була.

Республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов аңлатыуынса, Европа илдәренә иген оҙатыу тотҡар­лыҡһыҙ барһын өсөн төҙөлгән был маршрут. Әле Европаға иген Балтик буйы илдәре аша ебәрелә. Ә унда эш бигүк көйләнмәгән, Ленинград өлкәһендәге терминал шуның өсөн дә төҙөлә. Әлеге күр­һәткестәргә ҡарағанда, Башҡортостандан ай һайын 15 мең тонна иген тимер юлы аша сит тарафтарға оҙатыла. Һуңғы һигеҙ айҙа ғына ошо рәүешле Иран, Латвия, Германия, Белоруссия, Азербайжан илдәренә һәм Рәсәй төбәктәренә 319, 734 мең тонна яңы уңыш ебәрелгән.

Күргәҙмәлә республикабыҙҙың ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре 94 алтын, 44 көмөш, 28 бронза миҙал яуланы. Гран-при ҙа – беҙҙә! Лайыҡлы еңеү был. Ысынлап та, беҙҙең күргәҙмәләр республиканың ауыл хужалығы тармағын юғары кимәлдә сағылдырҙы, һуңғы ҡаҙаныштар менән таныштырҙы. Айырыуса этнопродукцияға ҙур иғтибар бүленде. Бөгөн һәр кем экологик яҡтан таҙа ризыҡ менән туҡланыу тураһында һүҙ алып бара, магазин кәштәләренән тап үҙебеҙҙең ризыҡтарҙы, химия ҡушылмаған аҙыҡ-түлекте һайлай. Әлбиттә, бар урында ла беҙҙең тауарҙар ғына һатыла тип әйтеп булмай, әммә барыбер үҙебеҙҙең эшҡыуарҙарҙың сифат сертификатына ярашлы етештергән продукциялары күбәйҙе.

Башҡортостан киләсәктә ауыл хужалығы буйынса үҫешкән төбәк тигән данын арттырыр тип өмөт итәйек. Беҙҙәге ҡаймаҡ кеүек ҡара тупраҡ, уңған халыҡ тағы ҡайҙа бар?! Кем белә, әгәр яңы эш урындары артһа, ир-егеттәребеҙ ҙә ситкә китмәҫ, үҙ ерендә, ауыл хужалығында, аҙыҡ-түлек етештереү тармағының төрлө өлкәләрендә эшләр. Кеше модалы кейем кеймәйенсә лә, ҡиммәтле машинала йөрөмәйенсә лә йәшәй, ә бына ашамай тора алмай бит. Беҙгә ата-бабабыҙҙан мираҫ булып ҡалған йылҡысылыҡ, игенселек, йәшелсәселек, еләк-емеш үҫтереү кәсептәрен ныҡлап тергеҙеү мөһим. Тап үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек шифаһы, сифаты менән халыҡ ихтирамын яулар!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 20

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 41

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 41

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда 18.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 60

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн 16.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә Умартасыларҙың төбәк съезы үтә....

Тотош уҡырға 89

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ! 14.03.2019 // Иҡтисад

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бѳтә Рәсәй конкурсының тѳбәк этабына – “Башҡортостандың иң яҡшы...

Тотош уҡырға 90

Ике проект та – балалар өсөн

Ике проект та – балалар өсөн 14.03.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 64

Үҙебеҙҙекенә етәме!

Үҙебеҙҙекенә етәме! 14.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 72

Ташҡа “һунар” туҡтамаған...

Ташҡа “һунар” туҡтамаған... 13.03.2019 // Иҡтисад

“Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин ул цивилизациялы алып барылырға һәм килемдең төп...

Тотош уҡырға 114

Инвестиция күләме икеләтә артырға тейеш

Инвестиция күләме икеләтә артырға тейеш 13.03.2019 // Иҡтисад

Федерация Советы ултырышында “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте”ндә Радий Хәбиров, Башҡортостанда...

Тотош уҡырға 77

Һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса һалһаң...

Һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса һалһаң... 13.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса йүнәлтергә теләгән инвесторҙар өсөн кредиттар буйынса...

Тотош уҡырға 90

Квитанцияға күҙ һал: сүп-сар өсөн күпме түләйһең?

Квитанцияға күҙ һал: сүп-сар өсөн күпме түләйһең? 13.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн граждандарҙан икеләтә хаҡ түләтеү осраҡтары асыҡланған...

Тотош уҡырға 160