Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәтешленең эшле һәр көнө

Май заводының үҫеше халыҡҡа табыш мөмкинлеген киңәйтә.

Ауыл иҡтисадын үҫтереүгә республиканың ғына түгел, райондарҙың да урындағы программалары тос өлөш индерә. Йүнсел хужалар тәү сиратта ошо тармаҡҡа иғтибар бүлеп, халыҡтың эшле лә, ашлы ла булыуын хәстәрләй. Мәҫәлән, Тәтешлелә “2015 – 2020 йылдарҙа ауыл хужалығын үҫтереү һәм урындағы продукция, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарын көйләү” муниципаль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла.

Район хакимиәтенең ауыл хужа­лығы идаралығында белдереүҙә­ренсә, агро­сәнәғәт комплексы пред­приятиеларының финанс йәһәттән тотороҡлолоғон һаҡлау, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, етеш­тереү өлкәһен, баҫыуҙарҙы ҡоролоҡ­тан, һыу һәм ел эрозияһынан һаҡ­лау, тармаҡта рентабеллек кимәлен күтәреү һ.б. бу­рыстарҙы алға ҡуйған програм­маның ыңғай эш һөҙөмтә­һе тәүге йылдарҙа уҡ кү­ренә башлаған.

Әле районда малсылыҡ продукциялары 12 эре, 24 крәҫтиән (фермер) хужалы­ғын­да етештерелә. Шулай уҡ 26 һөт-тауар, ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малын үрсетеү буйынса тоҡомло – биш, быҙауҙарҙы үҫтереү эше алып барылған 11 ферма бар. Хужа­лыҡ­тарҙа алынған иттән, һөт­тән төрлө продукция етеш­тереү менән шөғөлләнгән пред­приятиеларҙың табышы ла йылдан-йыл арта. Мәҫәлән, был йәһәттән Тәтешле май заводы эшмәкәрлеген миҫал итеп күрһәтергә мөмкин.

– Күптәр һөт­тө беҙгә тапшыра. Райондың “Танып”, “Луч”, Ленин исемендәге ауыл ху­жа­лығы кооперативтары, “Рассвет”, “Крупская”, “Урал” йәмғиәттәре һ.б. менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, – ти предприятие директоры Ринат Мансуров. – Үҙебеҙҙекеләр генә түгел, күрше Яңауыл, Балтас райондарының ҡайһы бер хужалыҡ­тары ла һөтөн беҙгә тапшыра. Билдәле, йәй айырыуса күп йыйыла, көнөнә 35 тон­наға етә. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн биш урында ҡабул итеү пункты эшләй. Айырым кешеләрҙән һөттөң литрын 16 һум менән алабыҙ.

Етәксе әйтеүенсә, май заводы үҙ продук­цияһы менән урындағы социаль учрежде­ниеларҙы – дауа­ха­наларҙы, мәктәптәрҙе, балалар баҡ­саларын – тәьмин итә. Был алым, әлбиттә, ике яҡ өсөн дә отошло.

– Шул уҡ ваҡытта һөттө, ҡаптарға тултырып, Яңауылға, Балтасҡа, Нефтекамаға, Өфөгә ебәрәбеҙ. Сифатҡа дәғүә белдерел­гәне юҡ, киреһенсә, хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә генә, – ти директор. – Халыҡ беҙҙә етештерелгән май, ҡатыҡ, ҡаймаҡ, эремсек, кефир аҙыҡтарын ҙур теләк менән ала, һөҙөмтәлә һуңғы йылдарҙа көндәлек етеш­тереү күләмен арттырыу ихтыяжы тыуҙы. Тимәк, хужалыҡтарға һәм айырым кешеләргә лә малсылыҡты үҫтереүгә этәргес бар.

Предприятиеның уңышы, һис шикһеҙ, хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлы­ғына, намыҫлы­лығына ла бәйле, ти етәксе. Мәҫәлән, операторҙар Әлфит Шәмсетдинов, Зинира Асҡарова, һөт ташыусы Ранис Хөснийәров һ.б. – үҙ эшенең оҫталары.

– Коллективта һәр кемгә айырым бурыс йөкмәтелгән, һәм барыһы ла тәғәйен урынында ҙур яуаплылыҡ күрһәтә икән, эш алға бара, – ти Ринат Усман улы. – Бер-береңә ышаныу, шул уҡ ваҡытта үҙ-үҙеңә талапсан булыу мөһим. Беҙҙең предприятиела ҡырҡтан ашыу кеше. Һәр береһе үҙ бурысын теүәл атҡар­ғанлыҡтан, завод механизмы сәғәт кеүек эшләп тора. Йәштәрҙең заманса ғилеменә, өлкәндәрҙең тәжрибәһенә берҙәй таянабыҙ.

Район буйынса дөйөм күрһәт­кестәргә килгәндә, быйылғы туғыҙ айҙа ауыл хужалығы продукцияһын етештереү күләме 1799 миллион һум тәшкил иткән – былтырғыға ҡарағанда күберәк. Аҙыҡ-түлекте һатыуҙан 396,2 миллион һум аҡса килгән. Ошо туғыҙ ай эсендә 30 812 тонна һөт етештерелеп, 23 449 тоннаһы таратылған. Бер һыйырҙан уртаса һауым күләме – 4 120 килограмм. Был күрһәткес тә былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ.

Ыңғай һөҙөмтә, әлбиттә, тар­маҡты комплекслы үҫтереүгә йүнәл­тел­гән сараларға бәйле. Шәхси хужалыҡ алып барғандарға, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына төрлө программа нигеҙендә ярҙам күрһәтеү, урындарҙа эш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, баҫыуҙарҙы, бесәнлек­тәр­ҙе дөрөҫ тәрбиәләү ысулдарын өйрәнеп, тормошҡа ашырыу, тоҡом­ло малға өҫтөнлөк биреү, ҡышҡа аҙыҡ әҙерләгәндә ғилми йәһәттән үҙләштерелгән заманса алымдарҙы ҡулланыу һәм башҡа саралар тар­маҡты яңы талаптарға ярашлы үҫтереү, уның конкурентлыҡҡа һә­ләт­лелеген арттырыу мөмкинлеген бирә. Барыһы ла тәү сиратта халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуға, тормош шарттарын яҡшыртыуға, ауылдарҙы иҡтисади яҡтан үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Тәтешлелә тап ошо маҡсаттар алға ҡуйыла ла.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 47

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 41

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 47

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 59

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 37

Ташламалар ике йылға оҙайтыла

Ташламалар ике йылға оҙайтыла 11.12.2018 // Иҡтисад

Электрон рәүештә түләнгән дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама 2021 йылға ҡәҙәр оҙайтылды....

Тотош уҡырға 46

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай 11.12.2018 // Иҡтисад

Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереү...

Тотош уҡырға 36

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла 10.12.2018 // Иҡтисад

Һуңғы йылдарҙа республика муниципалитеттарында мөлкәт һалымын йыйыу әллә ни артмай, 50 процент...

Тотош уҡырға 42

Алданған өлөшсөләр иғтибарына!

Алданған өлөшсөләр иғтибарына! 10.12.2018 // Иҡтисад

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡайһы бер ҡала, райондарында алданған...

Тотош уҡырға 39

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ!

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ! 10.12.2018 // Иҡтисад

“Иномарка”нан текәһе юҡ”, ти торғас, артыҡ маҡтауҙан ялығып киттек ахыры. Рәсәйҙәр быйыл үҙҙәрендә...

Тотош уҡырға 41

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ"

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ" 09.12.2018 // Иҡтисад

“Ҡуштауҙы эшкәртеү хаҡындағы ҡарар 2,5 мең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙы БСК...

Тотош уҡырға 88

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла 07.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 57