Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ахундарға “зәңгәр яғыулыҡ” килә
Ҡыштыр-ҡыштыр килеп мейес тоҡандыраһы юҡ. Өйҙә һәр ваҡыт йылы... Ошондай уңайлыҡтар хаҡында электән хыялланды Ахун халҡы. Күптән түгел ауыл урамына экскаваторҙар килеп, траншеялар ҡаҙа башлағас, улар еңел һулап ҡуйҙы. Ниһайәт!

Йәмле Йүрүҙән буйындағы Ахун – башҡорт сәнғәтенә ҡабатланмаҫ образдары менән яҡты эҙ ҡалдырған Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Хәмит Яруллинды биргән ауыл. Ҡулайлаштырыу тигән заман сире, Аллаға шөкөр, ауылды урап үткән. Фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй. Мәҙәниәт йортонан, китапхананан кеше өҙөлмәй. Балалар баҡсаһы, төп урта мәктәп шау-гөр килеп тора. Бөгөн ауылда 270 йортта меңдән ашыу кеше йәшәй. Данлыҡлы “Янғантау” шифаханаһы яҡын булғанлыҡтан, күпселек шунда хеҙмәт итә. Эше лә, аҡсаһы ла булған халыҡтың матур итеп донъя көтөргә дәрте ҙур. Шуға ла ауыл көндән-көн үҫә, төҙөкләнә, йәштәр иркен йорттар күтәрә.

Беҙ килгәндә егеттәр эш мәлендә ине. Экскаваторсы Мәсғүт Хәлфәтов траншея ҡаҙа. Кү­ренеп тора: эш еңелдән түгел, ауылдың был тирәһендә яҫмаҡ таштар күп. Иретеп йәбеш­тереүсе Раил Шакиров, слесарҙар Максим Аҫылбаев, Айрат Аҙнабаев үҙ бурыстарын бе­леп башҡара. Егеттәр киләһе йылға ауыл халҡын ҡыуандырырға ниәтләй. Уларға бөтәһе 17,2 километр оҙонлоҡта газ торбалары һуҙыу бурысы тора. Төҙөлөш объектының смета хаҡы 46 миллион һум тәшкил итә. Эште “Газтехнострой” йәмғиәтенең подрядсы ойошмаһы алып бара.

Иртәнән кискә ҡәҙәр тынмаған трактор тауышы, артынан уҡ һуҙылған торбалар ауыл халҡының күптәнге өмөтөн яҡынлаштыра. Берәүҙәр, түҙмәй, егеттәрҙең эше менән ҡыҙыҡһына, хәлен белешә. Беҙ һөйләшеп торғанда яныбыҙға бер ағай килде. Оҙаҡ йылдар Ахун урта мәктәбендә белем биргән мәғариф ветераны Рауил Саматов ине ул.

– Был көндө күптән көттөк, – тине шатлығы йөҙөнә сыҡҡан уҙаман. – Күрше генә ултырған Сулпан, Мәсетле ауылдары халҡы хәҙер шаҡтай йылдар газ яғыулығының рәхәтен күрә. Уларға барһаң, көнләшеп, ауылдаштарымды йәлләп ҡуя инем. Бығаса эшләгән хакимиәт башлыҡ­тары, һайлаған депутаттар вәғәҙә менән ышандырыуҙан ары китмәне. Районыбыҙ дилбегәһен ҡулына алған Марс Кашапов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Илдар Бикбаевҡа рәхмәт инде, беҙҙең үтенескә ҡолаҡ һалып, оҙаҡҡа һуҙмай эште башлап та ебәрҙеләр.

Бөгөн ауыл халҡы шатлана-шатлана документтар әҙерләй, проекттар хәстәрләй. Уларҙың ҡыуанысына беҙ ҙә ҡыуандыҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бурыстар кәмергә тейеш

Бурыстар кәмергә тейеш 13.12.2018 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин...

Тотош уҡырға 57

Ҡаҙнала аҡса арта

Ҡаҙнала аҡса арта 13.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары 20 декабрҙә буласаҡ пленар ултырышта “2018 йылға һәм 2020,...

Тотош уҡырға 49

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта

Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме арта 12.12.2018 // Иҡтисад

Дәүләт Думаһы 2019 йылда хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 117 һумға арттырыу тураһындағы закон...

Тотош уҡырға 57

Йылы һыуға түләнеңме?

Йылы һыуға түләнеңме? 11.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортондағы сираттағы кәңәшмәлә идарасы компанияларҙың яғыулыҡ-энергетика ресурстары...

Тотош уҡырға 64

“Сода” премия алған

“Сода” премия алған 11.12.2018 // Иҡтисад

"Башҡортостан сода компанияһы" Cbonds Awards премияһының “Йыл дебюты” номинацияһында еңеү яуланы....

Тотош уҡырға 41

Ташламалар ике йылға оҙайтыла

Ташламалар ике йылға оҙайтыла 11.12.2018 // Иҡтисад

Электрон рәүештә түләнгән дәүләт пошлинаһына 30 процент ташлама 2021 йылға ҡәҙәр оҙайтылды....

Тотош уҡырға 51

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай

Дәүләт теләһә кемдән һатып алмай 11.12.2018 // Иҡтисад

Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығы бинаһында үҙәкләштерелгән дәүләт һатып алыуҙары системаһын үҫтереү...

Тотош уҡырға 42

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла

Башҡортостанда мөлкәт һалымының яҡынса 50 проценты ғына йыйыла 10.12.2018 // Иҡтисад

Һуңғы йылдарҙа республика муниципалитеттарында мөлкәт һалымын йыйыу әллә ни артмай, 50 процент...

Тотош уҡырға 44

Алданған өлөшсөләр иғтибарына!

Алданған өлөшсөләр иғтибарына! 10.12.2018 // Иҡтисад

Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡайһы бер ҡала, райондарында алданған...

Тотош уҡырға 43

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ!

Күпме әрләһәк тә, үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа етеүсе юҡ! 10.12.2018 // Иҡтисад

“Иномарка”нан текәһе юҡ”, ти торғас, артыҡ маҡтауҙан ялығып киттек ахыры. Рәсәйҙәр быйыл үҙҙәрендә...

Тотош уҡырға 44

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ"

"Торатауҙы һаҡлап ҡалыу тураһындағы ҡарар Стәрлетамаҡтағы 2,5 мең эшсене ҡотҡарасаҡ" 09.12.2018 // Иҡтисад

“Ҡуштауҙы эшкәртеү хаҡындағы ҡарар 2,5 мең эш урынын һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк. Уларҙы БСК...

Тотош уҡырға 90

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла

Ауырғазыла яңы проект тормошҡа ашырыла 07.12.2018 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 60