Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ситкә тауар һатыу күбәйә
Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә экспорттың өлөшө быйылғы һигеҙ айҙа 82 процентҡа етте. Экспорттың нигеҙе – машиналар эшләү һәм химия тармаҡтары продукцияһы.

Быйыл беҙҙең республика экспорт күләмен 20 процентҡа арт­тырҙы. Тышҡы иҡтисади бәйләнеш­тәр буйынса дәүләт комитетында был күренеште экспортты яҡлауҙың тәбиғи һөҙөмтәһе тип ҡабул итәләр. Төбәгебеҙҙә Рәсәй экспорт үҙәгенең һәм Экспортҡа йүнәлеш тотҡан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына булышлыҡ итеүҙе көйләү үҙәгенең вәкиллектәре эшләй.

– Башҡортостан экспорт эшмәкәр­леген алып барыуҙа уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм эшҡыуарлыҡты яҡлау инфраструктураһы өсөн төбәк стандарттарын индереү буйынса илебеҙҙә 22 пилот субъекты иҫә­бендә, – ти Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Лена Изотова.

“РБК-Өфө” агентлығы хәбәр итеүенсә, быйылғы ғинуар-октябрҙә экспорт күләме 2,1 процентҡа арт­ҡан, импорт 19,7 процентҡа кәмегән. Башҡортостан таможняһы раҫла­уын­са, экспорттан алынған килем ошо уҡ осорҙа былтырғы менән сағыштырғанда 21,1 процентҡа үҫә төшкән.

Машиналар эшләү һәм химия предприятиеларының тауарҙа­рынан тыш сит илдәргә аҙыҡ-түлек һәм туҡыма әйберҙәр һатыу ҙа артҡан.
Башҡортостандан иң күп һатып алыусылар – Ҡытай, Һиндостан һәм Финляндия. Уларҙың тәүгеһе беҙҙән экспорт өлөшөндә 26,7 процентты, икенсеһе 14,3 процентты, өсөнсөһө 10,1 процентты биләй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Уларҙың эш сифаты яҡшырһа...

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа... 20.03.2019 // Иҡтисад

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар...

Тотош уҡырға 36

Апрелдән компенсация түләнә

Апрелдән компенсация түләнә 20.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттарын раҫланылар. Документ граждандарҙың...

Тотош уҡырға 90

Ишембай үҫешергә әҙер!

Ишембай үҫешергә әҙер! 20.03.2019 // Иҡтисад

Быйыл Башҡортостанда беренсе махсус иҡтисади биләмә булдырырға әҙерләнәләр. Уның урыны билдәле –...

Тотош уҡырға 39

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 42

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 46

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 44

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда 18.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 64

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн 16.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә Умартасыларҙың төбәк съезы үтә....

Тотош уҡырға 91

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ! 14.03.2019 // Иҡтисад

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бѳтә Рәсәй конкурсының тѳбәк этабына – “Башҡортостандың иң яҡшы...

Тотош уҡырға 93

Ике проект та – балалар өсөн

Ике проект та – балалар өсөн 14.03.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 68

Үҙебеҙҙекенә етәме!

Үҙебеҙҙекенә етәме! 14.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 74

Ташҡа “һунар” туҡтамаған...

Ташҡа “һунар” туҡтамаған... 13.03.2019 // Иҡтисад

“Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин ул цивилизациялы алып барылырға һәм килемдең төп...

Тотош уҡырға 115