Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Республиканың көслө ҡалҡаны

Ни өсөн ҡала инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән ылыҡтырғыс?

Стәрлетамаҡ — республикабыҙҙағы иң уңышлы, иң күркәм ҡалаларҙың береһе. Ул 274 мең 800 кешенең матур, уңайлы шарттарҙа йәшәүе өсөн даими хәстәрлек күрә. Халыҡ һаны, сәнәғәт һәм мәҙәниәт байлығы, мөһабәтлеге буйынса Өфөнән ҡала — икенсе урында. Ил кимәлендә үткән конкурстарҙа “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы” исеменә лайыҡ булды, өс тапҡыр халҡы 100 меңдән ашыу булған ҡалалар араһында икенсе урынды яуланы. Ошо абруйлы конкурста еңеүсе булып, Рәсәйҙең “алтын” ҡалаға әүерелеү ваҡиғаһына ла шаһитбыҙ.

Бөгөн ул — ҡатмарлы күп тар­маҡлы, 3,7 меңдән ашыу хужалыҡ­ты эсенә алған комплекс, үҙен­сәлекле продукция етештереүсе эре сәнәғәт ҡалаһы. Географик урыны бик уңайлы, транспорт селтәре яҡшы үҫешкән, производство, финанс һәм ҡулланыу ҡеүәттәре инвес­тициялар йәлеп итеүгә ҡулайлы.

Ҡала хәҙерге көндә үҙенең ҡеүәтен үҫтереү, яңы эш урындарын булдырыу йәһәтенән ниндәй пландар менән йәшәй? Стәрле­тамаҡ ҡала хакимиәте башлы­ғы­ның инвестициялар, эшҡыуар­лыҡ­ты үҫтереү һәм ҡулланыу баҙары буйынса урынбаҫары Рөстәм Камил улы Рахманғо­ловтың ошо хаҡта һөйләүен һораныҡ.

— Ҡаланың иҡтисади ҡеүәтен, нигеҙҙә, химия һәм нефть химияһы предприятиелары — “Башҡорт сода компанияһы”, “Синтез-Каучук”, “Нефть химияһы заводы” акционерҙар, “ХайдельбергЦемент” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт­тәре, “Авангард” федераль ҡаҙна предприятиеһы билдәләй. Тап улар “ҙур химия ҡалаһы” тигән дәрәжәне яҡлай ҙа инде. Машиналар һәм станоктар төҙөү тарма­ғының төп эре предприятиеларын ишетеп беләһегеҙҙер: “Станок төҙөү”, “Ҡыҙыл пролетарий”, “Вагон ремонтлау заводы” йәмғиәттәре. Ә “Башҡорт сода компанияһы” “Каустик” һәм “Сода” асыҡ акцио­нерҙар йәмғиәттәрен берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Беҙҙә бик әүҙем үҫешеүсе инновацион майҙандар ҙа бар: “Инмаш” технопарк һәм “Велес” индустриаль паркы тураһында әйтмәксемен, — тине Рөстәм Камил улы. — Донъя баҙарында ҙур һорау менән файҙаланған күп профилле һәм конкуренцияға һәләтле химия продукцияһы етештереүсе “Синтез-Каучук” һәм “Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы” йәмғиәт­тәренең ҡала үҫешенә индергән өлө­шө тос. Башҡортостанда бер­ҙән-бер цемент етештереүсе гигант та беҙҙә — “ХайдельбергЦемент Рус” йәмғиәтенең филиалы уңыш­лы аҙымдар яһай, Урал төбәгендә цемент етештереүсе иң эре предприятие иҫәпләнә. “Берҙән-бер” тигән һүҙҙе “Авангард”ҡа ҡарата ла әйтергә мөмкин: бында шартлай торған матдәләрҙе әҙерләү һәм утилләштереү буйынса ҙур тәж­рибә тупланған.

Нефть промыслаһы һәм стандарт булмаған ҡорамалдар баҙа­рында 75 йылдан ашыу төп урынды тотҡан “Ҡыҙыл пролетарий” һа­ман да йәштәрсә дәрт, тәүәк­кәллек менән эшләүен дауам итә. “Станок төҙөү” фәнни-производст­во берекмәһе — Рәсәйҙең эре ком­панияһы булған “Стан”дың ете эш майҙансығының береһе. Ул ил ба­ҙарында металл эшкәртеү станок­тарының 50 процентын етештерә.

2018 йыл дауамында ошо предприятиеларҙа ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашырылды. Мәҫәлән, “Башҡорт сода компания­һы”нда колонна ҡорамалдары алмаштырыу һәм модернизациялау 3,5 миллиард һумға башҡарылды. “Станок төҙөү” берекмәһендә станоктар өсөн кабинет һаҡлағыстар етештереүҙең заманса производ­ст­воһы 386,4 миллион һум тәшкил итте.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан үҫеш корпорацияһы менән бер­лек­тә 110 миллион һумлыҡ инвестиция проекты буйынса документтар әҙерләнә. Ҡала биләмәһендә көнкүреш һәм аҙыҡ-түлек ихтыяжы өсөн адсорбент етештереү буйынса предприятие урынлаштырыу, яңы 35 эш урыны булдырыу күҙаллана.

Ни өсөн ҡала инвестиция йәлеп итеүгә ылыҡтырғыс була бара? Сөнки элекке бөлгөнлөккә төшкән предприятиелар биләмәләре үҫеш­кән инфраструктураға эйә, төрлө ойошмалар өсөн дә шарттар ҡулайлы. Мәҫәлән, бынан 11 йыл элек тире-аяҡ кейеме комбинаты корпусы базаһында ойошторолған Стәрлетамаҡ производство-технологик үҙәк бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың аяҡҡа баҫыуына ныҡ ярҙам итте, ҡаланың иҡти­сади үҫешенә яңы һулыш бирҙе.

Буласаҡ инвесторҙар өсөн “Инмаш” технология паркының бик перспективалы, өмөтлө, ылыҡ­тыр­ғыс булыуы ихтимал. “Велес” индустриаль паркын да иҫәптән сы­ғарырға ярамай, ул – бөтә тейешле инженерлыҡ һәм транспорт инфра­структуралы сәнәғәт майҙан­сығы. Уның биләмәһендә бөгөн 30 рези­дент (юридик йәки физик берәмек) урынлашып, 1700 кешене эш ме­нән тәьмин иткән. Үҙ эшен асырға теләүселәр булһа, рәхим итһендәр, буш майҙандар бар әле.

Ғөмүмән, беҙҙә эшҡыуарҙар ас­социацияһы – көслө ойошма­лар­ҙың береһе. Быйыл “Йыл эшҡы­уары” республика конкурсында яҡ­таштарыбыҙ, уңышлы сығыш яһап, өс номинацияла еңеүсе булды. Баш­ҡортостан кимәлендә иң яҡшы­һы тип табылған Екатерина Фризен, Радик Хәйретдинов, Юлия Ғи­малова – үҙ эшен асырға теләүсе­ләр өсөн тәүәккәллек, булдыҡ­лы­лыҡ өлгөһө. Улар, мөһим продукция етештереүҙән, эш урындары булдырыуҙан тыш, әүҙем тормош позициялары менән башҡаларҙы ла үҙҙәре артынан эйәртергә һәләтле.

Ҡалала торлаҡ төҙөлөшөнөң дәр­рәү барыуын күрмәү мөмкин түгел, өр-яңы урамдар, микрора­йондар барлыҡҡа килә. Шуға бәйле транспорт бәйләнеше лә үҙгәреш кисерә, пассажир ташыуҙың 40 проценты транспорттың экологик яҡтан таҙа төрө — троллейбустар ярҙамында атҡарыла.
Беҙ, стәрлетамаҡтар, тәбиғәттең һәр миҙгелендә лә күркәм, бай тарихлы, иҡтисади яҡтан ҡеүәтле ҡалабыҙҙы яратабыҙ, бик аҙға айырылып торһаҡ та, уға ғына хас тын алышын һағынып, ашҡынып ҡайтабыҙ.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 14

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 41

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 41

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда 18.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 60

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн 16.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә Умартасыларҙың төбәк съезы үтә....

Тотош уҡырға 89

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ! 14.03.2019 // Иҡтисад

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бѳтә Рәсәй конкурсының тѳбәк этабына – “Башҡортостандың иң яҡшы...

Тотош уҡырға 90

Ике проект та – балалар өсөн

Ике проект та – балалар өсөн 14.03.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 64

Үҙебеҙҙекенә етәме!

Үҙебеҙҙекенә етәме! 14.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 72

Ташҡа “һунар” туҡтамаған...

Ташҡа “һунар” туҡтамаған... 13.03.2019 // Иҡтисад

“Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин ул цивилизациялы алып барылырға һәм килемдең төп...

Тотош уҡырға 114

Инвестиция күләме икеләтә артырға тейеш

Инвестиция күләме икеләтә артырға тейеш 13.03.2019 // Иҡтисад

Федерация Советы ултырышында “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте”ндә Радий Хәбиров, Башҡортостанда...

Тотош уҡырға 77

Һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса һалһаң...

Һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса һалһаң... 13.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса йүнәлтергә теләгән инвесторҙар өсөн кредиттар буйынса...

Тотош уҡырға 90

Квитанцияға күҙ һал: сүп-сар өсөн күпме түләйһең?

Квитанцияға күҙ һал: сүп-сар өсөн күпме түләйһең? 13.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн граждандарҙан икеләтә хаҡ түләтеү осраҡтары асыҡланған...

Тотош уҡырға 160