Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ошондай ваҡиғалар тормошобоҙҙо яҡшырта”

Оҙаҡламай районда социаль-мәҙәни үҙәк тә сафҡа инәсәк.

Был аҙнала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Белорет районында эш сәфәрендә булды. Тирлән ауылында төбәк етәксеһе яңы “Планета” физкультура-һауыҡтырыу комп­лексын асыу тантанаһында ҡатнашты, унан һуң урындағы халыҡ менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Иң киҫкен проблемалар иҫәбенә медицина кадрҙарына ҡытлыҡ, юл һәм коммуналь инфраструктураны үҫтереү, социаль һәм мәҙәни объекттар төҙөү, шулай уҡ законһыҙ ағас ҡырҡыу мәсьәләләре инде.


Ошонда уҡ Радий Хәбиров 1930 йылдарҙа төҙөлгән ауыл мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты. Муниципалитет етәкселеге һәм халыҡ әйтеүенсә, ауылға заманса күп функциялы социаль-мәҙәни үҙәк кәрәк. Төбәк етәксеһе, республика уны төҙөүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер, тип билдәләне. Һөйләшеү барышында ауыл халҡы зыярат эргәһендәге сүплеккә зар­ланды. Радий Хәбиров муниципаль власҡа йыл аҙағына тиклем сүп-сарҙы йыйырға һәм тейешле фотоотчет ебәрергә ҡушты.

Тирләндә төбәк етәксеһе 1994 йылғы ташҡын йыуған металлургия заводы емереклектәрен ҡара­ны. Бөгөн был урын туристарҙа ҙур танылыу яулаған. Радий Хәби­ров район хакимиәтенә биләмәне төҙөкләндереү бурысын йөкмәтте.


Белорет ҡалаһында төбәк Башлы­ғы вазифаһын ваҡытлыса башҡа­рыусы Район-ара перинаталь үҙәктә булды. Ул өс ҡала һәм дүрт район халҡын хеҙмәтләндерә. Бала табыу йортоноң яңы бинаһы 2008 йылда сафҡа индерелгән. Радий Хәбиров медицина бүлектәрен, палаталарҙы ҡарап сыҡты, йәш әсәләр һәм һаулыҡ һаҡлау учрежде­ниеһы етәкселеге менән аралашты. Һөйләшеүҙә алыҫ райондарҙан пациент­тарҙы килтереү, туҡланыуҙы аутсорсинг принциптарында ойоштороу, перинаталь үҙәкте кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьә­ләләре тикшерелде. Белорет үҙәк район дауаханаһының баш табибы Евгений Кустов әйтеүенсә, әле бала табыу йортона белгестәр кәрәк. Радий Хәбиров район хакимиәте баш­лығына был мәсьәләне йылдам хәл итергә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән йәш табиптарға социаль ярҙам күрһәтеү сараларын иҫәпкә алырға ҡушты.

Эш сәфәре барышында Баш­ҡорт­остан Башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Мечел” төркөмөнә ингән Белорет металлургия комбинатында өр-яңы канат производствоһын сафҡа индереү тантанаһында ла ҡатнашты.

Комбинат етәксеһе әйтеүенсә, әле Рәсәйҙә диаметры 70 миллиметрҙан артҡан күп өлтөклө һәм ун ике өлтөк­лө арҡандар сығарылмай. Завод белгестәре ғилми-тикшеренеү институттары менән берлектә эшләгән полимерҙың составы ла үҙенсәлекле. Ошондай арҡандар тау-мәғдән һәм нефть сығарыу тармаҡтарында, күпер, суднолар төҙөлөшөндә сит ил тауарҙарын алмаштырасаҡ.

Белорет металлургия комбинатында импортты алмаштырған арҡан етештереү проекты 2015 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның хаҡы – 510 миллион һумдан ашыу. 2016 йылда комбинат Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фондынан 255 миллион һумлыҡ айырым маҡсатлы ташламалы заем алған. Хаҡтың ҡалған яртыһы – предприятиеның үҙ аҡсаһы. Былтыр яңы канат производствоһы респуб­лика­лағы өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә инде.

– Илебеҙҙә һәм республикала ҙур сәнәғәт машиналар эшләү предприя­тиеһы йәки цехы йыш асылмай. Ошондай ваҡиғалар тормошобоҙҙо яҡшыр­та, – тине Радий Хәбиров.

Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров яңы про­извод­ствоның әһәмиәтен билдәләне. Министрлыҡтың Металлургия һәм материалдар департаменты директоры Павел Серватинский уның ҡотлау һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе.

Автор: Л. ХӘСӘНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 20

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 41

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 41

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда 18.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 60

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн

"Апимондия"ны лайыҡлы ҡаршылау өсөн 16.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә Умартасыларҙың төбәк съезы үтә....

Тотош уҡырға 89

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!

1 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ! 14.03.2019 // Иҡтисад

“Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” Бѳтә Рәсәй конкурсының тѳбәк этабына – “Башҡортостандың иң яҡшы...

Тотош уҡырға 90

Ике проект та – балалар өсөн

Ике проект та – балалар өсөн 14.03.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Инвестиция...

Тотош уҡырға 64

Үҙебеҙҙекенә етәме!

Үҙебеҙҙекенә етәме! 14.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо көндәрҙә Өфөлә үткәрелгән...

Тотош уҡырға 72

Ташҡа “һунар” туҡтамаған...

Ташҡа “һунар” туҡтамаған... 13.03.2019 // Иҡтисад

“Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин ул цивилизациялы алып барылырға һәм килемдең төп...

Тотош уҡырға 114

Инвестиция күләме икеләтә артырға тейеш

Инвестиция күләме икеләтә артырға тейеш 13.03.2019 // Иҡтисад

Федерация Советы ултырышында “Рәсәй Федерацияһы субъекты сәғәте”ндә Радий Хәбиров, Башҡортостанда...

Тотош уҡырға 77

Һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса һалһаң...

Һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса һалһаң... 13.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда һөт малсылығын үҫтереүгә аҡса йүнәлтергә теләгән инвесторҙар өсөн кредиттар буйынса...

Тотош уҡырға 90

Квитанцияға күҙ һал: сүп-сар өсөн күпме түләйһең?

Квитанцияға күҙ һал: сүп-сар өсөн күпме түләйһең? 13.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан сүп-сарҙы ситкә сығарған өсөн граждандарҙан икеләтә хаҡ түләтеү осраҡтары асыҡланған...

Тотош уҡырға 160