Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЙЫЛ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ! Һаҙлыҡты ла, көрттө лә йырып
...Уның өсөн һаҙлыҡ ни ҙә бысраҡ ни, тәрән һыуҙан да, көрттән дә йөҙөп сыға ул, ә тигеҙ юлға бер төшөп алдымы, артынан ҡыуып етермен тимә. Был вездеходтар ғәҙәти машина-трактор үтә алмаҫлыҡ урындарға кешеләр, ҡорамалдар алып бара.

Бынан тыш, “ДТ-10”, “ДТ-30” машинала­рының үҙҙәренә лә әллә нисәмә төр ҡорамал урынлаштырырға була. Ғөмүмән, бөтә яҡлап та шәп техника. Иң мөһиме – әлеге ҡеүәтле транспортер үҙебеҙҙә, Ишембай ҡалаһындағы “Витязь” машиналар эшләү компанияһында, сығарыла. Завод – Рәсәйҙә ошондай техниканы етештергән берҙән-бер предприятие.

“Витязь” оборона заказдарын үтәй, шул уҡ ваҡытта сәнәғәт компаниялары өсөн вездеходтар әҙерләй. Гусеницалы транс­портерҙарҙы юлһыҙ һәм климат шарттары ауыр булған Алыҫ Төньяҡта, Алыҫ Көнсығышта, Арктика, Антарктидала күрергә мөмкин.

Предприятиеның тарих башы 1977 йылға барып тоташа. Ә 1981 йылда иһә унда тәүге продукция әҙер була. Ошо мәлдән алып заводтың даны бөтә донъяға тарала. Төрлө йылдарҙа завод фән һәм техника өлкәһендә юғары наградаларға эйә була, ә тәүге генераль конструкторы Константин Осколков хеҙмәте Ленин ордены менән баһалана.

Бөгөн компания “Уралвагонзавод” холдингына ҡарай. Заводта 1,5 мең кеше эшләй, хеҙмәт хаҡы юғары. Ауыр иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, предприятие, сығарған техни­каһы һымаҡ, кәрәк саҡта уңышлы итеп “һаҙлыҡтан йөҙөп сыға”, “көрттө йырып” бара, йылдам үҫешә.

“Уралвагонзавод”тың генераль директоры Александр Потапов белдереүенсә, “Витязь” етештереү ҡеүәтенең 40 процентын әлеге мәлдә гражданлыҡ продукцияһы йәки тыныс шарттар өсөн тәшкил итә. Тимәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың оборона сәнәғәте комплексында гражданлыҡ продукцияһы өлөшөн арттырыу буйынса йөкләмәһе уңышлы үтәлә.

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ишембай районында эш сәфәре менән булғанда завод менән танышып:
– “Витязь” – Рәсәйҙең ҡеүәте һәм өмөтө. Был предприятиеның продукцияһына ихтыяж бар, тимәк, уның үҫешенә булышлыҡ итергә кәрәк, предприятие дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала, – тип белдерҙе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Рәлиф Сафин Башҡортостан етәкселәре хаҡында ниндәй фекерҙә?

Рәлиф Сафин Башҡортостан етәкселәре хаҡында ниндәй фекерҙә? 19.01.2019 // Сәйәсәт / Иҡтисад

“Башҡортостандың мөмкинлектәре алға ынтылыш яһауға юл аса”, – тине Рәсәйҙең билдәле эшҡыуары,...

Тотош уҡырға 162

“Өфөнән өйрәнәбеҙ”

“Өфөнән өйрәнәбеҙ” 19.01.2019 // Яңылыҡтар / Иҡтисад

“Өфө үҙгәрә, ундағы тормош яҡшырғандан-яҡшыра. Симферополь дә шуға ынтыласаҡ. Бар республика халҡын...

Тотош уҡырға 68

Ҡырым тағы ла яҡыная

Ҡырым тағы ла яҡыная 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Иҡтисад

Бөгөн кис Башҡортостан Хөкүмәтендә Ҡырым делегацияһының төбәгебеҙгә сәфәренә йомғаҡ яһалды. Алдан...

Тотош уҡырға 71

Ҡырымдар керамик плитә менән ҡыҙыҡһына

Ҡырымдар керамик плитә менән ҡыҙыҡһына 18.01.2019 // Иҡтисад

Ҡырым Республикаһының Министрҙар советы рәйесе урынбаҫары Михаил Селезнев Башҡортостан Хөкүмәте...

Тотош уҡырға 55

Чубайс нимәгә ишара  яһай?

Чубайс нимәгә ишара яһай? 18.01.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса...

Тотош уҡырға 51

Ағасҡа хаҡ артты

Ағасҡа хаҡ артты 18.01.2019 // Иҡтисад

Рәсәй Хөкүмәтенең 2017 йылдың 11 ноябрендә сыҡҡан “Федераль милектә булған урман ресурстары күләме...

Тотош уҡырға 110

Миллион һумдан ашыу зыян

Миллион һумдан ашыу зыян 18.01.2019 // Иҡтисад

Ғәҙәттә, яңы йыл алдынан рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡыусылар һаны ҡырҡа арта....

Тотош уҡырға 53

Инвесторҙар тотонһа...

Инвесторҙар тотонһа... 17.01.2019 // Иҡтисад

“Инвестиция сәғәте” тәртибендә үткәрелгән кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 69

Бер йомортҡа — бушлай

Бер йомортҡа — бушлай 17.01.2019 // Иҡтисад

Һатып алыусылар Яңы йылда йомортҡаға хаҡтарҙың күтәрелгәнен күреп, бер аптыраһа, элекке бер тиҫтә...

Тотош уҡырға 87

Ағиҙел, Сибай, Межгорьеға ни етмәй?

Ағиҙел, Сибай, Межгорьеға ни етмәй? 16.01.2019 // Иҡтисад

Белеүебеҙсә, Ағиҙел, Сибай һәм Межгорье үткән йылдың февралендә моноҡалалар сафын тулыландырҙы....

Тотош уҡырға 79

Ишле ғаиләләргә ярҙамға – 23 миллион һум

Ишле ғаиләләргә ярҙамға – 23 миллион һум 16.01.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда һигеҙ бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бер тапҡыр 600 мең һум күләмендә пособие түләү...

Тотош уҡырға 90

Һалым артҡас...

Һалым артҡас... 16.01.2019 // Иҡтисад

Яңы йыл башынан өҫтәмә хаҡҡа һалым (НДС) 18 проценттан 20-гә тиклем арттырылды, әммә үҙгәрештәр...

Тотош уҡырға 90