Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйөнсө! Абруйлы форум йыл һайын үткәрелә
Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы” иҡтисади форумы хәҙер йыл һайын уҙғарыласаҡ. Башҡортостан етәксеһе ҡалалағы эшҡыуарлыҡ берләшмәһенең ошо туралағы тәҡдимен хуплап сыҡты.

“Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы ултырышы нигеҙендә урындағы йүнселдәр менән осрашыуҙа Радий Хәбиров, әле республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү институттары бик күп һәм тарҡау, уларҙы һәр ваҡытта ла һөҙөмтәле тип әйтеп булмай, шуға күрә киләсәктә уларҙың системаһы аныҡ структураларға бүленәсәк, тип белдерҙе.

– Бизнес берләшмәһе менән мөнәсәбәттәрҙе дөрөҫ ҡормаһаҡ, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең артабанғы үҫеш мөмкинлеге сикләнәсәк, – тине ул. – Башҡортостанда ирекле һәм ышаныслы эш шарттары тыуҙырырға теләйем.


“Эшлекле Рәсәй” ойошмаһының рәйестәше Андрей Назаров Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының экологик зыянын “локализация” алымы менән ҡапларға, ҡалалағы предприятиеларға һәм йүнселдәргә комбинат, уның Сибай филиалы менән эшләү мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте.

Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
Фото: Олег Яровиков


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Гульшат Минигалина
    Гульшат Минигалина от 30.01.2019, 18:17
    Һаумыһығыҙ,Радий Хәбир улы!Миндә бөгөн һеҙгә яҙырға булдым әле.Социаль селтәрҙә һеҙҙең халыҡты борсоған һорауҙы гел ишетеп,күреп,хәл иткәнегеҙҙе уҡып торабыҙ.Рәхмәт һеҙгә!Ошо арала миңә 21 се ҡала дауаханаһында ятырға тура килде.Ундағы етешһеҙлектәрҙе күреп йән көйә.Палатаға килеп кереү менән,туалет.Боронғо һыу багы,сепрәк бәйләп ҡуйылған,йыуҙырыу өсөн.Артабан тумбочкалар иҫ китерлек,өҫтөндәге ҡаты айырылып бөткән,тояҡтары юҡ,ҡолап баралар.Кроваттар сварка менән йәбештергәндән һуң ҡарайып ҡалған урындары ҡап ҡара булып тора.Матрацтар иҙелеп бөткән,уртаһы тишелеп бара.Стеналарҙың штукатуркалары төшөргә тора.Ә персонал үҙ эшен урын еренә еткереп эшләй.Уларға эш шарттары юҡ.Ҡайһы көндә даже уколдар булмай.Мәҫәлән лидокаин ике көн булманы.Минең һорау шундай – Ремонҡа аҡса бүленмәгән микән нисәлер йыл,әллә бүленеп тә,кеҫәгә төшкәнме???Ғөмүмән тикшереү кәрәк тип уйлайым.

  2. Йәшен
    Йәшен от 30.01.2019, 18:37
    Был форум 2012 йылдан алып 4 тапҡыр үткәрелде. Әҙ генә булһа ла файҙаһы булдымы? Юҡ. Ҡоро һүҙ бутҡаһы бешереү, маҡтанып шунса эш урыны булдырҙыҡ, яңы предприятиелар астыҡ,тип маҡтаныуҙар. Ҡайҙа улар? Юҡ! Ә шул сараларҙы уҙғарыу өсөн күпме аҡсаны елгә осорҙоҡ. Минеңсә, форумдың форматы тураһында уйла кәрәк.






Биш миллионыңды офшорға һал да...

Биш миллионыңды офшорға һал да... 21.02.2019 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа тағы ла өс йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе барлыҡҡа килде. Улар – Белорет,...

Тотош уҡырға 38

Сибай инвестиция форумын ҡабул итергә әҙер

Сибай инвестиция форумын ҡабул итергә әҙер 20.02.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, Сибайҙа 2012 йылдан алып һәр ике йыл һайын “Урал аръяғы” иҡтисади форумы...

Тотош уҡырға 91

Игорь Комаровтан – юғары баһа

Игорь Комаровтан – юғары баһа 19.02.2019 // Иҡтисад

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә юғары технологиялы 250 берәмек ҡорамал урынлаштырыласаҡ өс...

Тотош уҡырға 38

Ташкүмерҙең яҡты көндәре

Ташкүмерҙең яҡты көндәре 19.02.2019 // Иҡтисад

“Бөгөн донъяла күмер нефть һәм газға ҡарағанда ла күберәк файҙаланылыуын аныҡ беләм. Күмер донъя...

Тотош уҡырға 49

Өфөлә нисә подъезд ремонтлана?

Өфөлә нисә подъезд ремонтлана? 19.02.2019 // Иҡтисад

Быйыл баш ҡалабыҙҙа 548 йорттағы 1600 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Ошо маҡсатҡа 454 миллион...

Тотош уҡырға 64

Компания үҫешен дауам итә

Компания үҫешен дауам итә 19.02.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Lasselsberger...

Тотош уҡырға 41

Төбәк проекттарына – 180 миллиард һум

Төбәк проекттарына – 180 миллиард һум 19.02.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың милли һәм федераль...

Тотош уҡырға 47

Яулайһы бейеклектәр алда әле

Яулайһы бейеклектәр алда әле 19.02.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда эшкәртеү сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләгән махсус...

Тотош уҡырға 56

Сочи беҙгә уңыш килтерҙе

Сочи беҙгә уңыш килтерҙе 19.02.2019 // Иҡтисад

Форумда 40 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды....

Тотош уҡырға 45

Кемдән файҙа күберәк?

Кемдән файҙа күберәк? 18.02.2019 // Иҡтисад

Ғинуарҙа Башҡортостан бюджетына 27 миллиард 456 миллион һум һалым аҡсаһы килде. Былтырғы менән...

Тотош уҡырға 56

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 53

70 һум тигәс, тимәк, 70!

70 һум тигәс, тимәк, 70! 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 129