Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Барлыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе байрам менән!"
Бөгөн Рәсәйҙә Лифтсылар көнө билдәләнә. Был дата юҡтан ғына һайланмаған: бер нисә тиҫтә йыл элек тап 1 февралдә Хөкүмәт тарафынан “Лифт етештереүҙе ойоштороу тураһында” закон ҡабул ителә. Шул ваҡыттан, СССР заманынан, тәбрикләйҙәр был һөнәр эйәләрен.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1948 йыл тирәһендә, дәүләт алдына күп ҡатлы йорттар төҙөү, уларҙы лифт менән йыһазландырыу мәсьәләһе килеп баҫа. Емереклектәрҙе бөтөрөп, халыҡтың күңелендә йәшәүгә ынтылышты арттырыу, уларға уңайлы тормош шарттары тыуҙырыу маҡсатына ярашлы тыуа был бурыс.

Хәҙер инде ҡалалар тормошон лифтһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Был ҡоролманы төҙөгән, аҙаҡ эшмәкәрлеген контролдә тотоп, көйләп торған һөнәр эйәләренең хеҙмәтенә ихтыяж, һиҙелмәһә лә, ҙур. Ҡоролма сафтан сыҡҡанда айырыуса ныҡ беленә ул.

Республикабыҙҙа лифт бизнесы йылдан-йыл үҫә. Элек, мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙа ҡоролманы монтажлау буйынса бер генә ойошма эшләһә, хәҙер ошо йүнәлештәге шәхси предприятиелар артҡандан-арта бара.

Араларында, мәҫәлән, “Уралстроймашсервис” ойошмаһы (етәксеһе – Дмитрий Елисеев) – алдынғылар рәтендә. Унда хеҙмәт иткән егеттәр әле Өфөнөң үҙәгендә ҡалҡып килгән “Аристократ” элиталы торлаҡ комплексы йорттарына заманса лифттар ҡуя.

“Барлыҡ хеҙмәттәштәребеҙҙе байрам менән!” – тип сәләм еткерә улар.

Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: Автор фотоһы.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Биш миллионыңды офшорға һал да...

Биш миллионыңды офшорға һал да... 21.02.2019 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа тағы ла өс йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе барлыҡҡа килде. Улар – Белорет,...

Тотош уҡырға 44

Сибай инвестиция форумын ҡабул итергә әҙер

Сибай инвестиция форумын ҡабул итергә әҙер 20.02.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, Сибайҙа 2012 йылдан алып һәр ике йыл һайын “Урал аръяғы” иҡтисади форумы...

Тотош уҡырға 93

Игорь Комаровтан – юғары баһа

Игорь Комаровтан – юғары баһа 19.02.2019 // Иҡтисад

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә юғары технологиялы 250 берәмек ҡорамал урынлаштырыласаҡ өс...

Тотош уҡырға 40

Ташкүмерҙең яҡты көндәре

Ташкүмерҙең яҡты көндәре 19.02.2019 // Иҡтисад

“Бөгөн донъяла күмер нефть һәм газға ҡарағанда ла күберәк файҙаланылыуын аныҡ беләм. Күмер донъя...

Тотош уҡырға 51

Өфөлә нисә подъезд ремонтлана?

Өфөлә нисә подъезд ремонтлана? 19.02.2019 // Иҡтисад

Быйыл баш ҡалабыҙҙа 548 йорттағы 1600 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Ошо маҡсатҡа 454 миллион...

Тотош уҡырға 65

Компания үҫешен дауам итә

Компания үҫешен дауам итә 19.02.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Lasselsberger...

Тотош уҡырға 43

Төбәк проекттарына – 180 миллиард һум

Төбәк проекттарына – 180 миллиард һум 19.02.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың милли һәм федераль...

Тотош уҡырға 49

Яулайһы бейеклектәр алда әле

Яулайһы бейеклектәр алда әле 19.02.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда эшкәртеү сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләгән махсус...

Тотош уҡырға 57

Сочи беҙгә уңыш килтерҙе

Сочи беҙгә уңыш килтерҙе 19.02.2019 // Иҡтисад

Форумда 40 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды....

Тотош уҡырға 47

Кемдән файҙа күберәк?

Кемдән файҙа күберәк? 18.02.2019 // Иҡтисад

Ғинуарҙа Башҡортостан бюджетына 27 миллиард 456 миллион һум һалым аҡсаһы килде. Былтырғы менән...

Тотош уҡырға 57

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 54

70 һум тигәс, тимәк, 70!

70 һум тигәс, тимәк, 70! 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 130