Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Автобусты “аҡыллы туҡталыш”та көтәсәкбеҙ
Автобусты “аҡыллы туҡталыш”та көтәсәкбеҙӨфө хакимиәте бинаһында баш ҡалалағы йәмәғәт транспортындағы хәлгә арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрелеүе тураһында гәзитебеҙҙең сайтында хәбәр иткәйнек инде. Эреле-ваҡлы һәм төрлө милеккә ҡараған автобустарҙың хеҙмәтләндереүендәге тәртипһеҙлек, уның замандан артта ҡалыуы күптән инде дәүләт һәм муниципаль властарҙың башын ауырттырған проблемаға әйләнгән. Ниндәй үҙгәрештәр булыр был тармаҡта?

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов алып барған сарала республика парламенты һәм Өфө ҡала советы депутаттары ҡатнашты. Көн тәртибенә йәмәғәтселек транспортын үҫтереү буйынса 2008 йылда уҡ ҡабул ителгән һәм һуңғы йылдарҙа ни өсөндөр иғтибарҙан төшөп ҡала яҙған республика Законының үтәлеше тураһындағы мәсьәлә ҡуйылғайны. Ошо мәсьәлә буйынса эш төркөмөнөң тәүге ултырышында халыҡты йәмәғәт транспорты менән хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуҙы эҙмә-эҙлекле хәл итеү маҡсаты ҡуйылғайны. Эш төркөмөнә төрлө кимәлдәге депутаттар, республика Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәт вәкилдәре, прокуратура, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм башҡа ойошмаларҙың белгестәре инә.

Әлеге ултырышта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары, транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе Андрей Федосовтың сығышынан күрене­үенсә, төп иғтибар ҡала маршруттарында пассажирҙар ташыусы автобустарҙы яңыртыуға, уларҙың рәсми нигеҙҙә эшләүенә генә түгел, ә пассажирҙарҙың ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүенә, туҡталыштарҙа халыҡты транспорттың йөрөшө буйынса төрлө мәғлүмәттәр менән тәьмин итергә һәләтле “аҡыллы”, йәғни инновациялы, павильондар ҡуйыуға ла йүнәлтеләсәк.

– Был ҡаралған өлкәләге ҡануниәтте камиллаштырыу мәсьәләһе артабан да республика парламентының контролендә торасаҡ, беҙ был йүнәлештә Өфөгә һәм башҡа муниципалитеттарға ярҙам итергә әҙербеҙ, берлектәге эшебеҙҙең төп маҡсаты – граждандарға транспорт хеҙмәте күрһәтеү сифатын яҡшыртыу, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Француз компанияһы ниндәй ярҙам күрһәтәсәк?

Француз компанияһы ниндәй ярҙам күрһәтәсәк? 14.02.2019 // Иҡтисад

XIX быуат уртаһынан эшләгән алдынғы корпорация – SUEZ француз компанияһы – Башҡортостанға экологик...

Тотош уҡырға 37

"Полиэф"та ни көтөлә?

"Полиэф"та ни көтөлә? 14.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Рәсәй инвестиция форумы барышында республика етәксеһе Радий Хәбиров “СИБУР Холдинг” йәмғиәте...

Тотош уҡырға 37

Виталий Мутко ниндәй награда тапшырҙы?

Виталий Мутко ниндәй награда тапшырҙы? 14.02.2019 // Иҡтисад

Рәсәй инвестиция форумында ил төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше башланғыстары һәм иң яҡшы...

Тотош уҡырға 41

"Эшҡыуарҙың ышанысын яулар кәрәк"

"Эшҡыуарҙың ышанысын яулар кәрәк" 14.02.2019 // Иҡтисад

Инвестициялар – шул ҡәҙәр хикмәтле нәмә, уңыш ҡошо һымаҡ, тине бөгөн журналистарға Сочиҙа үткән...

Тотош уҡырға 43

Тәүге һөҙөмтәләр бар

Тәүге һөҙөмтәләр бар 14.02.2019 // Иҡтисад

14 февралдә Сочиҙа эшләй башлаған Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан тәүге инвестиция...

Тотош уҡырға 41

Һөт заводының эштәре хөрт

Һөт заводының эштәре хөрт 14.02.2019 // Иҡтисад

Федераль һалым хеҙмәтенең район-ара инспекцияһы “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән...

Тотош уҡырға 42

10 минут урынына 5 минут

10 минут урынына 5 минут 14.02.2019 // Иҡтисад

Әле “Өфө” халыҡ-ара аэропорты 10 минутҡа бер самолет ҡабул итә ала. Уны яңыртҡандан һуң, ул 5...

Тотош уҡырға 58

Өфө – Ырымбур юлы яңыра

Өфө – Ырымбур юлы яңыра 14.02.2019 // Иҡтисад

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих менән Р-240 Өфө –...

Тотош уҡырға 69

Эшлекле осрашыуҙар көтөлә

Эшлекле осрашыуҙар көтөлә 14.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Сочи ҡалаһында Рәсәй инвестиция форумы асылды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 74

Яңы тимер юл тармаҡтары кәрәк

Яңы тимер юл тармаҡтары кәрәк 13.02.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Транспорт министрлығы...

Тотош уҡырға 54

Пенсияға биш йыл ҡалдымы? Һөйөнсө!

Пенсияға биш йыл ҡалдымы? Һөйөнсө! 12.02.2019 // Иҡтисад

Хаҡлы ялға сығыу йәшенә етеп килгән кешеләр быйылдан башлап ер һәм мөлкәт һалымы буйынса ташламаға...

Тотош уҡырға 231

Ҡыйбатайҙы...

Ҡыйбатайҙы... 11.02.2019 // Иҡтисад

“Башстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, республикабыҙҙа ҡайһы бер тауарҙар 11 процентҡа ҡиммәтләнгән....

Тотош уҡырға 95