Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Ул – XXI быуат предприятиеһы”
Алда хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булғайны. Республика етәксеһе унда предприятие етәкселәре менән кәңәшмә лә үткәрҙе.

“Завод үҫешһен, заказдар күбәйһен өсөн республика ниндәй ярҙам саралары күрһәтә ала – шул хаҡта һөйләштек, – тине аҙаҡ Радий Фәрит улы, журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп. – Илдә был тармаҡта конкуренция көслө. Беҙ бергә эшләргә тейешбеҙ”.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, яҡын арала ул Оборона министрлығы, “Газпром” етәкселеге менән осрашып, уларға айырым маҡсаттарҙы еткерәсәк. Кәңәшмәлә шулай уҡ предприятиела булған бихисап социаль һорауҙар, граждандар авиацияһы өсөн двигателдәр эшләүҙе үҫтереү варианттары ҡаралған.

“Өфө моторҙар эшләү берекмәһе – оло тарихлы, үҙ йүнәлешендә юғары компетенцияларға эйә үҙенсәлекле предприятие. Бында тотороҡло эшләгән яҡшы коллектив тупланған, йәштәр, Өфө дәүләт авиация техник университетының сығарылыш студенттары күп. Предприятие заман менән бергә атлай, яңы технологиялар ҡуллана. Мине заманса Европа заводын хәтерләткән бер нисә цех һоҡландырҙы. Ғөмүмән, был – XXI быуат предприятиеһы”, – тине Радий Хәбиров.

Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.
Фото: Олег Яровиков фотоһы.
Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Игорь Комаровтан – юғары баһа

Игорь Комаровтан – юғары баһа 19.02.2019 // Иҡтисад

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә юғары технологиялы 250 берәмек ҡорамал урынлаштырыласаҡ өс...

Тотош уҡырға 13

Ташкүмерҙең яҡты көндәре

Ташкүмерҙең яҡты көндәре 19.02.2019 // Иҡтисад

“Бөгөн донъяла күмер нефть һәм газға ҡарағанда ла күберәк файҙаланылыуын аныҡ беләм. Күмер донъя...

Тотош уҡырға 32

Өфөлә нисә подъезд ремонтлана?

Өфөлә нисә подъезд ремонтлана? 19.02.2019 // Иҡтисад

Быйыл баш ҡалабыҙҙа 548 йорттағы 1600 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Ошо маҡсатҡа 454 миллион...

Тотош уҡырға 37

Компания үҫешен дауам итә

Компания үҫешен дауам итә 19.02.2019 // Иҡтисад

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Lasselsberger...

Тотош уҡырға 30

Төбәк проекттарына – 180 миллиард һум

Төбәк проекттарына – 180 миллиард һум 19.02.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың милли һәм федераль...

Тотош уҡырға 31

Яулайһы бейеклектәр алда әле

Яулайһы бейеклектәр алда әле 19.02.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда эшкәртеү сәнәғәте һәм аҙыҡ-түлек етештереү өлкәһе өсөн белгестәр әҙерләгән махсус...

Тотош уҡырға 48

Сочи беҙгә уңыш килтерҙе

Сочи беҙгә уңыш килтерҙе 19.02.2019 // Иҡтисад

Форумда 40 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды....

Тотош уҡырға 35

Кемдән файҙа күберәк?

Кемдән файҙа күберәк? 18.02.2019 // Иҡтисад

Ғинуарҙа Башҡортостан бюджетына 27 миллиард 456 миллион һум һалым аҡсаһы килде. Былтырғы менән...

Тотош уҡырға 43

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал

Беҙҙең төҙөүселәрҙең программаға инә алмауы ихтимал 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 38

70 һум тигәс, тимәк, 70!

70 һум тигәс, тимәк, 70! 18.02.2019 // Иҡтисад

Бөгөн республика Хөкүмәте ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий...

Тотош уҡырға 112

Яңы статус нимә бирәсәк?

Яңы статус нимә бирәсәк? 16.02.2019 // Иҡтисад

Нефтекама, Белорет һәм Благовещен ҡалалары социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алдан барған биләмәләр...

Тотош уҡырға 106

"Хевел" Бөрйәнде ҡайғырта

"Хевел" Бөрйәнде ҡайғырта 16.02.2019 // Иҡтисад

Бөрйән районында 2020 йылда ҡеүәте 10 мегаватҡа тиклемге ҡояш электр станцияһы төҙөү планлаштырыла....

Тотош уҡырға 114