Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ташкүмерҙең яҡты көндәре
“Бөгөн донъяла күмер нефть һәм газға ҡарағанда ла күберәк файҙаланылыуын аныҡ беләм. Күмер донъя энергетикаһының мөһим тармағы булыуын дауам итә”, – тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин күмер сығарыусылар алдындағы бер сығышында. Эйе, бөгөн тәү ҡарауға күпселек урында газ яғыулығы ҡулланылһа ла, күмер үҙенең кәрәкле сеймал булыуын һаҡлап килә.

Былтыр Рәсәй күмер сығарыу буйынса Совет осорондағы рекордты уҙып китте. Шахтерҙар ырамлы эшләп, хатта 12 йыллыҡ планды алдан үтәп ҡуйҙы, сөнки Рәсәйҙең Энергетика министрлығы бындай күләмде 2030 йылда күрергә теләүен белдергәйне.

Рәсәй бишенсе йыл рәттән күмер сығарыу күләмен арттыра. Мәғлүмәттәр буйынса, 2015 йылда шахтерҙар 373 миллион тоннаға яғыулыҡ сығарһа, 2017 йылда 400 миллион тоннанан артып киткән. Экспортҡа оҙатыу 190 миллион тоннаға еткән. Ә былтырғы күрһәт­кестәрҙе белгестәр мөғжизәгә тиңләй. 410 миллион тоннаға еткереүгә иҫәп тотолһа, уны арттырып, 440 миллион тоннаға етте. Шуның 359 миллион тоннаһы ташкүмер өлөшөнә тура килһә, 81,4 миллионы – һоро. Экспорт 210 миллион тоннанан артты. Тимәк, антрациттың яртыһы ситкә оҙатыла.

Иң мөһиме – күмерселәр РСФСР осоронда 1988 йылда ҡуйылған тарихи рекордты – 425 миллион тоннаны үтеп китте. Әйткәндәй, бынан һуң уңыш әллә ни ҡыуандырманы, 12 йыл буйына күрһәт­кес­тәр түбән тәгәрәй барҙы. Һөҙөмтәлә 2001 йылда 229 миллион тоннаға тиклем кәмене.
Хәҙер тармаҡ яҡшы үҫешә, хатта һөҙөмтә алға ҡуйылған дәүләт планына ҡарағанда ла шәп. Энергетик стра­тегияның тәүге вариантына ярашлы, 2017 йылда – 380 миллион тонна, былтыр 390 миллион тоннаға етергә тейеш инек. Шулай күрһәткесте даими арттыра-арттыра, алдағы 14 йылда 430 миллион тоннаға тиклем күмер сығарыу маҡсаты ҡуйылды.

Бөгөн был күрһәткесте тулыһынса ҡабаттан ҡаранылар, ә йыл башында Энергетика министрлығы күмер етеште­реү­ҙе 2025 йылға – 560 миллион тоннаға, 2030 йылға 590 миллион тоннаға еткереү планын билдәләне. Әле был күрһәткес буйынса беҙ донъяла – бишенсе урында. Бындай һандар менән Австралияны һәм барлыҡ ЕС илдәрен бергә ҡушып, өсөнсө урынға сығасаҡбыҙ. Авторҙар был мәғлү­мәтте түбәндәге нигеҙҙәргә һылтанып әйтә.

Беренсенән, беҙ күмер запасы буйынса донъяла АҠШ-тан ҡала икенсе урынды биләйбеҙ (өсөнсө – Ҡытай). Рәсәйҙә 200 миллиард тонна ҡаты яғыулыҡты сығарыу 500 йылға артығы менән етә. Әйткәндәй, ҡайһы бер күмер бассейндары ғәжәп бай һәм уларҙы эшкәртеү бер нисә мең йылға етәсәк.

Икенсенән, 15 – 20 йылда донъя күмер менән ҡаплап алынасаҡ тип күҙаллана. Антрацит, иң арзан яғыулыҡ төрө була­раҡ, яңынан энергетиканың төп көсө иҫәпләнәсәк һәм углеводородты әүҙем алмаштырасаҡ. Эксперттар билдә­ләүен­сә, әгәр уға донъяла ихтыяж арта барһа, Рәсәй биш – ете йылдан экспорт­тан 1,6-нан ике триллион һумға тиклем аҡса эшлә­йәсәк (йылына 25 – 30 миллиард доллар).

Автор: В. ИСХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






100 йыллыҡҡа –  төп ун төҙөлөш

100 йыллыҡҡа – төп ун төҙөлөш 22.03.2019 // Иҡтисад

Оло байрам айҡанлы төбәктә 102 яңы объект төҙөлә. Был проект “Республиканың 100 йыллығына – 100...

Тотош уҡырға 24

Хеҙмәт батырҙары һынатмай

Хеҙмәт батырҙары һынатмай 22.03.2019 // Иҡтисад

Төбәктең “Шаранагрогаз” йәмғиәте — хәҙерге технологиялар нигеҙендә ныҡлы етештереү базаһына эйә...

Тотош уҡырға 20

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла 22.03.2019 // Иҡтисад

Өҫтәлде байрам табындарын колбаса һәм колбаса ризыҡтарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай....

Тотош уҡырға 31

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы?

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы? 21.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Иглин районында тәүге “Инвестиция сәғәте” үтте....

Тотош уҡырға 36

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ 21.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостандың Арбитраж суды һалым хеҙмәтенең “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән...

Тотош уҡырға 31

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа...

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа... 20.03.2019 // Иҡтисад

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар...

Тотош уҡырға 59

Апрелдән компенсация түләнә

Апрелдән компенсация түләнә 20.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттарын раҫланылар. Документ граждандарҙың...

Тотош уҡырға 102

Ишембай үҫешергә әҙер!

Ишембай үҫешергә әҙер! 20.03.2019 // Иҡтисад

Быйыл Башҡортостанда беренсе махсус иҡтисади биләмә булдырырға әҙерләнәләр. Уның урыны билдәле –...

Тотош уҡырға 44

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 51

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 51

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 51

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда 18.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 70