Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кем беҙгә өлгө була ала?
Рәсәй иҡтисадының бер өлөшө булараҡ, республикабыҙҙың да һанлы иҡтисадҡа күсеүе алға киткән мәғлүмәт-коммуникация инфраструктураһын (МКИ), конкурентлыҡ ҡеүәһенә эйә булған һанлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр етештереүҙе талап итә.

2017 йылда илебеҙҙә етештерелгән тауарҙар һәм күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең дөйөм күләмендә мәғлүмәт технологиялары хеҙмәттәре – 2,1, коммуникация ҡорамалдары – 43,1, көнкүреш электрон техникаһы – 5,8, МКИ етештереүгә бәйле хеҙмәттәр – 10,6, компьютер һәм периферия ҡулайламалары – 10,7, ошо өлкәгә ҡағылышлы башҡа компоненттар һәм тауарҙар 27,8 процент тәшкил иткән.

Был тармаҡта ватан етештереүенең экспорт ҡеүәте бик түбән. МКИ тауарҙар­ҙың донъя экспортындағы өлөшө 0,1 проценттан артмай. Төп экспортерҙар – Ҡытай (32,3 %), АҠШ (9,7 %), Сингапур һәм Корея Республи­каһы (һәр ҡайһыһы – 7,6 %).

Рәсәйҙә һанлы иҡтисад Милли технологик башланғыс маҡсаттарына нигеҙләнә. Ошо башланғысҡа ярашлы, өҫтөнлөклө 10 технологияны ғәмәлгә ашырыу күҙ­аллана. Улар ғәмәлдә Мәскәү ҡалаһында һәм өлкәһендә, Санкт-Петербургта, Ҡазанда тупланған. Башҡортостанда ла “Һанлы иҡтисад”ты үҫтереү өҫтөнлөктәрен билдәләү мөһим. 2017 йылдың 21 июлендә республика Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостан технологик башланғысы концепцияһы раҫланды.

Башҡортостан технологик башланғысы – социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыуҙы, оҙайлы конкурентлы өҫтөнлөктәр булдырыуҙы һәм республика иҡтисадының тотороҡло үҫешен тәьмин иткән инновациялы технологияларҙы фәнни нигеҙләүгә, эшләүгә һәм ғәмәлгә индереүгә йүнәлтелгән ойоштороу, финанс-иҡтисади алымдар һәм саралар системаһы ул.

Башҡортостанда Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты төҙөлдө. Уға тиклем, Башҡортостан Рес­публикаһы Хөкүмәтенең 2014 йылдың 18 декабрендәге ҡарары менән “Мәғлүмәт­ләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты тураһындағы положение” ғәмәлгә индерелгәйне. Был ведомство мәғлүмәт-коммуникация инфраструктураһы, элемтә өлкәһендә тармаҡ-ара координацияны, функциональ көйләүҙе, мәғлүмәттәр йәм­ғиәтен үҫтереүҙе, электрон хөкүмәт, телекоммуникация селтәрҙәре булдырыуҙы, шулай уҡ ошо йәһәттән урындағы үҙидара органдары менән хеҙмәттәшлекте тормошҡа ашырырға, мәғлүмәт технологияларын, проекттарҙы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләүҙә уларға ярҙам күрһәтергә тейеш.

“Асыҡ Республика” дәүләт комитетының бурыстары иҫәбенә республикала электрон белем биреү системаһы сараларын әүҙемләштереү ҙә инә.
Был йәһәттән Мәскәү өлкәһе беҙгә өлгө була ала. Республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров – ундағы “Һанлы иҡти­сад” өлгәшкән ҡаҙаныштарға тос өлөш индергән шәхес. Беҙҙеңсә, Башҡорт­останда ла уның ғәмәлгә индерелеүенә тап ул етәкселек итергә тейеш.

Республика Хөкүмәтенә электрон белем биреү өлкәһендә кадрҙар әҙерләү буйынса төбәктә төп юғары уҡыу йортон билдәләргә кәрәк. Башҡорт дәүләт университеты һәм уның Бөрө, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларындағы филиалдары һәм вәкил­лектәре ошо эште башҡара алыр ине. Ауыл хужалығы, нефть химияһы, машиналар эшләү кеүек тармаҡ иҡтисадында иһә аграр, авиация, нефть университеттары төп вуздар булырға тейеш.

Башҡортостан Республикаһы иҡтисадына идара итеү буйынса “яһалма интеллект” принциптарына нигеҙләнгән, интеллектуаль милек объекты булараҡ (уйлап табыуға патенттар, файҙалы моделдәр, сәнәғәт өлгөләре, ЭВМ программаһына һәм мәғлүмәттәр базаһына таныҡлыҡтар менән) яҡланған интеллектуаль мәғлүмәт системаһы төҙөлгән һәм ғәмәлгә индерелгән осраҡта ғына “Һанлы иҡтисад” уңышҡа өлгәште, тип иҫәпләргә мөмкин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






100 йыллыҡҡа –  төп ун төҙөлөш

100 йыллыҡҡа – төп ун төҙөлөш 22.03.2019 // Иҡтисад

Оло байрам айҡанлы төбәктә 102 яңы объект төҙөлә. Был проект “Республиканың 100 йыллығына – 100...

Тотош уҡырға 24

Хеҙмәт батырҙары һынатмай

Хеҙмәт батырҙары һынатмай 22.03.2019 // Иҡтисад

Төбәктең “Шаранагрогаз” йәмғиәте — хәҙерге технологиялар нигеҙендә ныҡлы етештереү базаһына эйә...

Тотош уҡырға 20

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла 22.03.2019 // Иҡтисад

Өҫтәлде байрам табындарын колбаса һәм колбаса ризыҡтарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай....

Тотош уҡырға 31

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы?

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы? 21.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Иглин районында тәүге “Инвестиция сәғәте” үтте....

Тотош уҡырға 36

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ 21.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостандың Арбитраж суды һалым хеҙмәтенең “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән...

Тотош уҡырға 31

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа...

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа... 20.03.2019 // Иҡтисад

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар...

Тотош уҡырға 59

Апрелдән компенсация түләнә

Апрелдән компенсация түләнә 20.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттарын раҫланылар. Документ граждандарҙың...

Тотош уҡырға 102

Ишембай үҫешергә әҙер!

Ишембай үҫешергә әҙер! 20.03.2019 // Иҡтисад

Быйыл Башҡортостанда беренсе махсус иҡтисади биләмә булдырырға әҙерләнәләр. Уның урыны билдәле –...

Тотош уҡырға 44

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 51

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 51

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 51

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда 18.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 70