Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ташҡа “һунар” туҡтамаған...
Ташҡа “һунар” туҡтамаған...“Мин карьерҙарҙы эшкәртеүгә ҡаршы түгел, ләкин ул цивилизациялы алып барылырға һәм килемдең төп өлөшө район проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелергә тейеш. Сығарылған таш Мәскәүгә, Мәскәү өлкәһенә, Грозныйға оҙатыла. Әгәр беҙ бынан бер ни ҙә алмайбыҙ икән, ни өсөн һатабыҙ һуң? Бәлки, эшмәкәрлектән баш тартырға кәрәктер? Ҡаҙнаға унан күп тигәндә 110 миллион һум тирәһе генә алабыҙ”, – тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Эйе, республика етәксеһе биргән күрһәтмә буйынса, карьерҙарҙы рөхсәтһеҙ эшкәртеүгә, ниһайәт, кәртә ҡуйылды. Шул иҫәптән Баймаҡ районында ла. Тик был ваҡытлыса ғына тынлыҡ булған икән.

Яңыраҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан Темәс ауылы янында бер предприятиеның карьер эшкәртеүе асыҡланған. Етмәһә, уның ҡатламлы таш сығарыуға лицензияһы ла булмаған. Предприятиеға карьерҙы бары геологик яҡтан өйрәнеү өсөн генә рөхсәт бирелгән.

Полиция хеҙмәткәрҙәре бында ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу ҡоралдарын, ташты складка урынлаштырыу өсөн килтерелгән йөк автомобилен, шулай уҡ 11 кубометр күләмендә төҙөлөш ташы тапҡан. Килтерелгән зыян 16 миллион һум тәшкил итә.

Республикала карьерҙар эше етди күҙәтеү аҫтына алынһа ла, ҡайһы берәүҙәр еңел табыш артынан ҡыуыуҙан туҡтамай әле. Мәҫәлән, быйыл февралдә Йылайыр районының Юлдыбай ауылы янындағы карьерҙа рөхсәтһеҙ таш сығарыуҙары асыҡланыуы быны йәнә дәлилләй. Улар ҙа лицензияны геологик өйрәнеү өсөн генә алған, әммә аҫтыртын рәүештә таш сығарыу менән шөғөлләнгән. Һөҙөмтәлә тәбиғәткә 500 мең һум самаһы зыян килтерелгән.

Ошо осраҡтарҙың икеһе буйынса ла енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Февралдә шулай уҡ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны территориаль идаралығы белгестәре Благовещен районының Сиҙәш ауылы янындағы ятҡылыҡта “Комстрой” компанияһының, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға лицензияһы булмайынса, төҙөлөш ташы сығарғанын асыҡлай. Был эшмәкәрлек өсөн предприятие етәкселеге административ яуаплылыҡҡа тарттырыла, уларға шулай уҡ 940 мең һум күләмендә штраф һалына.

Республика Хөкүмәтендә тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм ер аҫты байлыҡтарын һаҡлау мәсьәләһе ҡаралған кәңәшмәлә Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Мирхәйҙәр Фәтҡуллин үткән йылдың ноябренән быйылғы февралгә тиклем республикала 467 рейд ойошторолоп, һөҙөмтәлә файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы сығарыуҙың 59 осрағы асыҡланғанын белдерҙе. Лицензияһыҙ эш иткәне өсөн 57 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылып, уларға, дөйөм алғанда, дүрт миллион һум самаһы күләмендә штраф һалынған. Һуңғы өс айҙа алты осраҡ, шул иҫәптән Иглин һәм Өфө райондарында ҡом-ҡарсынташ ҡатнашмаһын законһыҙ сығарыу дәлилдәре буйынса өс эш хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылған – енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.

– 2018 йылдың ноябренән Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урындағы әһәмиәттәге ер аҫты байлыҡтары участкаларын файҙаланыуға тапшырыу буйынса аукциондар үткәреүҙе туҡтатты. Уны ойоштороу тәртибенә үҙгәрештәр индерелә. Шулай уҡ 14 лицензия көсөнән сығарылды. Уларҙың хужаларына карьерҙарҙа рекультивация үткәреү талабы ҡуйылды. Эштең үтәлеше күҙәтеү органдары тарафынан да контролдә тотоласаҡ, – тине Мирхәйҙәр Фәтҡуллин.

Эйе, тамсы тама-тама ташты тишә тигәндәй, эҙмә-эҙлекле эш артабан да тейешле кимәлдә алып барылһа, был тармаҡта тәртип мотлаҡ урынлашыр.

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты:

– Баймаҡ районында законһыҙ рәүештә таш сығарылғаны хаҡында 2016 йылдың авгусында, һайлау алды кампанияһы барышында белеп ҡалдым. Мине тәбиғәткә ҙур зыян килтереүселәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатырға теләгәндәрҙең булмауы ла аптыратты.

Дәүләт Думаһына һайланғас, был проблема буйынса ныҡлы эшләнем, әммә хәл үҙгәрешһеҙ ҡалды, таш сығарыусыларҙың законһыҙ эшмәкәрлегенә чиновниктар күҙ йомдо, район ҡаҙнаһына тейешле һалым инмәне.

Республикаға Радий Хәбиров ҡайтҡас ҡына боҙ урынынан ҡуҙғалды, яҡшы яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә. Әле закон боҙғандарға бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ғәйеплеләр, һис шикһеҙ, тейешле язаһын алырға тейеш. Элек хоҡуҡ һаҡсылары, енәйәт эше ҡуҙғатырға беҙҙең вәкәләттәр юҡ, ти ине. Минеңсә, бының менән шөғөлләнергә бары теләктәре булманы.

Әле Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан лицензия биреү тәртибен көйләгән бер нисә закон проекты ҡарала. Ошоға тиклем рөхсәт ҡағыҙы кемгә етте шуға бирелгән.

Был әле эштең башы ғына. Киләсәктә лицензия таш сығарылған төбәктә теркәлгән һәм унда таш эшкәртеү буйынса производство асҡан предприятиеларға ғына биреләсәк. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ өсөн яңы хеҙмәт урындары булдырыласаҡ, һалым киләсәк. Был аҡсаны юлдарҙы, күперҙәрҙе ремонтлауға йүнәлтергә мөмкин буласаҡ. Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәт байлыҡтары республика халҡына файҙа килтерһен өсөн эшләйәсәкбеҙ.

Автор: Рәмилә МУСИНА.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайтынан.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






100 йыллыҡҡа –  төп ун төҙөлөш

100 йыллыҡҡа – төп ун төҙөлөш 22.03.2019 // Иҡтисад

Оло байрам айҡанлы төбәктә 102 яңы объект төҙөлә. Был проект “Республиканың 100 йыллығына – 100...

Тотош уҡырға 24

Хеҙмәт батырҙары һынатмай

Хеҙмәт батырҙары һынатмай 22.03.2019 // Иҡтисад

Төбәктең “Шаранагрогаз” йәмғиәте — хәҙерге технологиялар нигеҙендә ныҡлы етештереү базаһына эйә...

Тотош уҡырға 20

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла 22.03.2019 // Иҡтисад

Өҫтәлде байрам табындарын колбаса һәм колбаса ризыҡтарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай....

Тотош уҡырға 31

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы?

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы? 21.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Иглин районында тәүге “Инвестиция сәғәте” үтте....

Тотош уҡырға 36

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ 21.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостандың Арбитраж суды һалым хеҙмәтенең “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән...

Тотош уҡырға 31

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа...

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа... 20.03.2019 // Иҡтисад

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар...

Тотош уҡырға 59

Апрелдән компенсация түләнә

Апрелдән компенсация түләнә 20.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттарын раҫланылар. Документ граждандарҙың...

Тотош уҡырға 102

Ишембай үҫешергә әҙер!

Ишембай үҫешергә әҙер! 20.03.2019 // Иҡтисад

Быйыл Башҡортостанда беренсе махсус иҡтисади биләмә булдырырға әҙерләнәләр. Уның урыны билдәле –...

Тотош уҡырға 44

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 51

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 51

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 51

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда

Кесаҙна, сәғәт 11-ҙә. Һәр районда 18.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 70