Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишембай үҫешергә әҙер!
Быйыл Башҡортостанда беренсе махсус иҡтисади биләмә булдырырға әҙерләнәләр. Уның урыны билдәле – Ишембай ҡалаһы һәм районы.

Ғөмүмән алғанда, республикала иҡтисади яҡтан ҙур йәнлелек, күтәрелеш һиҙелә. Төбәгебеҙ өсөн мөһим булған проекттар тормошҡа ашырыла, шул уҡ ваҡытта район һәм ҡалалар ҙа үҙҙәре өсөн көнүҙәктәрен ғәмәлгә индерә. Республикаға инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән дә күп эш башҡарыла.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан­дың Иҡтисади үҫеш министрлығы, уҙған йылға йомғаҡ яһап, коллегия ултырышы үткәрҙе. Дөйөм алғанда, эштәренән ҡәнәғәт улар.

– Былтырғы эшмәкәрлегебеҙҙе яҡшы тип баһалайбыҙ. Бик күп эш башҡа­рылды. Иң мөһим уңыштарыбыҙҙың береһе – республикала өс ҡала — Нефтекама, Белорет һәм Благовещен – социаль-иҡтисади үҫеш йәһәтенән алдан барған биләмәләр статусын аласаҡ. Хәҙер улар республикала бишәү. Күрше Татарстанда ошондай биш ҡала бар, ә ҡалған төбәктәрҙә әҙерәк. Быйылға үҙебеҙгә яңы бурыс ҡуябыҙ: был ҡалалар тиҙерәк үҫешһен өсөн инвестиция мөхите йылыраҡ булырға тейеш, – тине министр Сергей Новиков.

Ошо йылға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров улар алдында тағы ла бер үтә мөһим бурыс ҡуйҙы. Ул – Ишембай районы һәм ҡалаһында сәнәғәт-етештереү профилендәге махсус иҡтисади биләмә булдырыу. Был республиканың тағы бер конкурентлыҡҡа һәләтле өҫтөнлөгө тип күҙаллана. Уны булдырыу йәһәтенән эштәр башланып, әлеге мәлдә бик әүҙем алып барыла. Был статус урында бизнес булдырған эшҡыуар­ҙар, инвесторҙар өсөн махсус хоҡуҡи режим тәь­мин итә. Уларға бик киң мөмкинлектәр биреләсәк.

Тәү сиратта һүҙ ҡайһы бер федераль, төбәк һәм урындағы һалымдарҙы ташлама менән түләү тураһында бара. Шулай уҡ был биләмәлә азат таможня зонаһы ла эшләйәсәк.

Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, бөгөнгә Ишем­байҙың ресурс базаһы тулыһынса тиерлек тотоноп бөтөлгән. Бер нисә производство ябылған, шул иҫәптән оборона заказы етештереүе лә эшһеҙ тора. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешендә кире тенденцияға килтерә.

Демография хәле лә насарая. Былтыр миграция ағымы 700 кешенән ашҡан. Халыҡтың тәбиғи үҫеше лә кәмей – былтырғы йылдың 11 айында 300 кешегә аҙайған, ә 2010 йылдан алып бында йәшәүселәр ете меңгә тиклем кәмерәк теркәлгән.

Һуңғы йылдарҙа халыҡтың йән башына төп капиталға инвестиция күләме шулай уҡ аҙайған.
Шул уҡ ваҡытта тейешле инфраструк­тураһы булған, әммә эшләмәй торған сәнәғәт майҙандары һәм буш ер участкалары яңы производстволар булды­рыуға, инвестициялар йәлеп итеүгә ҙур мөмкинлек бирә.

Махсус иҡтисади биләмәне Ишембай районы һәм ҡалаһында булдырыуҙың ыңғай яҡтары, беренсе сиратта, уның уңайлы иҡтисади-географик урынлашыуында. Бында сәнәғәт етештереүе өлкәһендә ғәйәт ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға була. Ҡалала юл-транспорт инфраструктураһы бик яҡшы үҫешкән, ҡеүәтле сәнәғәт комплексы бар, шулай уҡ төбәк файҙалы ҡаҙылмалар, урман ресурстарына ла бай. Ә иң мөһиме – урындағы халыҡтың юғары белемле һәм үҙ эшенең оҫтаһы булыуында.

Әлеге мәлдә был биләмәне булдырыуға әҙерлек сиктәрендә “Юл картаһы” эшләнгән. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ғаризаны быйыл 1 ноябргә тиклем тапшырырға әҙерләнәләр.

Юрий ДЕГТЯРЕВ, Ишембай районы хакимиәтенең иҡтисади үҫеш, сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ һәм хеҙмәт мәсьәләләре буйынса идаралығы начальнигы:
– Беҙҙә ошондай махсус биләмәнең булдырылыуы — ҡала һәм район өсөн бик файҙалы һәм көтөлгән ваҡиға. Документтарҙы яҡын арала әҙерләп, был статусты алыуҙы тиҙләтеү буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Ҡалабыҙҙа яңы бизнес йүнәлештәре асыласаҡ, инвесторҙар киләсәк. Тимәк, яңы эш урындары, яңы кадрҙар талап ителәсәк. Был иҡтисад йәһәтенән генә түгел, социаль, белем биреү һәм башҡа өлкәләр өсөн дә бик мөһим буласаҡ. Шулай уҡ төбәгебеҙ гөрләп үҫешеп китһә, демография күрһәткестәре артыр, халыҡтың миграцияһы кәмер тип тә көтәбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, бик файҙалы һәм кәрәкле ҡарар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 52

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 79

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 106

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 78

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 93

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 88

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 78

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 90

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 91

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 57

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 64

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 91