Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла
Өҫтәлде байрам табындарын колбаса һәм колбаса ризыҡтарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Тормош ҡайнап торған, ваҡыт етмәгән осорҙа өйҙәге кеүек әҙерләнгән ярымфабрикаттар көнкүрештә бик ҡулайлы. Тик бына уларҙың тәмлеһен, иң мөһиме – сифатлыһын табыу бөгөн еңелдән түгел. Ит урынына соя йәки химиялы башҡа ҡушылмалар тултырып һатыусылар ҙа байтаҡ бит хәҙер. Ошондай шарттарҙа үҙебеҙҙә, Башҡортостанда, етештерелгән ышаныслы тауарға өҫтөнлөк биреү кәрәк.

Бөгөн ошондай ойошма­лар­ҙың береһе – Сибай ҡала­һында урынлашҡан “Башҡортос­тан колбасалары” ит комбинаты тура­һында һүҙебеҙ. Предприятие 2009 йылда ойошторолған. Иң тәүҙә ни бары алты төр колбаса етештерелһә, ике йылдан 60-ҡа тиклем арта, бөгөн иһә бында 167 төр ит ризығы әҙерләп, һатыуға сығаралар. Әлеге мәлдә иһә “Башҡортостан колбасалары” республикала иң ҙур аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары иҫәбендә.

Йыл һайын етештереү күләме арта бара. Сменаһына ғына 10 тонна тауар әҙерләнә. Предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең заманса ҡорамалдары менән ғорурлана. “Vemag”, “Schaller”, “Laska”, “MULTIVAC”, “Kilia”, “Handtmann”фирмалары ҡора­мал­дары тауарҙың ассортиментын киңәйтеүгә һәм сифатты яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Әлеге мәлдә бында 200 кеше эшләй. Уларҙың күпселеге – тәжрибәле һәм оҫта белгестәр, оҙаҡ йылдар ошо предприятиела хеҙмәт итәләр. Етештерелгән аҙыҡ-түлеккә килгәндә, ул бихисап: тәбиғи һәм яһалма тышлыҡҡа төрөлгән ыҫланған, бешерелгән колбаса, сосиска һәм сарделькалар.

Башта әйтеп кителеүенсә, бын­да әле 167 төр ризыҡ етеш­терелә. Уларҙың 113-ө – колбаса, 27-һе – сосиска һәм сарделькалар. Шулай уҡ ҡош, сусҡа һәм йылҡы итенән деликатестар, шашлыҡтар, купаттар, аш өсөн йыйылмалар, тултырмалар ҙа яһайҙар бында.

ГОСТ-ҡа ярашлы эшләнгән “Молочная”, “Доктор”, “Рус” колбасалары, “Сибай” һәм “Краков” сервелаты, “Һөтлө” сосискаларын халыҡ бик ярата, һәм улар һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана. Урындағы халыҡ иһә “Сибай” сервелатына айырыуса ҙур өҫтөнлөк бирә. Ул, бер яҡтан, бик тәмле булһа, икенсенән, исеме өсөн дә үҙ итәләр икән.

Итте комбинат Рәсәй етеш­тереүселәренән һатып ала: башлыса Башҡортостандан, шулай уҡ Екатеринбург һәм Силәбенән. Уларҙың сифатына шулай уҡ даими иғтибар бирәләр, тикше­релгән урындарҙан ғына алалар.

Бында ит ризыҡтары ГОСТ, ТУ һәм СТО стандарттары буйынса етештерелә һәм барлыҡ техник талаптарға яуап бирә. Шулай уҡ “Башҡортостан колбасалары”нда ХАССП халыҡ-ара менеджмент системаһы индерелгән һәм әле лә ғәмәлдә. Ул Европа илдәре, АҠШ, Канада, Австралия һәм башҡа үҫешкән илдәрҙең аҙыҡ-түлек предприятиелары өсөн мотлаҡ. Систе­маның мәғәнәһен һәм асылын аңлатыу оҙаҡ, ябайлаштырып әйткәндә, аҙыҡ-түлекте етеште­реүҙең барлыҡ технологик һәм етештереү процесы энәһенән-ебенә тиклем анализлана. Бар­лыҡ мөмкин булған хәүеф асыҡ­лана һәм етешһеҙлектәр бөтө­рөлә. Был системала иң мөһиме – хәүефһеҙлек. Тимәк, беҙҙең ҡулланыусыларҙың хәүефһеҙ һәм сифатлы туҡланыуы хаҡында хәстәрлек күрелә.

Тауарҙы һатыуҙы предприятие үҙе ойоштора. Бының өсөн таратыу бүлеге булдырылған, һатыу аралашсыларһыҙ алып барыла. Уларҙың сифатлы, тәм­ле колбасаларын Өфө, Сибай, Бәләбәй, Белорет, Баймаҡ, Си­ләбе, Магнитогорск ҡалалары, Хәй­булла, Баймаҡ, Йылайыр, Бе­лорет райондары, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы, Пермь крайы һәм башҡа төбәк­тәрҙә йәшәгән халыҡ алып ҡы­уа­на. Шулай уҡ “Магнит”, “Байрам”, “Полушка” кеүек эре сауҙа селтәрҙәрендә лә Сибайҙағы ит комбинаты тауарын һатып алырға була.

Бында етештерелгән тауар­ҙың юғары сифатлы, тәмле булыуы хаҡында бер нисә тапҡыр телгә алдыҡ. Ысынлап та, был буш һүҙҙәр түгел. Үҙҙәренең баҙарҙа яҡшыларҙың береһе икәнлеген уларҙың күп һанлы конкурстарҙа еңеүе, дипломдары һәм миҙалдары дәлилләй. Волга буйы федераль округының иң билдәле предприятиелары: “УМКК”, “Фабрика качества”, “САВА”, “Таврия” кеүек ойошмалар менән конкурста бер рәттән ҡатнашалар һәм йыл һайын дүрт-алты миҙал яулап ҡайта­лар. Еңеү яулаған номинациялар һәр саҡ тиерлек тауар­ҙың “тығыҙлығына”, хуш еҫенә, тәменә бәйле. Шул уҡ ваҡытта ми­ҙалдарҙың кәм тигәндә өсәүһе алтын икән. Минеңсә, был күпте һөйләй.

100 йыл эсендә...

Башҡортостан – Рәсәйҙәге иң ҡеүәтле төбәктәрҙең береһе. Был бер кемгә лә сер түгел. Әлегә былтырғы йылдың тәүге яртыһы йомғаҡтары аныҡ билдәле: сәнәғәт етештереүе күләме беҙҙә артҡан, сауҙа әйләнеше йәнләнә төшкән, һөҙөмтәлә реаль һәм номиналь эш хаҡтары күтәрелгән, инфляция кәмегән.

Беҙҙең республиканың иҡтисади ҡеүәтен биш төп шарт билдәләй:
* файҙалы ҡаҙылма байлыҡ күлә­менең ҙур булыуы. Улар иҫәбенә нефть, газ, күмер, ҡара һәм төҫлө металл рудалары, аҫыл һәм биҙәү таштары инә;
* урман байлығы. Ағас менән ҡап­лан­ған майҙан биш миллион гектарҙан аша;
* ер фонды. Был күрһәткес 14 миллион гектарҙан ашыу, ә ауыл хужалығы билә­мәләре ете миллион гектар тәшкил итә;
* һыу байлығы. Беҙҙә дөйөм оҙонлоғо 57 мең километр булған 13 мең йылға, дөйөм майҙаны 427 квадрат километр булған 2 700 күл һәм һыу һаҡлағыс бар;
* Урал тауҙары, шифалы шишмәләр “Янғантау”, “Яҡтыкүл”, “Йоматау” кеүек ҙур дауалау үҙәктәре һәм турист селтәре булдырыу мөмкинлеге бирә.

Республиканың сәнәғәт комплексы ла һәр саҡ алдынғылар рәтендә булды, уның “Башнефть”, Өфө моторҙар берекмәһе, “НефАЗ”, “Полиэф”, Белорет металлургия комбинаты, “Өфөнефтехим”, “Салауатнефтеоргсинтез” кеүек предприятиелары бөтә донъяға билдәле. Уларҙың республика ҡаҙнаһын тултырыуға индергән өлөшө лә ҙур.

Төҙөлөш тармағы ла илдәге иң ҡеүәт­ле һәм ҙур күләмле булыуы менән таныл­ған. Быйыл ғинуарҙа ғына ла, мәҫәлән, бөтә төр финанс сығанаҡтары иҫәбенә 151,5 мең квадрат метр торлаҡ төҙөп тапшырылған, үткән йылдың шул уҡ осорона ҡарата был 152 процент тәшкил итә. Транспорттағы йөк әйләнеше һуңғы ун йылда ике тапҡырға тиерлек артҡан.

Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ та тө­бәктә тотороҡло үҫә бара. Бәләкәй һәм урта бизнестың (шәхси эш­ҡыуарҙарҙы ла индереп) тауар әйләнеше буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә туғыҙынсы урынға күтәрелде.

Бөтә был шарттар социаль һәм етеш­тереү объекттары төҙөүҙе лә тиҙләтә. Баш­ҡортостандың 100 йыл­лығына ҡарата дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан ашасаҡ 106 объект төҙөлөүе үҙе үк Баш­ҡортос­тандың иҡтисади ҡеүәте көслө булыуын раҫлай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 52

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 79

"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 106

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 78

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 93

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 88

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 78

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 90

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 91

Яҡшы шарттар тыуҙырылған

Яҡшы шарттар тыуҙырылған 27.03.2019 // Иҡтисад

“Башҡортостанда уңайлы инвестиция шарттары тыуҙырылған. Республикағыҙ Австрия компаниялары һәм...

Тотош уҡырға 57

Черниковка кварталдары яңырырмы?

Черниковка кварталдары яңырырмы? 25.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән...

Тотош уҡырға 64

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел...

Башлыҡтан башҡа бер кем дә түгел... 25.03.2019 // Иҡтисад

— 28 марттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла “Инвестиция сәғәт”тәре үткәрә башлаясаҡ....

Тотош уҡырға 91