Хужалыҡтар ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

31-07-2012, 04:12 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Хужалыҡтар ярҙамһыҙ ҡалмаҫ28 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондарында булды. Республика етәксеһе Ленин исемендәге колхозда, “Шишмә” муниципаль предприятиеһында, “Рощинский” совхозында, Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында, “Заря” йәмғиәтендә ураҡ барышын, шулай уҡ “Лейтер Е.Г.” крәҫтиән (фермер) хужалығының, “Ергән” МТС-ы Ишембай бүлексәһенең, Явнов исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативының ҡоролоҡтан зыян күргән баҫыуҙарын ҡарап сыҡты.

Рөстәм Хәмитов ҡоролоҡ килтергән зыян күләме менән ҡыҙыҡһынды. Күп кенә баҫыуҙарҙа иген уңмаған, башаҡтар буш һәм үҫмәгән. Уны йыйыуҙан файҙа юҡ. Ураҡ әүҙем барған майҙандарҙа ла уңыш былтырғыға ҡарағанда байтаҡҡа түбән. Шуныһы әһәмиәтле: бөтә хужалыҡтарҙа ла үткән йылғы иген һәм орлоҡ тупламы бар. Хужалыҡтарҙың күбеһе сәсеүлектәрен страховкалаған, шуға күрә зыяндың ҡапланыуына иҫәп тота.
— Хәлде яйға һалырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ҡоролоҡтан зыян күргән хужалыҡтарға ярҙам итәсәкбеҙ. Тәү сиратта страховка компаниялары менән эш итеү, аҡсаны тулыһынса алыуға өлгәшеү зарур. Икенсенән, ҡоролоҡтан зыян күргән райондарға Федераль интервенция фондынан иген бүлеү буйынса эш алып барырға кәрәк.
— Ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға, яғыулыҡты арзанайтыуға субсидиялар рәүешендә күрһәткән ярҙам хужалыҡтарға барып етәме? — тип һораны Башҡортостан Президенты аграрийҙарҙан.
— Был ярҙам күп яҡлап маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, ярайһы уҡ һөҙөмтәле, — тип яуапланы ауыл хужалығы предприятиеһы етәкселәре.
Л. ДӘҮЛИЕВА.