Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлле икәнһең – күберәк бир!
Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә байлыҡ өсөн өҫтәмә һалым алыу кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ, уныңса, юғары вазифа биләүселәр үҙҙәренең килеме һәм сығымдары тураһында даими рәүештә мәғлүмәт биреп торорға тейеш. Был дәүләт хеҙмәтендә эшләгән һәр кемгә ҡағыла. Ни тиһәң дә, ҡайһы берәүҙәр, ил халҡының хәлен "ҡайғыртып" та, бер үк мәлдә үҙҙәренә һәм ғаиләләренә ете диңгеҙ аръяғынан виллалар һатып алыусан.

Байҙар ҙурыраҡ һалым түләйәсәк

Ил башлығы фекеренсә, байлыҡҡа һалым индереү мәсьәләһен 2013 йылдың беренсе яртыһында уҡ хәл итергә кәрәк. Затлы йорто йә фатиры, ҡиммәтле автомобиле булған өсөн кешене байҙар рәтенә индереүҙәре ихтимал.
Әйткәндәй, быға байҙар үҙҙәре ниндәй фекерҙә икәнлеге әлегә ҡараңғы. Әммә, һис шикһеҙ, тиҙҙән уларҙың да тауышы ишетелер. Ләкин капиталын Багам утрауҙарындағы кеүек оффшорҙарҙа теркәп өйрәнгән "сереп байыусылар" өсөн бының әһәмиәте булырмы – ошо ғына шик тыуҙыра. Ни тиһәң дә, торлаҡ һәм автомобиль – байлыҡтарының күренеп кенә торған өлөшө. Шуға ла "таяҡтың башы" урта хәллеләр рәтенә яңы инеп барғандарға төшмәҫме?
Шуныһы мәғлүм: рәсәйҙәрҙең күпселеге байлыҡҡа һалым индереүҙе хуплап сыҡҡан. Был сит илдәрҙә лә популяр. Мәҫәлән, АҠШ-тың Билл Гейтс, Уоррен Баффет кеүек билдәле эшҡыуарҙары үҙҙәре ошондай саралар яҡлы (беҙҙекеләргә уларҙан өлгө алырға кәрәк тә бит). Әммә бөтәһе лә түгел: президент Барак Обамаға демократтар партияһы тарафынан тәҡдим ителгән ошондай закон проекты "Республика партияһы" ағзалары араһында ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Быға ҡағылышлы бәхәстәр унда һаман дауам итә. Ә бына Францияла президент итеп һайланған Франсуа Олланд байҙарға һалымды арттырыуҙан ҡурҡманы, әммә был аҙым ҙур капитал эйәләренең һалым баҫымы еңелерәк булған күрше Швейцария һәм Австрия кеүек илдәрҙә теркәлеүенә генә килтерҙе.

Баш ҡала үҙгәрә

Халыҡ-ара саммиттарға әҙерләнгән Өфө тиҙҙән танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Ҡала хакимиәтендә тап шулай ышандыралар. Үҙәк урамдарҙа урынлашҡан бөтөн йорттар ҙа төҙөкләндереләсәк тип көтөлә.
Әлбиттә, донъяның төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға ныҡлап әҙерләнергә кәрәк. Баш ҡалабыҙҙың бер күренеше лә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтерерлек булырға тейеш түгел. Шуға ла үҙәк урамдарҙағы бөтөн йорттарға дәүләт иҫәбенә ремонт башҡарыласаҡ, уларҙың тышы ла, эсе лә, ихаталары ла "ялтлап" торасаҡ. Бигерәк тә Ленин, Зәки Вәлиди, Пушкин, Цюрупа, Беренсе Май кеүек үҙәк урамдарҙа, Октябрь проспектында урынлашҡан күп фатирлы йорттарға ҡағыла был.
Шулай уҡ яңы йылда, ниһайәт, баш ҡаланың аквапарклы булыуы ла бар. Ул март айында үҙ ишектәрен асыр тип өмөтләндерәләр. Ябыҡ каток, физкультура-һауыҡтырыу һәм үҙенең бассейны, футбол яланы булған спорт комплекстары ла төҙөргә вәғәҙә итәләр. Ә ағымдағы йыл аҙағына йәш ғаиләләр шатлығына 585 урынлыҡ тағы ла биш балалар баҡсаһы асылыуы көтөлә.

Хаҡтар арта ла, кәмей ҙә...

Дәүләт статистикаһы хеҙмәте хәбәр итеүенсә, үткән айҙа баҙарҙа игендең ҡиммәтләнеүе магазин хаҡтарына ла йоғонто яһамай ҡалманы. Уртаса алғанда икмәк һәм күмәс – 2,2 процентҡа (йыл башынан – 15,3), бойҙай оно – 3,2, тары, арпа, манный ярмаһы, һоло – 3,5 – 6,1, макарон 1,7 процентҡа тиклем ҡыйбатланған. Көнбағыш майына, йомортҡаға, һөт ризыҡтарының айырым төрҙәренә, шулай уҡ иткә лә хаҡтың бер аҙ артыуы күҙәтелә.
Әммә ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә хаҡ төшә лә икән. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа үҙебеҙҙең илдә етештерелгән шарапҡа, дөгөгә, ҡарабойҙайға, туңдырылған балыҡҡа һәм шәкәр ҡомона ул 1,4 – 3,4 процентҡа кәмегән. Шулай уҡ алма, әфлисун, кишер, һуған, һарымһаҡҡа ла хаҡтар ҡыуандыра. Ә бына банан менән лимон 6,9 – 7,2, кәбеҫтә иһә 10 процентҡа ҡәҙәр арзанайған. Ләкин картуфтың һәм сөгөлдөрҙөң баһаһы яҡынса шул самаға артҡан, виноград яратыусыларға ла хәҙер кеҫәһенән күберәк аҡса сығарырға тура киләсәк – ул 16,3 процентҡа тиклем ҡиммәтләнгән.
Бензинға хаҡтың көндән-көн артыуына күнегеп тә бөткәнбеҙ инде, шуға ла был яңылыҡ әллә ни ғәжәпләндермәй. Ҡышҡы кейемдәрҙең ҡиммәтләнеүен һалҡындарға аяҡ баҫыуыбыҙ менән дә аңлатып була. Әммә хәҙер сәхнә оҫталарының сығышына һоҡланыр өсөн дә бер аҙға күберәк түләргә тура киләсәк – театрҙарға билет 1,6 процентҡа ҡыйбатланған икән.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡайһы предприятиеларға ышаныс бағлайбыҙ?

Ҡайһы предприятиеларға ышаныс бағлайбыҙ? 23.03.2019 // Иҡтисад

“Айырым компанияларҙы – үҫеш драйверҙарын – һанап үтергә мөмкинме? Бөгөн Башҡортостан башҡа...

Тотош уҡырға 24

100 йыллыҡҡа –  төп ун төҙөлөш

100 йыллыҡҡа – төп ун төҙөлөш 22.03.2019 // Иҡтисад

Оло байрам айҡанлы төбәктә 102 яңы объект төҙөлә. Был проект “Республиканың 100 йыллығына – 100...

Тотош уҡырға 53

Хеҙмәт батырҙары һынатмай

Хеҙмәт батырҙары һынатмай 22.03.2019 // Иҡтисад

Төбәктең “Шаранагрогаз” йәмғиәте — хәҙерге технологиялар нигеҙендә ныҡлы етештереү базаһына эйә...

Тотош уҡырға 27

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла

Cибайҙа етештерелгән ризыҡ тәмле лә, сифатлы ла 22.03.2019 // Иҡтисад

Өҫтәлде байрам табындарын колбаса һәм колбаса ризыҡтарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай....

Тотош уҡырға 41

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы?

Сыр һәм логистик үҙәк булырмы? 21.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Иглин районында тәүге “Инвестиция сәғәте” үтте....

Тотош уҡырға 39

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ

Таныш һөт ризыҡтары йәнә магазинға сығасаҡ 21.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостандың Арбитраж суды һалым хеҙмәтенең “Саҡмағош һөт заводы” яуаплылығы сикләнгән...

Тотош уҡырға 34

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа...

Уларҙың эш сифаты яҡшырһа... 20.03.2019 // Иҡтисад

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар...

Тотош уҡырға 62

Апрелдән компенсация түләнә

Апрелдән компенсация түләнә 20.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр хаҡының яңы стандарттарын раҫланылар. Документ граждандарҙың...

Тотош уҡырға 108

Ишембай үҫешергә әҙер!

Ишембай үҫешергә әҙер! 20.03.2019 // Иҡтисад

Быйыл Башҡортостанда беренсе махсус иҡтисади биләмә булдырырға әҙерләнәләр. Уның урыны билдәле –...

Тотош уҡырға 47

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай

Һөт фабрика-кухняһы эш башлай 20.03.2019 // Иҡтисад

Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты Өфө туҡланыу һәм сервис колледжының Стәрлетамаҡ...

Тотош уҡырға 54

Уларға ярҙам буласаҡ

Уларға ярҙам буласаҡ 19.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре...

Тотош уҡырға 53

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ"

"Һеҙҙең менән артабан да эшләргә әҙербеҙ" 18.03.2019 // Иҡтисад

“Беренсе Трест” компаниялар төркөмөнөң әлеге объекттарҙы өҙөклөкһөҙ төҙөү һәм яңы проекттарҙы...

Тотош уҡырға 54