Бесәнде ашамайҙар, һалам яраталар

28-02-2013, 03:39 // Иҡтисад // Баҫып сығарырға
Бесәнде ашамайҙар, һалам яраталар“Башаҡ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Михайловка һөтсөлөк фермаһында ялан кәртәлә малдың иркен йөрөүен күреп, ай-һай ҡайһылай рәхәтләнәләр тип уйлап өлгөрмәнем, ферма мөдире Рафиҡ Хәйруллин яныма килеп:
— Мал асыҡ һауала кинәнә. Аҙыҡ мул булғас, оҙон ҡыш ҡурҡыныс түгел. Быйыл һоло һаламы шәп булды, яратып ашайҙар.

Һәр ерҙә малсылыҡ биналарының төҙөк, ҡураларҙың таҙа булыуы күҙгә ташлана. Иң мөһиме — малдар һәм хеҙмәтсәндәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Фермала 750 баш мал, шул иҫәптән 320 һауын һыйыры, 130 баш йылҡы бар. Улар айырым ялан кәртәлә тотола. Йылҡы өйөрҙәре иһә тибенлектә йөрөй, тик төнгөлөккә генә ҡураға ябыла. Йәмғиәт етәксеһе Мәжит Солтан улы Шәғәлиев әйтеүенсә, йыл башынан 45 быҙау алынған. Һөт Мәләүез һөт комбинатының Асҡар филиалына тапшырыла, бынан тыш, быҙауҙарға ла эсерәләр. Әйткәндәй, быҙауҙар йылы ҡурала йөрөй. Көндәлек үрсем 600 грамм тәшкил итә, уларға витаминлы аҙыҡ, йәшел бесән бирелә.
Аҙыҡ мул, ҡышты имен сығып киләләр, хатта былтырғы бесән эҫкерттәре лә ултыра. Ауыл эшсәндәре үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Һауынсылар Миңзәлә Дауытова, Зәлифә Кәримова, малсылар Фәрит Мифтахов, Урал Вәлишин, Милләт Шәрәфетдинов алдынғылар рәтендә.
Ҡыш бауыры оҙон булһа ла, ҡара ергә аяҡ баҫыуға күп ҡалманы. Шуға күрә бөгөндән үк етәксене яҙғы сәсеү һәм малды йәйләүгә күсереү мәсьәләһе тәрән уйға һала. Уны яғыулыҡ материалдарына саманан тыш юғары хаҡ ҡуйылыуы борсой. Яғыулыҡтың литрын 32 һумға һатып алғанда, башҡарған эшеңдең табышы хаҡында уйлау файҙаһыҙ, ти тәжрибәле етәксе. Етмәһә, яҡтылыҡ өсөн дә сығымды күп түләргә тура килә. Хәйер, ошо мәсьәлә йылдар дауамында хәл ителергә тейеш тә бит, әммә урынынан ҡуҙғалғаны юҡ.